Эстәлеккә күсергә

Зубов Павел Васильевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Зубов Павел Васильевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
Тыуған көнө 1 (13) март 1862
Тыуған урыны Мәскәү, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 2 июль 1921({{padleft:1921|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (59 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Совет Рәсәйе
Ерләнгән урыны Андроников монастырь[d]
Һөнәр төрө химик, нумизмат, скрипкасы, бағыусы, библиофил, коллекционер
Эшмәкәрлек төрө термохимия[d][1], нумизматика[1], скрипичное выступление[d][1], коллекционирование[d][1] һәм bibliophilia[d][1]
Эш урыны М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Уҡыу йорто Мәскәү университетының физика-математика факультеты
Кемдә уҡыған Лугинин, Владимир Фёдорович[d]

Павел Васильевич Зубов (1 март (13 март) 1862(18620313) — 2 июль 1921) — Рәсәй империяһы термохимигы, нумизмат, скрипкасы, меценат, библиофил, тәңкәләр һәм миҙалдар йыйыусы.

Мәскәүҙә сығышы менән почетлы граждандар Василий Павлович һәм Клавдия Алексеевна Зубовтар ғаиләһендә тыуған. Уларҙың Александров ҡалаһында буяу фабрикаһы була. Бик иртә Мәскәү консерваторияһы профессоры И. В. Гржималиҙан скрипкала уйнарға өйрәнә башлай. Урта белемде Креймандың шәхси гимназияһында ала. Уны тамамлағас 1881 йылда Мәскәү университетының физика-математика факультетының тәбиғи бүлегенә уҡырға инә, 1885 йылда уны тамамлай. 20 йылдан ашыу Мәскәү университетында В. Ф. Лугининдың термохимик лабораторияһында эшләй. Термохимия өлкәһендә тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнә; хеҙмәттәре органик берләшмәләрҙең төрлө кластарының яныу йылылығын өйрәнеүгә арналған. Павел Зубов гимназия йылдарында уҡ нумизматикаменән ҡыҙыҡһына башлай, мауығыуы һөҙөмтәһендә урыҫ һәм көнсығыш тәңкәләренең ҙур коллекцияһын йыя. 1897 йылда уның рус нумизматикаһы буйынса тикшеренеүҙәре баҫыла. П. В. Зубовтың нумизматик коллекцияһын, тарих һәм археология буйынса бай һайлап алынған китаптары булған, китапхана тулыландыра. Павел Васильевичтың ғүмере аҙағында китапханала бер нисә тиҫтә мең том иҫәпләнә. 1900 йылда П. В. Зубов коллекцияһын, китапханаһын, шулай уҡ уларҙы тотоу өсөн ҙур суммала аҡсаһын Рәсәй Император Тарих музейына васыят итә. П. В. Зубов үлгәндән һуң китаптар Тарихи китапханаға тапшырыла. Унда китаптар дөйөм йыйынтыҡта эҙһеҙ юҡҡа сығалар, сөнки уларҙа экслибристар булмай.

Атаһы йыя башлаған, Страдивари, Гварнери, Руджери, Амати эшләгән һирәк һыҙғыслы музыка ҡоралдары коллекцияһына эйә була. Мәскәүҙең Рогожский өлөшөндәге ярлыларҙы бағыусылыҡ йәмғиәте рәйесе була, был вазифала ул К. С. Алексеевты алмаштыра.

Ҡатыны Наталья Митрофановна (Грачева). Балалары Василий, Мария, Николай, Клавдия. Василий улы күренекле урыҫ һәм совет тарихсыһы, сәнғәт белгесе, философия тарихсыһы. Үҙенең ғилми ҡыҙыҡһыныуҙарының тәрәнлеге һәм күп яҡлылығы арҡаһында Рәсәй гуманитар фәндәр тарихына «урыҫ Леонардоһы» булараҡ ингән.

Мәскәүҙә вафат була, Спас-Андроников монастыры зыяратында ерләнгән.

  • Научные публикации в Журнале Русского физико-химического общества (ЖРФХО) за 1896, 1898, 1901, 1903, 1904, 1906 и 1913 годы.
  • Материалы по русской нумизматике. — М.: 1897.
  • Зубов М Зубов Павел Васильевич (1862—1921) // Мәскәү журналдары. — 2002. — № 4.
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Zubov, Pavel Vasil‘jevič // Чешская национальная авторитетная база данных