Эстәлеккә күсергә

Пятяри Иван Викторович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Иван Викторович Пятяри битенән йүнәлтелде)
Пятяри Иван Викторович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 4 март 1921({{padleft:1921|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})
Тыуған урыны Хакас Республикаһы, РСФСР
Вафат булған көнө 5 июнь 1949({{padleft:1949|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (28 йәш)
Вафат булған урыны Лунинец[d], Пинская область[d], Белорус Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Ерләнгән урыны Лунинец[d]
Һөнәр төрө военный лётчик
Хәрби звание Майор
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Хәрби подразделение 1-я гвардейская штурмовая авиационная дивизия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ленин ордены Советтар Союзы Геройы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены Александр Невский ордены «Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалы

Пятяри Иван Викторович (4 март 1921 йыл — 5 июнь 1949 йыл) — 3-сө Белоруссия фронты 1-се һауа армияһы 1-се гвардия штурмлау авиация дивизияһының 136-сы гвардия штурм авиацияһы полкының командир ярҙамсыһы, гвардия майоры, Советтар Союзы Геройы (1945).

Иван Викторович Пятяри 1921 йылдың 4 мартында Енисей губернаһы Минусинск өйәҙе Енисейск ауылында (хәҙерге Хакасияның Яңы Михайловка волосы Яңы Енисейка ауылы булыуы ихтимал[1]) хеҙмәткәрҙәр Прасковья Павловна һәм Виктор Иванович Пятяри ғаиләһендә тыуа.

Рус, фин тамырҙарына эйә[1]. 1924 йылда ғаилә Красноусолға күсенә. Бында урта мәктәпте, Өфөлә кооператив техникумының өс курсын һәм Өфө аэроклубын тамамлай. 1944 йылдан ВКП(б) ағзаһы.

Ҡыҙыл Армияла 1940 йылдан. Башҡорт АССР-ының Красноусольск ҡасабаһынан саҡырыла. Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында — 1942 йылдың июленән. 136-сы гвардия штурмлаусы авиаполктың командир ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә (3-сө Белоруссия фронты, 1-се һауа армияһы, 1-се гвардия штурмлау авиадивизияһы).

Гвардия капитаны И. В. Пятяри 1945 йылдың февраленә 276 хәрби осош яһай, дошмандың төрлө мөһим объектын бомбаға тота. 15 һауа һуғышында дошмандың 3 самолетын бәреп төшөрә[2]. Көньяҡ фронтта Миус йылғаһындағы алышта Иван пятяри шәхсән 17 танкыны яндыра, Саур-Могильский районына бер осошта ғына 3 танкыны юҡ итә. Ошо батырлығы өсөн 8-се армия командующийы тарафынан шул уҡ көндө Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә[2]. «Советтар Союзы Геройы» исеме 1945 йылдың 19 апрелендә бирелә.

Һуғыштан һуң хеҙмәтен Хәрби-Һауа көстәрендә дауам итә. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, 1949 йылдың 5 июнендә Белоруссияның Брест өлкәһендә Лунинец ҡалаһы районында хәрби хеҙмәтен үтәгәндә авиация һәләкәтендә һәләк була. Шунда уҡ ерләнә[3].

Башҡа мәғлүмәттәр буйынса үҙ-үҙенә ҡул һала[4].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Герой хөрмәтенә Красноусол мәктәбендә иҫтәлекле билдә ҡуйылған.
  • Герой исемен Красноярск ҡалаһы һәм Красноусол ауылындағы урамдар йөрөтә.
  • Красноусолдың Герой уҡыған 2-се мәктәп бинаһына иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған.
  1. 1,0 1,1 Бесстрашный ас // Минусинский край. — 2015. — В. 5—6 (74-75). Архивировано из первоисточника 17 апрель 2018.
  2. 2,0 2,1 2,2 Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 793756, д. 39, л. 333—337).
  3. Пятяри Иван Викторович. «Герои страны» сайты.
  4. Донесения о потерях
  5. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686046, д. 45, л. 5).
  6. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686044, д. 699, л. 3, 41, 42).
  7. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686044, д. 1982, л. 6, 162, 163).
  8. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686044, д. 1983, л. 4, 118, 119).
  9. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686196, д. 5242, л. 2, 80—82).
  10. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690155, д. 3741, л. 4, 100, 101).
  11. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690155, д. 1376, л. 4, 66, 67).
  • Несокрушимые. — Уфа, 1985.
  • Славные сыны Башкирии. — Уфа, 1979, кн. 4.