Эстәлеккә күсергә

Имре Мадач

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Имре Мадач
Imre Madách
Исеме:

Мадач-Стржегова һәм Кис-Келечени

Тыуған көнө:

1823({{padleft:1823|4|0}})

Тыуған урыны:

Альшострегова ауылы, Венгрия Короллеге (хәҙерге — Долна Стрегова, Вельки Кртиш районы, Банскобистрица крайы, Словакия)

Вафат булған көнө:

1864({{padleft:1864|4|0}})

Вафат булған урыны:

Альшострегова ауылы, Венгрия Короллеге

Гражданлығы:

Австрия империяһы Австрия империяһы

Эшмәкәрлеге:

шағир, драматург

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

венгр

Имре Мадач (мадьярса  Madách Imre; 20 ғинуар 1823, Альшострегова а., Венгрия короллеге — 5 октябрь 1864, шунда уҡ) — венгр шағиры, философы һәм драматургы. «Трагедия человека» («Кеше трагедияһы») (1861) шиғри телле философик драма авторы.

Венгрия короллегенең Альшострегова ҡаласығында (хәҙерге Долна Стрегова ауылы, Банскобистрицкий крайы, Словакия) 1823 йылда дворян ғаиләһендә тыуған. 1837 йылда Пешт университетында уҡый башлай. 1842 йылда юрист һөнәре ала. 1850 йылдар башында сәйәси эштәр буйынса төрмәлә ултыра; 1890 йылда венгр Сеймы депутаты итеп һайлана. 1840 йылда «Lantvirágok» лирик йыйынтығын баҫтыра, һуңынан бер-нисә лирик шиғыры һәм тәнҡитле этюдтары, «A civilizátor» шиғри пародияһы (1859) һәм «Jo nev es ereny», «Commodus», «Mária királynő» (1840—1855), «Csák végnapjai»(1843—1861), «Férfi és nő» (1843) драмалары донъя күрә. 1860 йылда иң яҡшы әҫәре һаналған «Кеше трагедияһы»н («Трагедия человека») тамамлай; уға бәйле рәүештә «Моисей» (Mózes, 1860—1861) трагедияһы һәм «Tündérálom» (1864) юмористик өҙөмтәһе яҙыла.

«Кеше трагедияһы»

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Кеше трагедияһы» (Az ember tragédiája) тәүге ата-инә Әҙәм һәм Һауаны символлаштырған кешелек яҙмышын һүрәтләүгә бағышлана. Донъялыҡтың шулай барлыҡҡа килеүенә риза булмаған һәм Әҙәм йөрәгенә пессимистик битарафлыҡ хистәре һеңдерергә теләгән Люцифер уны йоҡоға талдыра. Төшөндә Әҙәм шуны аңларға тейеш: кешелектең тарихи йәшәйеше бары тик «ҡаңғырыу һәм рух тотҡонлоғонда интегеүе» генә. Үҙенең тәккәберлегенә мәңгелек һәйкәл һымаҡ пирамида төҙөүсе Фараон образынан Әҙәм деспот бөйөклөгөнөң ығы-зығыһын, рәхмәтһеҙ халыҡ тарафынан хөкөм ителгән Мильтиада образынан — халыҡ идаралығының ығы-зығыһын, рим ҡолауы осорондағы ҡаңғырыштарҙан бәйһеҙлек ығы-зығыһын, тәре йөрөтөүсе Танкред сүрәтенән — аскетик сикләнеүҙәр ығы-зығыһын, Кеплер сүрәтенән — хис-тойғо алдауҙарына ҡоршалған ярым-йорто белем ығы-зығыһын, Дантон образынан — кешелек сифаттары ҡалмаған системаға ышаныу ығы-зығыһын, XIX быуаттың 2-се яртыһы хеҙмәткәре сүрәтенән — синыфтар көрәшенә нигеҙләнгән мәҙәниәт ығы-зығыһын, фаланстерҙа йәшәүсе сүрәтенән — шәхес һәм синыфтарҙың үҙ йөҙөн тулыһынса юғалтыуына нигеҙләнгән мәҙәниәтте аңлай. Ахырҙа, Люцифер менән йондоҙҙар өҫтөндәге бушлыҡҡа менгәс, Әҙәм юғары идеализмдың ығы-зығыһына төшөнә. Ә инде туңып барған ерҙә һуңғы кешене, бары тик үҙенең йән-тәнен генә ҡайғыртып йөрөгән эскимосты күреп — тупаҫ материализмдың ығы-зығыһын аңлай. Уянғас та ул үҙен-үҙе үлтерергә әҙерләнә, әммә Һауаның инде әсәй булырға әҙерләнеүе тураһында хәбәр генә уның йөрәгендә тормошҡа һөйөү уята, өмөт уты тоҡандыра. Ул Аллаһ васыятын үтәп йәшәргә, тормошон дауам итергә ҡарар итә. «Көрәш һәм ышан!» — уның был ҡарарға килгәндәге һуңғы һүҙҙәре шул була. Люциферҙың планы тормошҡа ашмай: Әҙәм аҡылы менән аңлай, әммә кешелектең боҙға ташланған балыҡ ише идеализм һәм материализм сикләүҙәре араһында бәргеләнеүенән барлыҡҡа килгән «кеше трагедияһын» йөрәге менән тоймай. Трагедияла Әҙәм һәм йәшәү араһын бәйләүсе булып Һауа тора. Һауа — уның тоғро һәм мәңгелек дуҫы. Ғәйрәтле һәм тормошто яратыусан Әҙәм, тыңлаусан Һауа, бәйһеҙ һәм яуыз уйлы Люцифер — бөтә был типтар Мадач трагедияһында оҫта һәм көслө һыҙаттар аша һүрәтләнгән. Символикаһы асыҡ һәм аңлайышлы, һәм юҡҡа ғына уны Гетеның "Фауст"ы менән тиңләмәйҙәр. Һис шикһеҙ был ике әҫәрҙең айырымлыҡтары: Гетеның Фаусты — эш-хәрәкәт итеүҙән бигерәк күҙәтеүсе образ. Үҙенең күңелендәге үҫеш мәлдәрен ул үҙе күңелендә кисерә. Ә Мадачтың Әҙәме үҙенең идеалдарын ысын донъяла тормошҡа ашырырыусы эш-хәрәкәттәр яһаусы образ. «Кеше трагедияһы» пессимистик уй-фекерҙәр менән оптимистик хистәр алышын сағылдырып тап донъяуи йәшәйештә барған материя һәм донъяуи рух араһындағы ҡапма-ҡаршылыҡтарҙың- кеше күңеленең көйһөҙләнеү сығанағы булып тороуын күрһәтә.

Paulay (1883) эшкәртеүендә «Кеше трагедияһы» 1883 йылда тәү тапҡыр милли театр сәхнәһендә ҡуйыла һәм Венгрияның етди репертуар пьесалары араһында иң яратҡанына әүерелә.

Рус телендәге баҫмалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Человеческая трагедия. Драматическая поэма. / Перевод с венгерского и предисловие З. Крашенинниковой. — СПб.: Издание товарищества Знание, 1905.
  • Трагедия человека: Пьеса / Перевод с венгерского Леонида Мартынова. — М., 1964.
  • Трагедия человека. / Издание подготовил Ю. П. Гусев. — М.: Наука, 2011.