Ильясов Барый Ғәли улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ильясов Барый Ғәли улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 13 июнь 1939({{padleft:1939|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (79 йәш)
Һөнәр төрө ғалим
Уҡыу йорто Мәскәү авиация институты[d]
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]

Ильясов Ғәли Барый улы (13 июнь 1939, БАССР-ҙың Хәйбулла районы Бүребай ҡасабаһы) — инженер-электромеханик, БР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2006), техник фәндәре докторы (1983), профессор (1985), РФ-ның (1994) һәм БР-ҙың (1990) атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре, РФ-тың юғары һөнәри белем биреүҙең почетлы хеҙмәткәре (2007), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1985), БАССР-ҙың атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1980).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ғәли Ильясов Барый улы[1] 1939 йылдың 13 июнендә БАССР-ҙың Хәйбулла районы Бүребай ҡасабаһында тыуа.

1962 йылда Мәскәү авиация институтын тамалағас, «Союз» Өфө машиналар эшләү конструкторҙар бюроһында эшләй (1962—1967). 1967—1971 йылдарҙа аспирантурала уҡый.

1971 йылдан Өфө дәүләт авиация институтында уҡыта: кафедра мөдире (1980 йылдан), бер үк ваҡытта 1988 йылдан — факультет деканы, ғилми эш буйынса проректор (19891991). 1992 йылдан — Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Механика институты лабораторияһы мөдире.

Барый Ғәли улы 16 доктор һәм 51 фән кандидаты әҙерләгән. Докторлыҡ советы рәйесе (19912014).

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ильясов Барый Ғәли улы — 570 самаһы хеҙмәт, шул иҫәптән 28 монографиz, СССР-ҙың 132 авторлыҡ таныҡлығы һәм Рәсәйҙең 3 патенты авторҙашы.

  • Проектирование систем автоматического управления ГТД. Нормальные и нештатные режимы. — М.: Машиностроение, 1981;
  • Управление гибким автоматизированным производством. — Уфа: Башкнигоиздат, 1988;
  • Оптимизация многомерных систем автоматического управления ГТД ЛА. — М.:
  • Машиностроение, 1989; Адаптивные системы автоматического управления ГТД ЛА. — М.: МАИ, 1994.
  • Проблемы управления сложными динамическими объектами в критических ситуациях на основе знаний. М.: Машиностроение, 2003 (соавтор).
  • Advanced multivariable control systems of aeroengines (Современные многосвязные системы управления авиационными двигателями). China: BHAA Publish House, Beijing, 2005 (соавтор).
  • Интеллектуальные системы управления и контроля газотурбинных двигателей / Под ред. академика С. Н. Васильева М.: Машиностроение, 2008 (соавтор).

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

БАССР-ҙың атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1980)[2]. БАССР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре(1990).

Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1994).

1973 йылдың 20 авгусында тормошҡа ашырылған уйлап табыуы өсөн «СССР-ҙың уйлап табыусыһы» билдәһе тапшырыла.

Космонавтика федерацияһы миҙалдары: академик С. П. Королев (1991), Ю. А. Гагарин (1995).

Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының Р. Р. Мәүлетов исемендәге премияһы лауреаты (2005).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов т. 3. З-К. 2007. −672 с. ISBN 978-5-88185-064-7.; науч.. изд. Башкирская энциклопедия, г. Уфа.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

http://www.anrb.ru/blog/alias/ilyasov