Эстәлеккә күсергә

Изге Саркис сиркәүе (Тбилиси)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Изге Саркис сиркәүе
Нигеҙләү датаһы 1737
Рәсем
Дәүләт  Грузия
Административ-территориаль берәмек Тбилиси
Епархия Грузинская епархия ААЦ[d]
Архитектура стиле армянская архитектура[d]
Карта

Изге Саркис сиркәү Грузияла Иҫке Тбилиси ҡалаһындағы әрмән сиркәүе. Берия Лаврентий Павлович тарафынан 1930 йылда емерелгән.

Ссиркәү Изге Саркис урамында урынлашҡан була, исеме лә шунан килә.

Сиркәү 1737 йылда Норашен сиркәүе протоиерейы Тер-Сукаис етәкселеге аҫтында төҙөлә башлай.

1795 йылда Мөхәммәт хан ғәскәрҙәре ҡалаға баҫып инә һәм сиркәү булған районды тулыһынса ҡыйрата.

Тбилиси Рәсәй империяһына ингәндән һуң ҡала хөкүмәт үҙәге була һәм шәп үҫешә башлай. 1831 йылда сиркәү протоиерейы булып Ҡырым ярымутрауынан Мануэль Кюмушханеци тәғәйенләнә, ул ҡыҫҡа ваҡыт эсендә эшләп килгән әрмән сиркәүҙәрен тулыһынса реконструкциялауға тотона.

Изге Саркис сиркәүе бейек була һәм эстән матур фрескалар менән бай биҙәлә. Йәнәшәлә сиркәү мәхәллә мәктәбе урынлаша. 1910 йылдарҙа бында викарий булып билдәле әрмән дин әһеле, телсе шағир, тәржемәсе Тирайр Тер-Ованесян тора.

Изге Саркис сиркәүе 1937—38 йылдарҙа Лаврентий Берия бойороғо буйынса Тбилисиҙағы башҡа 11 әрмән сиркәүе менән емерелә. Башта көмбәҙе емерелә, һуңынан стеналарын динамит ҡулланып шартлаталар, ләкин сиркәү тулыһынса емерелмәй, аҫҡы өлөшө һаҡланып ҡала, уныһын аҙаҡ торлаҡ йорт итеп тергеҙәләр.

Сиркәү мәхәллә мәктәбе Ортачала, 79 адресы буйынса яңы урынға күсә, Уның бинаһы һуңыраҡ ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы сифатында ҡулланыла.

  • Armenians in Tbilisi
  • List of Armenian Apostolic Churches in Georgia