Александров Игорь Васильевич
Александров Игорь Васильевич | |||
Файл:Alexandrov I.V..jpg | |||
Тыуған көнө | |||
---|---|---|---|
Тыуған урыны | |||
Ил | |||
Ғилми даирәһе |
кристаллография (интенсив пластик деформациялар физикаһы) | ||
Эшләгән урыны | |||
Альма-матер | |||
Ғилми дәрәжәһе |
физика-математика фәндәре докторы;(1997) | ||
Ғилми исеме | |||
Награда һәм премиялары |
Рәсәй Федерацияһының юғары профессиональ белем биреү почетлы хеҙмәткәре (2010) Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2002)Башҡортостан Республикаһының фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2015) | ||
Александров Игорь Васильевич (26 ноябрь 1954 йыл) — СССР һәм Рәсәйҙең ғалим-физигы. Физика-математика фәндәре докторы, профессор, физика кафедраһы мөдире, Өфө дәүләт авиация техник университетының авиация-технология системалары Институты директоры[1], «Наноструктуралы материалдар һәм юғары технологиялар» (ӨДАТУ)[2] Фәнни-белем биреү үҙәге етәксеһе. Төп эштәре интенсив пластик деформациялар физикаһы, металдарҙың һәм иретмәләрҙең ныҡлығы һәм һығылмалылығы физикаһы өлкәһендә эшләнгән.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1954 йылда Өфө ҡалаһында тыуған. 1976 йылда Башҡорт дәүләт университетының физика факультетын тик яҡшы билдәләр менән тамамлай. 1976 йылдан башлап Өфө авиация институтында эшләй (ӨАИ): кесе ғилми хеҙмәткәр (1976—1978), аспирант (1978—1981), ассистент, өлкән уҡытыусы (1981—1984).
1982 йылда Ленинград политехник институтында физика буйынса кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.
1984—1985 йылдарҙа Шеффилд университетында (Бөйөк Британия) бер йыллыҡ стажировка үтә. 1984 йылдан — доцент. 1986—1987 йылдарҙа — Өфө авиация институтының икенсе авиация-технология факультеты деканы.
1991—1995 йылдарҙа — Өфө дәүләт авиация техник университетының (ӨДАТУ) дөйөм фәндәр кафедралары факультеты деканы.
1995 йылдан алып Өфө дәүләт авиация техник университетының перспективалы материалдар физикаһы Институты алдынғы ғилми хеҙмәткәре. Ике тапҡыр Ҡытайға лекциялар курсы уҡыу өсөн бара. 1997 йылда «Үтә бәләкәй бөртөклө материалдарҙың структураһын һәм үҙенсәлектәрен тикшереү өсөн рентгеноструктура анализы алымдарын ҡулланыу һәм үҫтереү» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.
2002 йылдан алып Өфө дәүләт авиация техник университетының физика кафедраһы профессоры. 2004 йылдан ӨДАТУ-да физика кафедраһы мөдире.
2016 йылдан алып ӨДАТУ-ның авиация-технологик системалар Институты директоры[3].
Фәнни ҡаҙаныштары һәм танылыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Интенсив пластик деформация ярҙамында алынған үтә бәләкәй бөртөклө наноструктуралы материалдарҙың структураһын һәм үҙенсәлектәрен тикшереү өсөн рентгеноструктура анализы ысулдарын камиллаштыра. 260-тан ашыу фәнни хеҙмәт һәм бер патент авторҙашы[4]. Бер нисә монографияһы инглиз һәм ҡытай теленә тәржемә ителгән. РФА-ның Review on Advanced Materials Science журналы бер нисә сығарылышы мөхәррире[5]. Thomson Reuters медиакомпанияһының Materials Science Citation Index (инг.)баш. өҙөмтә килтереү индексы буйынса 2000—2010 йылдарҙа донъя материалдар белгестәренең тәүге йөҙөнә (23-сө урын) инә. 2015 йылда «Яңы нанокристалл материалдарҙы эшләү, тикшереү һәм ҡулланыу» эштәр циклы өсөн Александров И. В., нанотехнологиялар кафедраһы мөдире, ӨДАТУ-ның перспективалы материалдар физикаһы Институты директоры, профессор Валиев Р. З., нанотехнологиялар кафедраһы мөдире урынбаҫары, ӨДАТУ-ның перспективалы материалдар физикаһы Институты директоры урынбаҫары профессоры Исламгалиев Р. К һәм Көньяҡ Калифорния һәм Саутгемптон университеты профессоры Лэнгдон Теренс Джордж менән бергә, Башҡортостан Республикаһының фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы менән бүләкләнде[6].
Китаптары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Валиев Р. З., Александров И. В. Объемные наноструктурные материалы, полученные интенсивной пластической деформацией. -М.: Логос, 2000. — 272с.:ил., ISBN 5-88439-135-8
- Валиев Р. З., Александров И. В. Объемные наноструктурные металлические материалы: получение, структура и свойства. -М.: ИКЦ «Академкнига», 2007. — 398с.:ил., ISBN 978-5-94628-217-8
- Александров И. В. «Введение в нанотехнологии». Учебное пособие / И. В. Александров. — Уфа: УГАТУ, 2010. — 114 с.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рәсәй Федерацияһының почетлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2010)
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2002).
- Башҡортостан Республикаһының фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2015).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Кафедра физики
- ↑ Научно-образовательный центр «Наноструктурные материалы и высокие технологии» (УГАТУ) / Федеральный интернет-портал «Нанотехнологии и наноматериалы» 2014 йыл 9 ноябрь архивланған.
- ↑ Академия Наук Республики Башкортостан — Александров Игорь Васильевич
- ↑ Способ получения ультрамелкозернистых заготовок из титановых сплавов. Патент РФ 2364660
- ↑ http://www.ipme.ru/e-journals/RAMS/no_32510/vol25_no3_contents.pdf
- ↑ Присуждены Государственные премии Республики Башкортостан в области науки и техники за 2015 год 2016 йыл 23 ноябрь архивланған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башкирская энциклопедия: в 7 т./ Науч.-ред. совет науч. изд-ва «Башкирская энциклопедия», Ред. кол. Башкирской энциклопедии; гл. ред. М. А. Ильгамов. Т. 1: А-Б : — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2005.
- Абитуриенты выбирают нано / Руслан Зуфарович Валиев, Игорь Васильевич Александров; [беседу вела] Марина Муравьева // Ученый совет. — 2010. — N 11. — С.22-24 : 2 фот. . — ISSN 2074-9953 http://www.strf.ru/material.aspx?CatalogId=221&d_no=33276#.VEvhXXlxlhg[1] 2015 йыл 24 сентябрь архивланған.
- Гузаиров М. Б., Исмагилов Ф. Р., Филимонов М. А. УГАТУ 80 лет / Уфимск. гос. авиац. техн. ун-т. — Уфа: УГАТУ, 2012 −348с..
- 26 ноябрҙә тыуғандар
- 1954 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Өфөлә тыуғандар
- Физика-математика фәндәре докторҙары
- Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәрҙәре
- Алфавит буйынса ғалимдар
- XX быуат физиктары
- Рәсәй физиктары
- Алфавит буйынса физиктар
- Башҡорт дәүләт университетын тамамлаусылар