Гутин Илья Львович
Гутин Илья Львович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 2 декабрь 1918 |
Тыуған урыны | Рогачёв[d], Могилёвская губерния[d], Западная область[d], Совет Рәсәйе |
Вафат булған көнө | 11 ноябрь 2014 (95 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, Рәсәй |
Һөнәр төрө | рәссам |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы | эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d] |
Гутин Илья Львович (2 декабрь 1918 йыл — 11 ноябрь 2014 йыл) — рәссам, 1975 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (1995).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Илья Львович Гутин 1918 йылдың 2 декабрендә Могилев губернаһының[1] Рогачев ҡалаһында тыуған.
1935—1941 йылдарҙа Ленинградта дин һәм атеизм тарихы музейында эшләй.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Ленинградты һаҡлаусылар сафында һуғыштарҙа ҡатнаша, яралана.
1943 йылда Өфөлә йәшәй, шунда 1945—1955 йылдарҙа БАССР-ҙың Дәүләт тыуған яҡты өйрәнеү музейында рәссам булып эшләй, 1960—1970 йылдарҙа Башҡортостан художество-производство оҫтаханаларында эшләй.
1957 йылда К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтының[2] филология факультетын тамамлай.
Рәссамдың картиналары Өфөлә М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында, шәхси коллекцияларҙа һаҡлана.
2014 йылдың 11 ноябрендә Өфөлә вафат була.
Ижади эштәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Тракторист» (1973), «Доярка Анифа» (1977), «Портрет рабочего» (1978); «Блокадный Ленинград» (1975), «Вчера и сегодня» (1984), «1937 год» (1990), «Воспоминание» (1992).
Портреттары: «Девушка-башкирка» (1982), «Женский портрет» (1985).
Пейзаждары: «На даче» (1980), «Зимний пейзаж» (1984), «Золотая осень» (1991); «Старое и новое», «Зимой в Инорсе» (1986); Пейзажи-панорамы — «Окраина Уфы» (1980), «Село Аскарово» (1986).
График эштәре: «Портрет девушки» (1980), «Будущая мать» (1982), «Автопортрет» (1989).
Күргәҙмәләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Гутин Илья Львович — 1974 йылдарҙан алып художество күргәҙмәләрҙә ҡатнашыусы.
Өфөлә шәхси күргәҙмәләре (1990, 1996).
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (1995).
- 2-се (1945) һәм 1-се дәрәжә (1985) Ватан һуғышы ордены.
- Жуков ордены (1997).
- Рәсәй Федерацияһының ауыл хужалығы секретариатының «Духовность, традиции, мастерство» алтын награда билдәһе (2010).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ хәҙер Беларусь Республикаһы
- ↑ хәҙер Башҡорт дәүләт университеты
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Гутин Илья Львович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 1 декабрь 2018)
- Региональное отделение Всероссийской творческой общественной организации «Союз художников России» Республики Башкортостан. Официальный сайт. Художники и искусствоведы, члены РО ВТОО «Союз художников России» Республики Башкортостан. Гутин Илья Львович (1918-2014) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 1 декабрь 2018)
- 2 декабрҙә тыуғандар
- 1918 йылда тыуғандар
- 11 ноябрҙә вафат булғандар
- 2014 йылда вафат булғандар
- Өфөлә вафат булғандар
- Башҡорт дәүләт университетын тамамлаусылар
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Башҡортостан рәссамдары
- СССР рәссамдары
- Өфө рәссамдары
- Алфавит буйынса рәссамдар
- Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамдары