Изге Дмитрий Ростовский ҡәлғәһе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Изге Дмитрий Ростовский ҡәлғәһе
Рәсем
Нигеҙләү датаһы 6 апрель 1761
Дәүләт Рәсәй
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1835

Изге Димитрий Ростовский ҡәлғәһе — Рәсәй империяһының фортификация ҡоролмалары. Изге Димитрий Ростовский хөрмәтенә аталған. Изге Димитрий Ростовский ҡәлғәһе XVIII быуат уртаһында ҙур хәрби- стратегик әһәмиәткә эйә булған һәм Рәсәйҙең көньяҡ ҡәлғәләре араһында иң ҡеүәтлеһе булған. Ҡәлғә исеменән Дондағы Ростов ҡалаһының исеме барлыҡҡа килгән.

Ҡәлғә туранан-тура хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашмай, 1768— 1774 йылдарҙа рус-төрөк һуғышы тамамланыу менән был ҡәлғә сик нығытмаһы әһәмиәтен юғалта. Уның элекке форштадттарынан 1811 йылға Екатеринослав губернаһының Дондағы Ростов ҡалаһы барлыҡҡа килә. 1835 йылда Ростов ҡәлғәһенең гарнизоны һәм хәрби мөлкәте Анапаға күсерелә. Валдары һәм бастиондары XIX быуат аҙағында ер менән тигеҙләнә.

Урынлашыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡәлғә хәҙерге Чехов һәм Ҡәлғә тыҡрыҡтары, Горький һәм Станиславский урамдары араһында урынлашҡан. .

Төҙөлөшө[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1740 йылда Изге Аанна ҡәлғәһенә ҡарағанда Донда Тимерник таможняһын һаҡлау өсөн ҡеүәтле нығытма булдырыу зарурлығы килеп тыуа. 1744 йылда капитан Сипягин Бай сығанаҡ ҡотоғо янында нығытма төҙөү урынын һайлауы тураһында хәбәр итә. Сенат тәүге ете проектты кире ҡаға, әммә тик ике проект хупланғас ҡына (таш һәм ер нығытмалар). 1760 йылдың 20 декабрендә Изге Анна ҡәлғәһе гарнизоны яңы урынға күсерелә. 1761 йылды 6(17) апрелендә императрица Елизавета Петровна үҙенең указы менән яңы ҡәлғәғә Изге Дмитрий Ростовский исемен бирә[1], һәм шул уҡ йылдың 23 сентябрендә уның нигеҙенә тәүге таш һалына.

Төҙөлөш менән хәрби инженер А. И. Ригельман етәкселек итә.

Ригельман күрһәтмәһе буйынса ҡәлғәне һәм ундағы ҡоролмаларҙы төҙөү өсөн Кизитерин үҙәнендә кирбес заводы төҙөйҙәр. Төҙөлөш өсөн ташты Бай сығанаҡтан алалар, бүрәнәләрҙе Миус һәм Калмиус йылғалары янындағы Леонтьев һәм Глухой йырҙаларынан ташыйҙар. Ағасты ҡырҡып, Миус лиманына тиклем Миус буйлап ағыҙалар. Лимандан бүрәнәләрҙе төҙөлөш урынына тиклем аттарҙа, үгеҙҙәрҙә ташығандар. 1761 йылға ҡәлғәлә ете редут һалына.

Ер нығытмалар һәм ҡәлғәнең төп ҡоролмалары 1763 йылға тамамлана.

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Изге Димитрий Ростовский ҡәлғәһе бик ҙур хәрби-стратегик әһәмиәткә эйә. Ул Рәсәйҙәге көньяҡ ҡәлғәләр араһында иң ҡеүәтлеһе була. Ҡәлғәнең әйләнәһе яҡынса 3,5 км, майҙаны — яҡынса 76 гектар тәшкил итә.

Ҡәлғәнең план-схемаһы

(рисунок из статьи «Дмитрия Ростовского (Святого) крепость»; «ВЭС»; 1912 год)

Ҡәлғә планында йондоҙ ҡиәфәтле була, йырын менән уратып алынған һәм һигеҙ равелин менән тоташҡан туғыҙ редутан торған. Дон яғынан ҡәлғәне ер нығытма менән бастион һаҡлап торған. Бастиондан түбәнерәк текә яр ике редут, өс батарея һәм ике ярым бастион менән нығытылған. Нығытмаларҙың дөйөм оҙонлоғо 3,5 километр тәшкил иткән. Ҡәлғә диуарында ике ҡапҡа — көнбайыш һәм көнсығыш ҡапҡалар булған. Редуттар Троица, Аннинский, Андрей Первозванный, Екатерина, Елизавета, Петр, Павлов, Александр Невский, Дон исемдәрен йөрөткән.

Ҡәлғә 238 орудие менән ҡоралланған булған.

Ҡәлғә территорияһында дары, артиллерия һәм аҙыҡ-түлек складтары, 28 һалдат казармалары һәм хәрби лазареттар, шулай уҡ офицерҙар йорто һәм һөнәрсе һәм сауҙагәр йорто төҙөлгән.

Ҡәлғәгә ике ҡапҡа алып бара. Ҡәлғәнең көнбайышында Архангельск ҡапҡалары, көнсығышта — Георгий ҡапҡалары. Ҡәлғә эсендәге урамдарҙың киңлеге 10 м алып 20 метрға тиклем тура мөйөшлө кварталдар барлыҡҡа килтергән. Шул уҡ ваҡытта урамдар йылғаға перпендикуляр һалынған. Үҙәк урам Богатян тыҡрығы исемен алған (хәҙерге Киров проспекты).

Ҡәлғәлә үҙәк майҙанда һигеҙ ҡырлы барабан һәм көмбәҙ менән Покровка соборы төҙөлә. Хәрби ведомствоның төп административ биналарының фасадтары был соборға йөҙө менән тора. 18 быуат аҙағына ҡәлғә биләмәһендә биш сиркәү төҙөлә: Йәмиғ Покровский, Казанская, Николаев, Сауҙагәр сиркәүе (Богородица Раштыуаһы) һәм Бөтә Изгеләр храмы.

Файл:Памятник "Основателям крепости Димитрия Ростовского".JPG
«Димитрий Ростовский ҡәлғәһенә нигеҙ һалыусылар» һәйкәле

Үҙ ваҡытында ҡәлғәлә диңгеҙ хәрби начальнигы Федор Ушаков хеҙмәт иткән, 1778 йылда ҡәлғәлә А. В. Суворов булған

1768 йылда ҡәлғә халҡы биш меңдән ашыу була.

XIX быуат башында ҡәлғә туҙа, нығытмалары яйлап емерелә, биләмәләрендә торлаҡтар төҙөлә, тупраҡ валдары юҡҡа сыға. 1835 йылда ҡорал, амуниция һәм атыу кәрәк-яраҡтарын Анапа ҡәлғәһенә күсерәләр.

Һәйкәл[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2009 йылдың 15 декабрендә Дондағы Ростовтың рәсми 260 йыллығына Оло Баҡса урамы һәм Ҡәлғә тыҡрығы киҫелешендә ҡәлғәгә нигеҙ һалыусыларға һәйкәл асыпа. Постаменттағы фигуралар араһында: төҙөүсе А. Ригельман, ҡәлғәнең беренсе коменданты Сомов, Дон ғәскәре атаманы Д. Ефремов һәм сауҙагәр Хастанов (Темерник таможняһы начальнигы) бар[2].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]