Иҙрисов Мәхмүтйән Мөҙәрис улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Иҙрисов Мәхмүтйән Мөҙәрис улы
Заты ир-ат
Тыуған көнө 20 февраль 1948({{padleft:1948|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (73 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Краснокама районы, Яңы Ҡайынлыҡ ауыл советы, Күпербаш
Биләгән вазифаһы Башҡортостан Республикаһының халыҡ депутаты
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт аграр университеты

Иҙрисов Мәхмүтйән Мөҙәрис улы (рус. Идрисов Махмутзян Мударисович) (20 февраль 1948 йыл) — совет һәм партия органдары хеҙмәткәре. 1988 йылдан Краснокама районы башлығы. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты, халыҡ депуттары советы, идара үҫеше һәм үҙидара мәсьәләләре буйынса комиссия ағзаһы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мәхмүтйән Мөҙәрис улы Иҙрисов 1948 йылдың 20 февралендә Башҡорт АССР-ының Краснокама районы Күпербаш ауылында тыуған.

Милләте башҡорт, юғары белемле — 1979 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын, 1992 йылда Свердловск Юғары партия мәктәбен тамамлаған.

1966—1967 йылдарҙа Аксенов ауыл хужалығы техникумында уҡый, артабан Совет Армияһына сағырыла. Хеҙмәт юлын 1971 йылда, техникумды тамамлағас, Краснокама районы колхоздарында зоотехник булып башлай. 1975—1983 йылдарҙа «Красный партизан» колхозының партия ойошмаһы секретары. 1983—1985 йылдарҙа Краснокама районы «Маяҡ» колхозы рәйесе. 1988 йылдан Краснокама районы халыҡ депутаттары Советы рәйесе — район хакимиәте башлығы. [1]

Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана, Юғары Советтың халыҡ депуттары советы, идара үҫеше һәм үҙидара мәсьәләләре буйынса комиссия ағзаһы. [2]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. // Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.удк 930 5-8258-0204-5ISBN
  2. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 34

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Краснокама районы, 229-сы Редькин һайлау округы