Иорданов Павел Фёдорович
Павел Фёдорович Иорданов | |
П. Ф. Иорданов | |
Тыуған: | 17 ноябрь 1858 Таганрог |
---|---|
Үлгән: | 1 март 1920 (61 йәш) Бююкада утрауы, (Төркиә) |
Ерләнгән: | Римское некатолическое кладбище[d] |
Ҡатыны: | Мария Александровна Иорданова (Лакиер) |
Белеме: | медицинский факультет Императорского Харьковского университета[d] |
Наградалары: |
Изге Станислав ордены |
Иорданов Павел Фёдорович (17 ноябрь 1858 йыл, Таганрог — 1 март 1920 йыл, Принкипо утрауы) — Рәсәй империяһы табибы, йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәре, Таганрог ҡала башлығы (1905 йыл—1909 йылдар), Изге Станислав һәм Изге Анна ордендары кавалеры.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Павел Федорович Иорданов 1858 йылдың[1] 17 ноябрендә (1857 йыл[2]) Таганрог ҡалаһында, 3 гильдия сауҙагәре Федор Петрович Иорданов ғаиләһендә тыуған. 1877 йылда Таганрог ирҙәр гимназияһын алтын миҙал менән тамамлай. Гимназияның тәүге ике класында Антон Чехов менән класташ була.
В. Н. Каразин исемендәге Харьков милли университетының медицина факультетында белем ала. Медицина докторы. Хеҙмәт юлын санитар табип булып Таганрогта башлай. Таганрог ҡала думаһының гласныйы, ҡала башлығы итеп һайлана. 1904 йылдан башлап барлыҡ хөкүмәт һәм йәмәғәт учреждениеларында Таганрог баржа йәмғиәтенең вәкиле. Уның ҡалаға нигеҙ һалыныуҙың 200-йыллығына ҡарата, Таганрогта М. М. Антакольский ижад иткән Петр Беренсе һәйкәлен ҡуйыу тураһында, А. П. Чехов менән хат алышыуы билдәле.
1912—1917 йылдарҙа — сауҙа исеменән Дәүләт советына һайлап ҡуйылған ағза, Үҙәк төркөмөнә[3] инә. Беренсе бөтә донъя һуғышы ваҡытында санитария һәм эвакуация часы юғары башлығы принц А. П. Ольденбургтың ярҙамсыһы. Сенатор (1917). 1917 йыл революцияһын Рәсәй империяһының баш санитар табибы посында ҡаршы ала. Бер аҙҙан Таганрогҡа ҡайтҡас, Ирекле армияның санитар хеҙмәтен етәкләй.
1917 йылғы революциянан һуң П. Ф. Иорданов Кисловодск ҡалаһына күсә һәм табиплыҡ шөғөлөнә әйләнеп ҡайта. 1919 йылда халыҡ-ара Ҡыҙыл Тәре ойошмаһы тәҡдиме буйынса П. Ф. Иорданов яралы һәм ауырыу хәрби хеҙмәткәрҙәр тейәлгән транспортты Новороссийсктан Константинополгә оҙатып йөрөй. Аҙаҡ Принц утрауҙарының береһендә, Принкипо утрауында госпиталдә эшләй. Унда ул тиф менән ауырый һәм 1920 йылдың 1 мартында вафат була. Улы уның кәүҙәһен Римгә күсерә, Тестаччо зыяратында ғаилә кәшәнәһендә ерләнгән.
Бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Изге Станислав ордены
- Изге Анна ордены
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- — Ҡатыны Мария Александровна Иорданова (02.12.1871—20.06.1962), Тестаччо зыяратында ире янында ерләнгән.
- П. Ф. Иордановтың кесе улы Николай Павлович Иорданов (10.08.1894—03.07.1925) император Александр лицейын тамамлаған (LXXII курс, 1916 йылғы сығарылыш), кредит буйынса Махсус канцелярия чиновнигы. Монархик контрреволюцион ойошмала ҡатнашҡан өсөн Ленинград хәрби округының ОГПУ (Берләштерелгән дәүләт сәйәси идаралыҡ) коллегияһы 1925 йылдың 22 июнендә үлем язаһына хөкөм итә. Ленинградта 1925 йылда «Лицеистар эше» буйынса атып үлтерелә. Үлгәндән һуң 1994 йылдың 31 ғинуарында аҡлана.
- Өлкән улдары Александр Павлович Иорданов (17.06.1889-06.03.1966), Римдә Рәсәй Император илселегендә сәркәтип була.
Иҫкәрмә: Женева кантоны (Швейцария) суды ҡарары менән А. П. Иордановҡа бабайы Дмитрий Иванович Ознобишиндың нәҫелдән килгән фамилияһын ҡабул итергә һәм артабан Иорданов-Ознобишин тип аталырға рөхсәт бирелә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Пащенко И. Вот эта улица, вот этот дом. Дом Иорданова // Таганрогская правда. — 2010. — 19 ноября.
- ↑ Киричек М. С., Назаренко И. В. Иорданов Павел Фёдорович // Энциклопедия Таганрога. — Таганрог: Антон, 1998. — С. 367.
- ↑ Лопухин В. Б. Записки бывшего директора департамента министерства иностранных дел. — СПб: Нестор-История, 2008. — 540 с.