Эстәлеккә күсергә

Йөйәк ауыл Советы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Зөйәк ауыл Советы битенән йүнәлтелде)

Йөйәк ауыл Советы — Белорет районы муниципаль районы ауыл биләмәһә, муниципаль берәмек. 2010 йылдың 1 ғинуарына халыҡ һаны 1535 кеше[1], 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 1507 кеше[2]. Административ үҙәк Йөйәк (Зөйәк).

Йөйәк ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәтенең 2018 йылдағы почта адресы:

453538, Башҡортостан Республикаһы, Белорет районы, Йөйәк ауылы, С.Юлаев урамы, 5.

2010 йылдың 1 ғинуарына ҡарата Башҡортостан Республикаһы Белорет районы муниципаль районының Абҙаҡ ауыл Советы ауыл биләмәһе составына кергән халыҡ иҫәбе һәм торама пункттар исемлеге. Бөтәһе — 1535[1].

Дөйөм халыҡ һаны[2]
Халыҡ һаны 2002—2009 халыҡ үҙгәреше
2002 2009 чел. %
1319 1507 +188 +14,25
Мәсеттең манараһы ҡуйылды. Йөйәк. Белорет районы.2017

Совет власының тәүге йылдарында Тамьян-Ҡатай кантонының Уҫманғәле улусында айырым Йөйәк ауыл Советы барлыҡҡа килеп 1930 йылға тиклем була. Уға ике ауыл -Йөйәк һәм Ғәбдөк инә. Сәғәҙәтов Хәйретдин, Баһауетдинов Динислам, Исмәғилов Ибраһим ауыл Советының тәүге рәйестәре була. Улар өсөһө лә 1937 йыл репрессияланып тик Исмәғилов И.И. ғына иҫән ҡала. 1924 йылға тиклем ауыл Советы секретаре булып Дашкина Фәриҙә эшләй, Шул йылдың сентябрендә Уҫманғәле улусы башҡарма комитеты уны "икенсе яраҡлыраҡ" кеше менән алмаштырырға ҡарар итә. Секретарь итеп уҡытыусы Иҡсанов тәғәйенләнә, тик декабрь айындағы сираттағы волисполком ултырышы бындай эш (ике эште бер юлы алып барыу) эшкә тотҡарлыҡ яһай тигән ҡарар сығарып ("бльшой тормоз в работе")секреталыҡҡа Офмцерова Александраны тәғәйенләй. 1930 йылда Йөйәк ауыл Советы Асы ауыл Советы менән берләштерелеп уның рәйесе итеп Исмәғилов Ибраһим һайлана.

Башҡортостан Республикаһы Зөйәк ауыл Советы ауыл биләмәһе 1980 йылдың 30 май көнө яңынан ойошторола. 2002 йылдың 29 октябренең 764-се һанлы муниципаль берәмек Уставына теркәлеү таныҡлығы нигеҙендә 2002 йылдың 29 октябрендә Башҡортостан Республикаһы Зөйәк ауыл Советы муниципаль берәмеккә үҙгәртелә.Яңынан ойошторолған ауыл Советының рәйесе булып уҡытыусы Ноғәмәнов Нәфиҡ Әхмәҙғәле улы һайлана, секретарь -Әбсәләмова Нәсимә Сөләймән ҡыҙы. Мөҙҙәте тулғас уны Йөйәк мәктәбе уҡытыусыһы Баһауетдинов Ғирфан Динислам улы алмаштыра. Ике саҡырылыш эшлгәндән һуң уны мәктәптең уҡытыу-тәрбиә эше буйынса урынбаҫары Ринат Гәрәй улыф Шәйбәкғов алмаштыра. Шулай уҡ ике саҡырылыш эшләгәндән һуң уны Салауатов Шәүҡәт Ғариф улы алмаштыра.2003 йылда уны был эштә уҡытыусы Нөғәмәнов Илгиз Нәфиҡ улы алмаштыра. 2007 йылдың преленән алып хакимиәт башлығы булып Салауатов Шәүҡәт Ғариф улы эшләй.Эштәр идарасыһы булып Мырҙагильдина Ғәзимә Сәхиулла ҡыҙы 2005 йылдан алып эшләй(ошоға тиклем администрацияның баш бухгалтеры вазифаһын башҡарҙы, был функция үҙәкләштерелгәндән һуң ялға киткән Әбсәләмова Н.С. алмаштырҙы).

2006 йылдың 1 ғинуарынан «РФ урындағы үҙидаралыҡтарҙы ойоштороуҙың төп принциптары тураһында» Федераль закон талабы, «Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең сиктәре, статус һәм административ үҙәктәре тураһында»ғы Башҡортостан Республикаһы Законына, Уставына ярашлы Башҡортостан Республикаһы Белорет районы Йөйәк ауыл Советы ауыл биләмәһе Башҡортостан Республикаһы Белорет районы муниципаль районының Йөйәк ауыл Советы ауыл биләмәһенә әйләндерелә.

Ауылдың Оҙонуй буйындағы шишмәһе

Әһәмиәтле урындары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 2014 йылда ауылдың Оҙонуй йылғаһы буйындағы юҡҡа сығып барған шишмәһе төҙөкләндерелде. Ул хәҙер туй йолалары үткәргәндә һыу юлы күрһәтеү урынына әүерелде. Әйткәндәй, был шишмә тураһында "Ете төндә етмеш уйым" тигән йыр ҙа яҙылған (Г. Ситдиҡова һүҙҙәре, Б. Байморатов музыкаһы, Л. Ишемйәрова башҡара).
  • 2018 йылда ауылда халыҡтың дөйөм тырышлығы менән төҙөлгән мәсет асылды [5],[6]

Күренекле кешеләре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • YouTube сайтында Видео Йөйәгем. Искәндәр Ғәзизов йырлай
  • YouTube сайтында Видео История села Зуяково.
  • YouTube сайтында Видео История села Зуяково. Продолжение
  • YouTube сайтында Видео Зуяково, Инзер, река, птица ловит рыбу
  • YouTube сайтында Видео Зуяково
  1. 1,0 1,1 1,2 http://www.beladmin.ru/bash/munobor/selskie/detail.php?ID=19036(недоступная ссылка)
  2. 2,0 2,1 Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.
  3. http://www.beladmin.ru/bash/soviet/shema_okrugov/ 2016 йыл 4 март архивланған.
  4. http://bash.bashgazet.ru/kultura-i-literatura/2352-snt-asyly-halysanlyta.html
  5. Йөйәктә мәсет буласаҡ
  6. Йөйәктә яңы мәсет(недоступная ссылка)