Ирландия диңгеҙе
Ирландия диңгеҙе | |
---|---|
Майҙаны | 100 мең км² |
Иң ҙур тәрәнлек | 175 м |
Уртаса тәрәнлек | 43[1] м |
Ирландия диңгеҙе Викимилектә |
Ирландия диңгеҙе (ингл. Irish Sea, валл. Môr Iwerddon, ирл. Muir Éireann) — көнсығышта Бөйөк Британия һәм көнбайышта Ирландия утрауҙары араһында урынлашҡан Атлантик океан диңгеҙе.
География
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Диңгеҙ һыуҙары Ирландия һәм Бөйөк Британия (Шотландия, Төньяҡ Ирландия, Уэльс һәм Англия) яр буйҙарын йыуа. Көньяҡ-көнбайышта Изге Георг боғаҙы аша Атлантик океан менән, ә төньяҡта — Төньяҡ боғаҙ аша Кельт диңгеҙе менән тоташа.
Майҙаны яҡынса 100 мең км², максималь тәрәнлеге — 175 метр.[2]
Гринпис ойошмаһы мәғлүмәттәренә ярашлы, 2001 йылда Ирландия диңгеҙе планетаның иң радиоактив бысранған диңгеҙе булған[3].
Диңгеҙҙә ике ҙур утрау — Мэн һәм Англси урынлашҡан. Бәләкәй утрауҙары араһында — Холи-Айленд, Уолни, Ирландс-Ай һәм башҡалар бар.
Яр буйҙары бәләкәй ҡултыҡтар һәм бухталар менән йырғыланған. Төньяҡ-көнбайыш өлөшөндә Лус, Уигтаун һәм Солуэй-Ферт ҡултыҡтары урынлашҡан. Көнсығышта һәм көняҡ-көнсығышта Бомарис бухтаһы, Моркам һәм Ливерпуль ҡултыҡтары бар. Диңгеҙҙең көнбайыш өлөшөндә Ирландия яр буйында Дублин бухтаһы, Странгфорд-Лох, Дандрам, Карлингфорд-Лох һәм Дандолк ҡултыҡтары урынлашҡан.
Тоҙлолоғо 32 промилдән 34,8 промилгә барып етә[4].
Төп порттары — Ливерпуль, Дублин.
Балыҡ тотоу тармағы үҫешкән. Балыҡсылыҡ порттары: Флитвуд (Англия), Ардграсс, Портавоги һәм Килкил (Төньяҡ Ирландия), Дан Лири, Скеррис (Ирландия Республикаһы) һ.б.[2][4]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Ирландское море .(недоступная ссылка) — Словарь современных географических названий
- ↑ 2,0 2,1 Irish Sea (sea, Atlantic Ocean) .(недоступная ссылка) — Britannica Online Encyclopedia
- ↑ Sellafield nuclear reprocessing facility (ингл.). Greenpeace UK (10 ноябрь 2001). Дата обращения: 4 июнь 2009. Архивировано 16 февраль 2012 года. 2016 йыл 3 март архивланған.
- ↑ 4,0 4,1 Ирландия диңгеҙе — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
Был диңгеҙ тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |