Эстәлеккә күсергә

Ике ҡиблалы мәсет

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ике ҡиблалы мәсет
Рәсем
Название с огласовками مَسْجِدُ ٱلْقِبْلَتَيْنِ
Атамаһы مسجد القبلتين
Дәүләт  Сәғүд Ғәрәбстаны
Административ-территориаль берәмек Мәҙинә
Һыйым 2000
Карта
 Ике ҡиблалы мәсет Викимилектә

Әл-Ҡиблатайн мәсете, Ике ҡиблалы мәсет (ғәр. مَسْجِدُ ٱلْقِبْلَتَيْنِ‎; рус. Мечеть аль-Киблатайн) — Мәҙинә ҡалаһы мәсете, Сәғүд Ғәрәбстаны.

Әл-Ҡиблатайн мәсете Мөхәммәт Пәйғәмбәр иҫән сағында уҡ төҙөлгән һәм тәүге мәсеттәрҙең береһе булып тора. Был мәсет мосолман йолаһында бик мөһим урын тота, сөнки тап ошонда Аллаһтан Мөхәммәт Пәйғәмбәргә Ҡәғбәне ҡибла сифатында ҡабул итергә бойорған үәхи иңгән.

Шуға тиклем Ҡотдос (Иерусалим) исламдың ҡиблаһы булған. Уның йүнәлешендә мосолмандар намаҙ (сәләт) уҡырғә тейеш булған[1]. Мәккәлә, шулай уҡ 17-18 ай буйы Мәҙинәлә булғанда, улар Иерусалим яғына ҡарап намаҙ уҡыған. (625 йылда ҡибла урынын мәңгелеккә Мәкккәләге Ҡәғбә биләй)[2][3]).

  1. Cambridge History of Islam / Lewis, Bernard; Holt, P. M.; Lambton, Ann. — Cambridge University Press, 1986.
  2. Cordesman, Anthony H. (инг.)баш. The Final Settlement Issues: Asymmetric Values & Asymmetric Warfare // The Israeli-Palestinian War: Escalating to Nowhere. — Praeger Security International, 2005. — С. 62. — ISBN 0-275-98758-2.
  3. Әл-Бәҡара 2:142