Иҙрисов Мәхмүтйән Мөҙәрис улы
Иҙрисов Мәхмүтйән Мөҙәрис улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 20 февраль 1948[1] |
Тыуған урыны | Күпербаш ауылы, Яңы Ҡайынлыҡ ауыл советы, Краснокама районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР[1] |
Вафат булған көнө | 24 ғинуар 2022[1] (73 йәш) |
Вафат булған урыны | Николо-Берёзовка, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй |
Һөнәр төрө | зоотехник |
Биләгән вазифаһы | Башҡортостан Республикаһының халыҡ депутаты |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт аграр университеты |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Иҙрисов Мәхмүтйән Мөҙәрис улы (рус. Идрисов Махмутзян Мударисович; 20 февраль 1948 йыл — 24 ғинуар 2022 йыл) — СССР һәм партия органдары хеҙмәткәре. 1988 йылдан КПСС-тың Краснокама район комитетының икенсе секретары, артабан район Советы башҡарма комитеты рәйесе; 1991—2003 йылдарҙа район хакимиәте башлығы. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Краснокама районының почётлы гражданы (2019).
1990 йылдың 11 октябрендә Башҡорт АССР-ының ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул иткән БАССР-ҙың 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты, халыҡ депуттары советы, идара үҫеше һәм үҙидара мәсьәләләре буйынса комиссия ағзаһы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәхмүтйән Мөҙәрис улы Иҙрисов 1948 йылдың 20 февралендә Башҡорт АССР-ының Краснокама районы Күпербаш ауылында тыуған.
Милләте башҡорт, юғары белемле — 1979 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын, 1992 йылда Свердловск Юғары партия мәктәбен тамамлаған.
1966—1967 йылдарҙа Аксенов ауыл хужалығы техникумында уҡый, артабан Совет Армияһыда хеҙмәт итә һәм, запасҡа сығарылғас, уҡыуын дауам итә. Хеҙмәт юлын 1971 йылда, техникумды тамамлағас, Краснокама районы колхоздарында зоотехник булып башлай. 1975—1983 йылдарҙа «Красный партизан» колхозының партия ойошмаһы секретары. 1983—1985 йылдарҙа Краснокама районы «Маяҡ» колхозы рәйесе. 1988 йылдан халыҡ депутаттарының Краснокама район Советы башҡарма комитеты рәйесе; 1991—2003 йылдарҙа район хакимиәте башлығы.[2]
Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советына депутат итеп һайлана, Юғары Советтың халыҡ депуттары советы, идара үҫеше һәм үҙидара мәсьәләләре буйынса комиссия ағзаһы. [3]
Хеҙмәт ветераны 2022 йылдың 24 ғинуарында вафат булды[4].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
- Краснокама районының почётлы гражданы (2019)[5].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Башинформ (урыҫ) / под ред. А. В. Валиев — 1992.
- ↑ // Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.удк 930 5-8258-0204-5ISBN
- ↑ Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 34
- ↑ Ушел из жизни экс-глава Краснокамского района Башкирии Махмутзян Идрисов. ИА «Башинформ», 26 января 2022 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 ғинуар 2022)
- ↑ Администрация муниципального района Краснокамский район Республики Башкортостан. Официальный сайт. Почётные граждане 2022 йыл 27 ғинуар архивланған.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 12 созыв (БАССР) Краснокама районы, 229-сы Редькин һайлау округы
- И это были не самые лёгкие времена. МИНИСТЕРСТВО СЕЛЬСКОГО ХОЗЯЙСТВА РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН. Официальный сайт. Новости районов. 25 февраля 2021 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 ғинуар 2022)
- 20 февралдә тыуғандар
- 1948 йылда тыуғандар
- Краснокама районында тыуғандар
- 24 ғинуарҙа вафат булғандар
- 2022 йылда вафат булғандар
- Краснокама районында вафат булғандар
- Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлаусылар
- 12-се саҡырылыш Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаттары
- Свердловск Юғары партия мәктәбен тамамлаусылар
- Колхоз рәйестәре
- Шәхестәр:Краснокама районы
- Халыҡ депутаттарының район Советы башҡарма комитеты рәйестәре
- Краснокама районы башлыҡтары
- КПСС ағзалары
- Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре