Бураҡаев Илгизәр Диҡҡәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Илгизәр Диҡҡәт улы Бураҡаев битенән йүнәлтелде)
Перейти к навигации Перейти к поиску
Илгизәр Диҡҡәт
Исеме:

Бураҡаев Илгизәр
Диҡҡәт улы

Тыуған көнө:

12 июль 1967({{padleft:1967|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (51 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы
Өфө ҡалаһы

Гражданлығы:

СССРРәсәй флагы

Эшмәкәрлеге:

яҙыусы, тәржемәсе, дәреслектәр авторы,

Жанр:

проза

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

башҡортса

Бураҡаев Илгизәр Диҡҡәт улы, Илгизәр Диҡҡәт (12.07.1957) — прозаик, тәржемәсе, дәреслектәр авторы. 2002 йылдан Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союздары ағзаһы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1967 йылда Өфө ҡалаһында тыуған. Атаһы — ғалим-геолог Бураҡаев Диҡҡәт Насретдин улы, әсәһе — Бураҡаева Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы — яҙыусы һәм педагог. Илгизәр 1984 йылда баш ҡаланың 20-се башҡорт мәктәбен тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә. Ике йыл хәрби хеҙмәттә булып ҡайта. 1992 йылда университетты тамамлағас, Күгәрсен районында уҡытыусы булып эшләй. Ейәнсура башҡорт гимназияһында «Тормош һабаҡтарын» уҡыта һәм директор урынбаҫары вазифаһын башҡара. Рәсәй Федерацияһы мәғариф институтының Башҡортостан филиалында, «Башҡортостан энциклопедияһы» ғилми нәшриәтендә, Башҡортостан Яҙыусылар союзында идара рәйесе урынбаҫары булып эшләй. И. Д. Бураҡаев — «Тормош һабаҡтары» дәреслеге авторҙарының береһе.

Яҙыусының хикәйәттәре һәм мәҡәләләре республикабыҙҙың «Ағиҙел», «Ватандаш», «Шоңҡар» журналдарында һәм гәзиттәрҙә баҫылып тора. Уның әҫәрҙәре 2000 йылда «Күк бүреләре» тигән айырым китап булып нәшер ителде. Был хикәйәттәр башҡорт легендаларына һәм риүәйәттәренә нигеҙләнеп, тарихи факттарға таянып яҙылған. Уларҙың бөтөнөһөн дә бер фекер берләштерә: заман үҙгәрһә лә, халыҡ, милләт алдында әленән-әле тыуып торған проблемалар ҡала килә һәм һәр халыҡ уларҙы үҙенә генә хас милли үҙенсәлектәргә таянып хәл итә ала.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)