Лим Игорь Николаевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Игорь Николаевич Лим битенән йүнәлтелде)
Лим Игорь Николаевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 3 август 1952({{padleft:1952|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})[1] (71 йәш)
Тыуған урыны Хужанд, Тажик Совет Социалистик Республикаһы[d], СССР
Һөнәр төрө Төҙөүсе, дәүләт хеҙмәткәре
Уҡыу йорто Ҡазан дәүләт архитектура-төҙөлөш университеты[d]
Әүҙемлек урыны Нефтекама ҡалаһы ҡала округы һәм ҡала башлығы[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы

Лим Игорь Николаевич (3 август 1952 йыл) — Башҡортостан Республикаһының хужалыҡ һәм дәүләт эшмәкәре, 19942003 йылдарҙа Нефтекама ҡала хакимиәте башлығы[2], 19952002 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (2002), Нефтекама ҡалаһының почётлы гражданы (2013)[3].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Игорь Николаевич Лим 1952 йылдың 3 авгусында Тажик ССР-ының Ленинабад[4] ҡалаһында тыуған.

1974 йылда Ҡазан инженер-төҙөлөш институтын тамамлаған, һөнәре буйынса «инженер-төҙөүсе».

Хеҙмәт эшмәкәрлеген йүнәлтмә буйынса шул уҡ йылда Татар АССР-ының Сарман районында урынлашҡан «Джалильнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығының төҙөлөш-монтаж идаралығында мастер булып башлай, артабан 1976 йылғаса прораб вазифаһын башҡара.

1976 йылда Нефтекама ҡалаһына күсеп килә һәм 1979 йылға тиклем Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденлы «Башнефтепромстрой» (БНПС) республика әһәмиәтендәге төҙөлөш тресының 4-се төҙөлөш идаралығында прораб, производство-техник бүлеге (ПТО) начальнигы булып эшләй.

Шул уҡ 1979 йылда бер ни тиклем ваҡыт «Башнефть» берләшмәһе күсмә механизацияланған колоннаһының Нефтекама участкаһында өлкән прораб вазифаһын башҡарғандан һуң, артабанғы хеҙмәт эшмәкәрлеген «БНПС» төҙөлөш тресында дауам итә: 1981 йылға тиклем 4-се төҙөлөш идаралығының ПТО етәксеһе була. 19811986 йылдарҙа трестың күсмә механизацияланған колоннаһының баш инженеры һәм начальнигы, 1986—1994 йылдарҙа — «Башнефтепромстрой» тресының баш инженеры.

1994 йылдың декабрендә Игорь Лим Нефтекама ҡала хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнә һәм был яуаплы вазифала 2003 йылдың майына тиклем эшләй. Был осорҙа ул Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Вәкилдәр палатаһы депутаты итеп һайлана.

2003 йылдың майынан 2006 йылдың авгусына тиклем Арлан керамик кирбес заводы директоры, артабан 2008 йылдың майынаса — «Интегралжилстрой» төҙөлөш ойошмаһының генераль директоры, 2013 йылдың мартында хаҡлы ялға сыҡҡансы — «Нефтегазстрой» ойошмаһының производство-техник бүлеге етәксеһе.

Нефтекама ҡалаһын төҙөүгә һәм уның артабан үҫешенә индергән ҙур өлөшө һәм ҡаланың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡаны өсөн Нефтекама ҡала округы Советының 2013 йылдың 27 июнендәге 3—14/09-сы ҡарары менән Игорь Николаевич Лимға «Нефтекама ҡалаһының почётлы гражданы» тигән маҡтаулы исем бирелә[3].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (2002)
  • Нефтекама ҡалаһының почётлы гражданы (2013)[3].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Лим Игорь Николаевич // https://www.biografija.ru/biography/lim-igor-nikolaevich.htm
  2. Нефтекамск смотрит в завтра. К 35-летию города. Уфа. Издательство «Слово», 1998 год
  3. 3,0 3,1 3,2 Официальный сайт Совета городского округа город Нефтекамск Республики Башкортостан. Почетные граждане города Нефтекамска (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 август 2017)
  4. хәҙер Тажикстан Республикаһының Хужанд ҡалаһы

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Нефтекамск смотрит в завтра. К 35-летию города. Уфа. Издательство «Слово», 1998 год.