Мөлөков Харис Яҡуп улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мөлөков Харис Яҡуп улы
Тыуған көнө 1 октябрь 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (85 йәш)
Тыуған урыны Архангел районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө ғалим
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]

Мөлөков Харис Яҡуп улы (1 октябрь 1938 йыл — 28 октябрь 2012 йыл) — ғалим-физик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1998), профессор (2004), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2001).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Харис Яҡуп улы Мөлөков 1938 йылдың 1 октябрендә Башҡорт АССР-ының Архангел районы Үрге Ләмәҙ ауылында тыуған.

Белорет районы Йөйәк ете йыллыҡ мәктәбенән һуң Инйәр урта мәктәбен тамамлай һәм, Башҡорт дәүләт университетының физика-математика факультетына уҡырға инеп, 1961 йылда юғары белем алып сыға. Аҙыраҡ эшләгәс, Свердловск ҡалаһында аспирантурала уҡыуын дауам итә һәм Дондағы Ростовтың юғары уҡыу йортонда фән кандидатлығына диссертация яҡлай. 1967 йылдан шул ҡалалағы ауыл хужалығы машиналары эшләү институтында хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай.

1972 йылдан Башҡорт дәүләт университетында уҡыта.

1977 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия институтының дөйөм физика кафедраһы мөдире.

1986 Металдың юғары пластиклығы проблемалары институтында (ИСПИ) эшләй, бер үк ваҡытта 2003 йылдан Өфө дәүләт авиация техник университетында уҡыта.

1998 йылда «техник фәндәр докторы» исеменә диссертацияһын уңышлы яҡлай.

2004 йылда профессор дәрәжәһе бирелә.

Харис Яҡуп улы Мѳлѳков күп аспиранттарҙың остазы, йәштәрҙе фән юлына баҫтырыуҙа ҙур ѳлѳш индерә.

Фәндә эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фәндә эшмәкәрлеге конденсациялы мөхит проблемаларына бағышлана, наноматериалдарҙы, нанотехнологияларҙы өйрәнә.

Харис Мөлөков төрлө берләшмәле магнит-кристалл анизотропияһына водород атомдарын индереүе һәм баҫым яһауы йоғонтоһон тикшерә. Нанокристаллик структуралы металдарҙың һәм иретмәләрҙең үҙенсәлектәрен, уларҙың бирелгән рәүеште һаҡлауы сифатын, наноструктураларҙың төрлө магнит үҙенсәлектәренә йоғонтоһон асыҡлай.

150 фәнни хеҙмәт яҙған һәм уйлап табыу буйынса бер хеҙмәте бар[1].

Фәнни хеҙмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Влияние структуры сплава Ni2.16Mn0.81Fe0.05Ga на температурную зависимость намагниченности //Доклады Российской Академии наук. 2005. Т.400. № 3 (соавт.);
  • ДИЛАТОМЕТР ДЛЯ ИЗМЕРЕНИЯ ТЕПЛОВОГО РАСШИРЕНИЯ ОБРАЗЦОВ МАЛЫХ РАЗМЕРОВ [2]
  • Магнитные свойства магнитоупорядоченных металлов и сплавов с субмикрокристаллической структурой

[3]

  • Thermoelastic martensitic transition and magnetic properties of Ni2.14Mn0.81Fe0.05Ga alloy in different structural states //Journal of Physics: Condensed Matter. 2005. Vol.17 (соавт.).

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Мөлөкөв Харис Яҡуп улы[1] 2019 йыл 24 декабрь архивланған..