Эстәлеккә күсергә

Иоанн Предтеча сиркәүе (Гуляй-Борисовка)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Православие ғибәҙәтханаһы
Иоанн Предтеча сиркәүе
Ил Рәсәй
Конфессия Православие
Төҙөлгән ваҡыты 1870
Бөгөнгө хәле эшләүсе

1870

Иоанн Предтеча сиркәүе — Ростов өлкәһе Зерноградский районы Гуляй-Борисовка утары сиркәүе. Урыҫ Православие сиркәүе Волгодонск епархияһы Зерноградский мәнфәғәтенә ҡараусы православие сиркәүе

Адресы: Ростов өлкәһе, Зерноградский районы, Гуляй-Борисовка утары.

Гуляй-Борисовка ҡасабаһы XIX быуат аҙағында Дон ғәскәре өлкәһенең Черкасский округына ингән, хәҙер ул Ростов өлкәһенең Зерноградский районына ҡарай.

Беренсе ағас сиркәү йорто Гуляй-Борисовка ауылында Дон һәм Новочеркасск архиепискобы Платон фатихаһы менән 1871 йылда төҙөлгән. Сиркәү Ғәли Йәнәптәре Дворы камер-юнкеры алпауыт Борис Иванович Поздеевтың һәм ауылдағы мәхәллә халҡының аҡсаһына төҙөлгән. Ауыл сиркәүе 1871 йылдың 8 майында Черкасск округы Аҡсай станицаһындағы Троицкий сиркәүенең руханийы Иаков Соколов тарафынан изгеләндерелгән.

Төҙөлгән сиркәү ике тәхетле булған, ул Дон Дини консисторияһының 1871 йылдың 4 майындағы 2856.24. Указы нигеҙендә Иоанн Предтечаның Тыуыуына бағышланып изгеләндерелгән. Сиркәүҙең ағас ҡоймаһы 1890 йылда иҫкергән һәм уны кирбес нигеҙгә баҫтырылған тимер ҡойма менән яңынан уратып алғандар. 1871 йылдың 9 майынан алып 1874 йылдың 22 сентябренә тиклем сиркәүҙә сиркәү-мәхәллә мәктәбе эшләгән. Мәктәптең бағыусыһы — дин әһеле Симеон Мануйлов. 22 сентябрь көндө мәктәп ауыл-мәхәллә училищеһына әйләндерелгән. 1890 йылда сиркәүҙә белемгә өйрәтеү мәктәбен асҡандар.

Ваҡыт үтеү менән ауыл ҙурайған, иҫке сиркәү унда йөрөүселәрҙең барыһын да һыйҙыра алмаған. Ауыл халҡы яңы сиркәү төҙөүҙе юллай башлаған. 1903 йылда алмашҡа яңы сиркәү төҙөлгән. Яңы йорт өс тәхетле ағас сиркәү булған. Төп тәхет изге Иоанн Предтечи Рождествоһы, һул яҡтағыһы — Мәрйм инәнең Иверская иконаһы, уң яғындаһы — апостолдарға тиң Изге Кирилл һәм Мефодий хөрмәтенә төҙөлгән. Йорт төҙөүгә Дон һәм Новочеркасск архиепискобы Афанасий үҙ фатихаһын биргән. Мәхәллә кешеләре сиркәүҙе төҙөүҙә бик әүҙем ҡатнашҡан. Сиркәүҙе халыҡ йыйған аҡсаға төҙөгәндәр.

Яңы сиркәүҙе 1904 йылдың 29 ғинуарында Дон һәм Новочеркасск архиепискобы Афанасий изгеләндергән. Сиркәүҙең төп тәхетен шул уҡ көндә Иоанн Предтечаның Тыуыуы хөрмәтенә Кагальницкий руханийы Петр Руднев тарафынан изгеләндерелгән. Шул сиркәүҙән өс тәхетле иконостас бүләк иткәндәр. Сиркәүҙең ике төкәтмә-ҡанаты 1904 йылдың көҙөндә изгеләндерелгән. Шул уҡ 1904 йылда сиркәү менән бер ваҡытта урындағы сиркәү-мәхәллә мәктәбе бинаһы ла төҙөлгән.

1930 йылда Иоанн Предтеча сиркәүен япҡандар.

Сиркәүҙе ҡабаттан 1944 йылда асҡандар. Халыҡ үҙ көсө менән сиркәү буш торған саҡта урланған мөлкәтте эҙләп табып, яңынан туплаған, туҙа башлаған сиркәүҙе ремонтлаған.

1959 йылда сиркәүҙе дин йәмғиәтенән тартып алып емереү тураһында ҡарар ҡабул ителгән . Уның урынында 1960—1961 йылдарҙа 600 урынға иҫәпләнгән мәктәп — интернат төҙөргә булғандар. 1960 йылдың 23 февралендә сиркәү ябылған. Ике йыл буш торғандан һуң сиркәүҙә янғын сыҡҡан һәм бина тулыһынса янып бөткән.

90-cы йылдар уртаһында утарҙа урындағы православие йәмғиәте активлаша башлаған. 1997 йылдың 27 ғинуарында мәхәллә өсөн йорт биргәндәр. 1999 йылдың 9 сентябрендә Ростов өлкәһе Баш юстиция идаралығы тарафынан сиркәү мәхәлләһе иҫәпкә алынған. Сиркәүҙең тәүге руханийы итеп Сергий Юркин тәғәйенләнгән

Гуляй-Борисовка ауылы Иоанн Предтеча Тыуыуы сиркәүенең руханийы — иерей Ростислав Тимченко.

Кирсанов Е. И. Православный Тихий Дон. М.: Держава, 1997.