Эстәлеккә күсергә

Зубарев Прокопий Тимофеевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Зубарев Прокопий Тимофеевич
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе Рәсәй империяһы
Тыуған көнө февраль 1886
Тыуған урыны Котельничский уезд[d], Вятка губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 15 март 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (52 йәш)
Вафат булған урыны Коммунарка атыу полигоны
Үлем төрө Үлем язаһы
Ерләнгән урыны Коммунарка атыу полигоны
Һөнәр төрө сәйәсмән
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ҡатнашыусы РСДРП-ның V съезы[d]
Хәрби звание прапорщик

Зубарев Прокопий Тимофеевич (февраль 188615 март 1938 — совет дәүләт һәм партия эшмәкәре. Башҡорт АССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советы рәйесе урынбаҫары, Халыҡ Комиссарҙары Советы ҡарамағындағы Иҡтисади Совет рәйесе урынбаҫары (1923).

Прокопий Тимофеевич Зубарев 1886 йылдың февралендә Вятка губернаһы Котельнич өйәҙенең Смертин улусы Зубари ауылында тыуған. Хәҙер ауыл юҡ, Киров өлкәһенең Котельнич районы Котельнич ауыл ултырағы биләмәһенә ҡарай.

1901 йылдан алып 1905 йылға тиклем Вятка ауыл хужалығы техник училищеһында белем ала.

1904 йылдан — РСДРП(б) ағзаһы.

1904 йылдан 1908 йылға тиклем легаль булмаған әҙәбиәт архивын тикшереү буйынса партия эшен башҡара, әҙәбиәтте Урал ойошмаһы аша сит илдән алдыра. Бынан тыш ул агитация һәм пропаганда эшен алып бара.

1909 йылдан 1915 йылға тиклем Өфө губернаһында бер нисә вазифа биләй: счетовод-бухгалтер, Өфө губерна земствоһының кооперация буйынса инструкторы була.

1915 йылда армияға саҡырыла. Прапорщик.

1918 йылдан — комиссар, Өфө губерна аҙыҡ-түлек комитетының рәйесе, Өфө губерна Советының Башҡарма комитеты рәйесе.

1922 йылдың июленән 1923 йылдың декабренә тиклем — Башҡорт АССР-ның Халыҡ комиссарҙары Советы рәйесенең урынбаҫары, Башҡорт АССР-ның Халыҡ комиссарҙары Советы янындағы Иҡтисади Советтың рәйесе урынбаҫары.

1924 йылдан партия эшендә була: Урал өлкәһендә, ВКП(б)-ның Ҡурған округ комитетының яуаплы секретары.

1929-1930 йылдарҙа — Төньяҡ крайы буйынса Бөтә Рәсәй Башҡарма комитетының Ойоштороу комитеты рәйесе, Урал өлкә Советының башҡарма комитеты рәйесе, шул уҡ ваҡытта ВКП(б)-ның Урал өлкә комитетының 2-се секретары.

1931 йылдан 1934 йылдың март айына тиклем — СССР-ҙың игенселек халыҡ комиссариатында.

1937 йылға тиклем — РСФСР-ҙың игенселек халыҡ комиссары урынбаҫары. Мәскәүҙә йәшәй, Серафимович урамы, 2-се йорт (Хөкүмәт йорто) адресы буйынса[1].

Репрессиялана. 1937 йылдың 15 мартында ҡулға алына. Өсөнсө Мәскәү процесы ғәйепләнеүсеһе. СССР-ҙың ВКВС тарафынан 1938 йылдың 13 мартында хөкөм ителә: контрреволюцион террорсылыҡ ойошмала ҡатнашыуҙа ғәйепләнә.

1938 йылдың 15 мартында атып үлтерелә. Ерләнгән урыны: «Коммунарка» атыу полигоны. 1965 йылда реабилитациялана.

Партияға ҡаршы эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тикшереү ваҡытында контрреволюцион һәм партияға ҡаршы эшмәкәрлеге тураһында һөйләгән:

  • Батша охранкаһы менән бәйләнеште 1908 йылда Вятка губернаһының Котельнич ҡалаһында урынлаштыра. 4-се стан приставы Дмитрий Николаевич Васильев «Василий» ҡушаматын бирә һәм уны әленән-әле РСДРП(б)-ның Котельнич ойошмаһы, уның составы тураһында хәбәр итеп торорға ҡуша. 1909 йылдың башында Котельнич өйәҙенән күсеп китә. 1910 йылда Стәрлетамаҡта полиция агенты булып китә, «Егет» ҡушаматын ала. Стәрлетамаҡта кооперация буйынса өйәҙ инструкторы булып эшләгән саҡта Стәрлетамаҡтағы һөргөнсөләр тураһында мәғлүмәттәр йыйырға ҡушыла. 1915 йылдың аҙағында йәшәү өсөн Өфөгә күсә, сөнки губерна земствоһынан кооперация буйынса губерна инструкторы вазифаһын биләргә төҡдим итәләр. 1916 йылдың февраленән Өфөлә «Прохор» ҡушаматы аҫтында полиция менән хеҙмәттәшлек итә, ай ярымдан мобилизациялана, үҙе булған хәрби частың сәйәси ҡараштары тураһында яҡтыртырға бурыс ҡуйыла[2].
  • 1935 йылдың декабрендә РСФСР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советы рәйесе Сулимовтың секретары, уңдарҙың советтарға ҡаршы ойошмаһы ағзаһы Иванов уны шпион эшенә йәлеп итә. Ивановтан дөйөм сәсеү майҙандары, игендең һәм башҡа культураларҙың тулайым йыйыуылыуы, колхоз халҡын аҙыҡ-түлек, иген, малды фураж менән тәьмин итеү һәм крәҫтиәндәрҙең кәйефе тураһында йәшерен мәғлүмәттәр йыйырға задание ала.