Зорин Владимир Викторович
Зорин Владимир Викторович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 26 ғинуар 1953 (71 йәш) |
Тыуған урыны | Өфө, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, СССР |
Һөнәр төрө | химик |
Уҡыу йорто | ӨДНТУ |
Ғилми дәрәжә | химия фәндәре докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Зорин Владимир Викторович (26 ғинуар 1953 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалим-химик-органигы, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1995), химия фәндәре докторы (1984), профессор (1987). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1998) һәм почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2003), Ленин комсомолы (1983) һәм Башҡортостан комсомолы (1981) премиялары лауреаты.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Владимир Викторович Зорин 1953 йылдың 26 ғинуарында Өфөлә тыуа.
1975 йылда Өфө нефть институтын тамамлай.
Эш урындары: Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты: 1975 йылдан — ғилми хеҙмәткәр, тармаҡ лабораторияһының бүлексә етәксеһе, бүлек етәксеһе; 1987 йылдан — кафедра мөдире. Бер үк ваҡытта нескә органик синтез бүлеге етәксеһе, «Реактив» дәүләт инженерлыҡ үҙәге генераль директорының фәнни эш буйынса урынбаҫары (1987—1992); Нескә органик синтез ғилми-тикшеренеү институтының (хәҙерге Бәләкәй тоннажлы химик продукттар һәм реактивтар ғилми-тикшеренеү институты) ваҡытлыса директор вазифаһын башҡарыусы (1992—1993), директорҙың фәнни эш буйынса урынбаҫары (1993—1999).
Зориндың ғилми эшмәкәрлек даирәһе: органик берләшмәләрҙең радикаль, ион-радикаль, окислаштырыусы-тергеҙеүсе, гомоген-каталитик реакциялары, биосинтезы, биокатализы, регио- һәм энантио-селектив биотрансформацияһы. Ул төрлө класс би- һәм полифункциональ органик берләшмәләрҙе синтезлау ысулдарын эшләгән.
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1995), химия фәндәре докторы (1984), профессор (1987).
Хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Зорин Владимир Викторович — 600-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән 7 монография, 70-тән ашыу авторлыҡ танытмаһы һәм патент авторы, шул иҫәптән:
- Механизмы реакций. М.: Химия, 1987 (соавтор).
- Межфазный катализ в химии 1,3-диоксациклалканов. М.: Химия, 1993.
- Константы скорости гомолитических жидкофазных реакций 1,3-дигете-роаналогов циклоалканов и родственных соединений. Уфа: ГИНТЛ «Реактив», 1999.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ленин комсомолы премияһы (1983)
- Башҡортостан комсомолы премияһы (1981)
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1998)
- Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2003).
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кто есть кто в Республике Башкортостан. Уфа: Башкортостан, 1995
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт энциклопедияһы 2016 йыл 21 апрель архивланған.
- [1]
- 26 ғинуарҙа тыуғандар
- 1953 йылда тыуғандар
- Өфөлә тыуғандар
- Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлаусылар
- Ленин комсомолы премияһы лауреаттары
- Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәрҙәре
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәрҙәре
- Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академиктары
- Химия фәндәре докторҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса ғалимдар
- XX быуат химиктары
- Рәсәй химиктары
- Алфавит буйынса химиктар