Эстәлеккә күсергә

Зубов Виктор Геннадиевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Зубов Виктор Геннадиевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 27 ғинуар (9 февраль) 1914 или 9 февраль 1914({{padleft:1914|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})[1]
Тыуған урыны Иваново, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 15 июль 1982({{padleft:1982|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})[1] (68 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Туған тел урыҫ теле
Һөнәр төрө уҡытыусы, физик, хәрби хеҙмәткәр
Эшмәкәрлек төрө физика
Эш урыны М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Уҡыу йорто МДУ-ның физика факультеты[d]
Ғилми дәрәжә физика-математика фәндәре докторы[d]
Ғилми етәксе Хайкин, Семён Эммануилович[d]
Кемдә уҡыған Хайкин, Семён Эммануилович[d]
Хәрби звание Майор
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө СССР хәрби-һауа көстәре[d]
Ойошма ағзаһы Российская академия образования[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «Почёт Билдәһе» ордены «Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы «Кавказды обороналаған өсөн» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы «Хеҙмәт ветераны» миҙалы
Вики-проект Проект:Математика[d]

Зубов Виктор Геннадиевич (27 ғинуар (9 февраль) 1914 йыл15 июль 1982 йыл) — ғалим-педагог, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1946—1982 йылдарҙа Мәскәү дәүләт университеты уҡытыусыһы. СССР Педагогия фәндәре академияһы академигы (1966).

Виктор Геннадиевич Зубов 1914 йылдың 27 ғинуарында (9 февраль) Иваново ҡалаһында тыуған.

1932—1935 йылдарҙа Мәскәү педагогия университетының рабфагында уҡый.

1935—1940 йылдарҙа Мәскәү дәүләт университетының физика факультеты студенты (Сталин стипендиаты). Уҡыуын тамамлағас, аспирантураға ҡабул ителә.

1941 йылдан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, уҡсылар дивизияһы составында һуғыша.

1942—1944 йылдарҙа Кавказды обороналау һәм азат итеү һуғыштарында ҡатнаша (хәрби-һауа көстәре политбүлеге инспекторы вазифаһында).

1944 йылдың аҙағында Хәрби-Һауа академияһына (хәҙер Ю. А. Гагарин исемен йөрөтә) уҡытыусылыҡ эшенә ебәрелә.

1946 йылда майор званиеһында демобилизациялана һәм Мәскәү дәүләт университетының физика факультетында дөйөм физика кафедраһының өлкән уҡытыусыһы вазифаһында эшләй башлай.

1949—1953 йылдарҙа  университеттың яңы биналар төҙөү буйынса проректоры бурысын үтәй.

1953 йылдан дөйөм физик практикум мөдире.

1956 йылда «Исследование динамических упругих свойств кварца» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.

1963 йылда «Об особенностях изменения свойств кварца вблизи α-β перехода и при облучении нейтронами» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.

1966 йылда В. Г. Зубов СССР Педагогия фәндәре академияһы ағзаһы, ә тиҙҙән был академияның вице-президенты итеп һайлана.

В. Г. Зубов физика факультетына уҡырға инәсәк өлкән класс уҡыусылары менән ҙур эш алып бара. Күп йылдар физиканың мәктәп курсы буйынса лекциялар уҡый, мәсьәләләр сисеү, уларҙың сығарылышын анализлау буйынса махсус семинарҙар алып бара. В. Г. Зубов кафедра буйынса коллегаһы В. П. Шальнов менән берлектә үҙ алдыңа белем алыу өсөн «Задачи по физике» уҡыу әсбабы баҫтырып сығара (ун тапҡыр яңынан баҫтырып сығарыла).

1976 йылда 8 класс өсөн «Физика-8» (Механика) эксперименталь дәреслеген баҫтырып сығара.

1982 йылда «Физика-9» һынама дәреслек (электромагнит күренештәре) баҫтырып сығара.

В. Г Зубов 80-дән ашыу баҫылып сыҡҡан ғилми хеҙмәт авторы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Задачи по физике / В. Г. Зубов, В. П. Шальнов. — 11-е изд., перераб. — М. : ОНИКС : Альянс-В ; Назрань : АСТ, 1999. — 255 с. : — (Готовимся к экзаменам). Библиогр. в подстроч. прим. — 10000 экз. — ISBN 5-249-00133-5. — ISBN 5-93156-001-7.
  • Взаимосвязь электрических и магнитных полей : (Задания с 127 по 136) : Учеб. задания для учащихся 9-го кл. / [Сост. В. Г. Зубов]. — М. : НИИСиМО, 1982. — 44 c. В надзаг.: АПН СССР, НИИ содерж. и методов обучения. — 1500 экз.
  • Электрическое поле : Учеб. задания для учащихся 9 кл. : Задания с № 55 по № 74 / [Сост. В. Г. Зубов]. — М. : Лаб. теорет. пробл. преподавания физики НИИ СиМО АПН СССР, 1982. — 38 с. ; В надзаг.: АПН СССР, НИИ содерж. и методов обучения. — 1000 экз.
  • Электрическое поле : Учеб. задания для учащихся 9-го кл. : Задания с № 55 по № 74 / [Сост. В. Г. Зубов]. — М. : НИИСИМО, 1981. — 38 с., Сост. указан на 2-й с. — В надзаг.: АПН СССР, НИИ содерж. и методов обучения. — 1500 экз.
  • Задачи по физике : Пособие для самообразования. — 11-е изд., перераб. — М. : Наука, 1985. — 255 с. −265000 экз.
  • Вопросы, упражнения и задачи к конспекту уроков В. Г. Зубова «Тепловые и электромагнитные явления. Тетрадь IV» : Учеб. задания для учащихся 9 кл. — М. : Лаб. теорет. пробл. преподавания физики, 1980. — 35 с. : В надзаг.: АПН СССР, НИИ содерж. и методов обучения. — 200 экз.
  • Магнитное поле : (Задания с 112 по 126) : Учеб. задания для учащихся 9-го кл. / [Сост. В. Г. Зубов]. — М. : НИИСИМО, 1982. — 38 с. : — 2000 экз.
  1. 1,0 1,1 Педагоги и психологи мира (урыҫ) — 2012.