Ибраһимов Әнүәр Камил улы
Әнүәр Ибраһимов | |
Шәхси мәғлүмәт | |
---|---|
Енесе |
ир-ат |
Тулы исеме |
Әнүәр Камил улы Ибраһимов |
Гражданлығы | |
Специализация | |
Тыуған датаһы | |
Тыуған ере |
Башҡорт АССР-ының Өфө ҡалаһы |
Буйы |
176[1] |
Ауырлығы |
76[1] |
Ибраһимов Әнүәр Камил улы ( 27 ноябрь 1965 йыл) — СССР спортсыһы, фехтовальщик. Рапиристарҙың команда ярыштарында Олимпия чемпионы[1]. СССР-ҙың атҡаҙанған (1988) һәм халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1984), Рәсәйҙең фехтование буйынса атҡаҙанған тренеры (2004). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1994)[2]. Рәсәйҙең Почёт (1989), 2-се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы (2003) һәм Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы (2004) ордендары кавалеры.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Әнүәр Камил улы Ибраһимов 1965 йылдың 27 ноябрендә Өфөлә тыуа.
Спорт карьераһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Әнүәр Ибраһимов ҡатнашҡан ярыштар:
- Олимпиадалар: 1988 (1-се урын), 1992 (5-се урын).
- 5 тапҡыр Европа Кубогында (5 тапҡыр еңеүсе)
- "Дуҫлыҡ-84" турниры (чемпион)
Ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Маҡтаулы исемдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Рапирала фехтование буйынса атҡаҙанған спорт мастеры (1988).
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған тренеры[3]
Титулы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Сеул Олимпиадаһы чемпионы.
Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ҡатыны — Величко Ольга Евгеньевна - ике тапҡыр донъя чемпионы, Европа чемпионы, Европа Кубогы эйәһе, СССР-ҙың һәм Рәсәйҙең чемпионы, СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры.
- Улы — Камил.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 1,2 Карточка спортсмена 2011 йыл 18 март архивланған. (инг.)(инг.)
- ↑ Ибраһимов Әнүәр Камил улы // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН «Башкирская энциклопедия», 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- ↑ Ибрагимов Анвар Камилаевич
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ибраһимов Әнүәр Камил улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 21 ноябрь 2020)