Эстәлеккә күсергә

Рафиҡов Зәйнетдин Фәсхетдин улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Зәйнетдин Рафиҡов битенән йүнәлтелде)
Рафиҡов
Зәйнетдин Фәсхетдин улы
Псевдонимдары:

Зәйни Рафиҡов

Тыуған көнө:

11 март 1923({{padleft:1923|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Стәрлетамаҡ кантоны[1] Дәүләтҡол ауылы

Вафат булған көнө:

2007({{padleft:2007|4|0}})

Вафат булған урыны:

Өфө ҡалаһы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

Шағир, прозаик, публицист һәм тәржемәсе

Наградалары:

2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены — 1985

Рафиҡов Зәйнетдин Фәсхетдин улы (11 март 1923 йыл — 2007 йыл) — башҡорт шағиры, публицист. Хәрби хеҙмәткәр, отставкалағы полковник. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Мәләүез районының Булат Рафиҡов исемендәге премияһы лауреаты (2002)[2].

Зәйнетдин (Зәйни) Фәсхетдин улы Рафиҡов Рафиҡов 1923 йылдың 11 мартында Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ кантоны [3] Дәүләтҡол ауылында тыуған. 1940—1946 йылдарҙа Ҡыҙыл Армияһы сафтарында хеҙмәт итә. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша.

1946 йылдың көҙөндә Зәйни Рафиҡов тыуған яҡтарына ҡайта. 1949 йылдың көҙөндә яңынан Совет Армияһы сафына саҡырыла. Ул отставкалағы полковник.

Уның «Һалдат уйҙары», «Йондоҙло кешеләр» тигән шиғри йыйынтыҡтары һәм публицистик китаптары бар. 1994 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы.

II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (06.04.1985)[4].