Ибәтулла (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Ибәтулла — башҡорт һәм төрки мосолман ир-ат исеме.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ибәтулла исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән ингән һәм ибәт + улла; алла бүләге тигәнде аңлата[1].
Билдәле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ибәтулла Йәғәфәр улы Арыҫланов (1891 — 10 июль 1938) — совет партия-дәүләт эшмәкәре, юрист. Башҡортостан АССР-ының Баш суды рәйесе (1932—1935).
Ибәтулла Ғөбәйҙуллин (1787—?) — хәрби эшмәкәр. Рус-прусс-француз һуғышында, 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм Рус армияһының сит илгә 1813—1814 йылдарҙағы походтарында ҡатнашыусы.
Фамилия
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ибәтуллин Зәйнулла (1891 йыл — март 1919 йыл) — совет эшмәкәре. Беренсе донъя һәм Рәсәйҙәге Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы, тулы Георгий таҫмаһы кавалеры.
Ибәтуллина Рифа Барый ҡыҙы (17 ғинуар 1951 йыл) — ғалим-гигиенист. Медицина фәндәре докторы (2001). Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2003).
Ибәтуллин Урал Ғәли улы (5 март 1948 йыл; БАССР, Салауат районы, Малаяҙ ауылы) — химик-технолог, химия фәндәре докторы (1991), профессор (1991).
Ибәтуллин Ғәйнулла Хәлиулла улы (8.08.1943), ауыл хужалығы ветераны, элекке «Йондоҙ» колхозы бригадиры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Талас ауылынан[3].
Зиннәтуллин Рәсим Ибәтулла улы (1946), ауыл хужалығы ветераны. 1983—2006 йылдарҙа Миәкә районының «Октябрь» хужалығы етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
Луҡманов Мансур Ибәтулла улы — Ниғәмәт урта мәктәбенең элекке директоры, РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы.
Латипова Миңниса Ибәтулла ҡыҙы — шағирә[6].
Ибәтуллин Илфаҡ Ғаян улы (30.03.1990) , көрәшсе һәм билбау көрәшесеһе, билбауҙа көрәш буйынса рәсәй чемпионы, билбау көрәше буйынса рәсәй чемпионаты призеры, Көмөш билбау көрәше буйынса донъя чемпионы булған, рәсәйҙең спорт мастеры.
Ибәтуллин Роберт Урал улы (псевдонимы Рауил Искәндәр) -(11.12.1974, Өфө) — рәсәй фантастиге.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |