Ирландия (утрау)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ирландия
ирл. Éire, ингл. Ireland
Утрауға йыһандан күренеш
Утрауға йыһандан күренеш
Характеристики
Майҙаны84 116 км²
Иң бейек нөктәһе1041 м
Халҡы6 399 105 чел. (2011)
Урынлашыуы
53°20′ с. ш. 8°00′ з. д.HGЯO
Йыуыусы акваториларИрландия диңгеҙе, Атлантик океан
 Ирландия Викимилектә

Ирла́ндия (ирл. Éire [ˈeːɾʲə], ингл. Ireland [ˈaɾlənd], ольст.-шотл. Airlann, лат. Hibernia) — ҙурлығы буйына Европала өсөнсө утрау (Бөйөк Британия һәм Исландия утрауҙарынан һуң). Британия утрауҙары архипелагында иң ҙур ике утрауының береһе. Утрау буйлап Ирландия Республикаһы һәм Бөйөк Британия илдәре араһында дәүләт сиге үтә.

Урынлашыуы һәм ҙурлығы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Көнбайыш оҙонлоҡтоң 6° 20'—10° 20' һәм төньяҡ киңлектең 51° 25'—55° 23' араһында урынлашҡан (иң ситке төньяҡ нөктәһе — Инишоуэн ярымутрауындағы Малин-Хед мороно). Көнсығыштан Ирландия диңгеҙе, шулай уҡ Изге Георгий боғаҙы һәм Төньяҡ боғаҙ һыуҙары, ә көнбайыштан, төньяҡтан һәм көньяҡтан — Атлантик океан һыуҙары менән йыуыла. Көнбайыштан көнсығышҡа табан яҡынса 300 км, ә төньяҡан көньяҡҡа табан яҡынса 450 км һуҙылған. Утрау майҙаны— 84,1 мең км² (донъяла 20-се урын).

Рельефы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ирландия ярҙары (бигерәк тә төньяҡта, көньяҡта һәм көнбайышта) ҡаялы, ҡултыҡтар менән ныҡ бүлгеләнгән. Ҡултыҡтарҙың иң ҙурҙары — Голуэй, Шаннон, Дингл, Донегол һәм Лох-Фойл. Ирландия ярҙары янында бихисап ҡаялы утрауҙар урынлашҡан.

Өҫкө йөҙө башлыса тигеҙлекле, эске райондарҙы киң Үҙәк уйһыулыҡ биләй, ул көнбайышта һәм көнсығышта утрауҙың ярҙарына сыға. Утрауҙың ситтәрендә — түбән тауҙар (иң юғары нөктәһе — Карантуил тауы 1041 м) һәм платолар (иң ҙуры — төньяҡ-көнсығыштағы Антрим платоһы).

Геологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Утрауҙың тектоник картаһы
1 — тектонический шов (глубинный разлом)
Области палеозойской складчатости
С0 — каледониды — выступы докембрийских структур
С — каледонские складчатые структуры (Pz1)
С3 — межгорные впадины (Pz2-3)
H2 — верхний ярус герцинских структур (Pz2, местами до С3)
Области кайнозойской (альпийской) складчатости
Аэ — кайнозойские эффузивы

Гидрологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Утрауҙа күп йылғалар (иң әһәмиәтлеһе — Шаннон; башҡа ҙурҙары — Ли, Блэкуотер, Шу, Нор, Эрн, Банн, Бойн), күлдәр (Лох-Ней, Лох-Дерг, Лох-Маск, Килларни һ.б.) һәм һаҙлыҡтар (бигерәк тә үҙәк өлөшөндә) бар. Көнбайыштан көнсығышҡа табан Ирландияны бер нисә каналдар (Гранд-канал, Ройал-канал, Ульстен, Логан һ.б.) киҫеп үтә.

Климаты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Утрауҙа йылы көнбайыш елдәр өҫтөнлөк итә. Климаты уртаса океаник, дымлы; ҡыш йомшаҡ, йәй һалҡынса. Йомшаҡ климат арҡаһында Ирландия йыл әйләнәһенә йәшеллек менән ҡаплана, шунлыҡтан ул Зөбәржәт утрау булараҡ билдәле.

Тәбиғәте[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Европа һәм хатта башҡа Британия утрауҙары менән сағыштырғанда, Ирландияның хайуандар һәм үҫемлектәр донъяһы ярлы. Был утрауҙың һуңғы боҙланыу осоронда, яҡынса б.э.т. 10-сы меңлектә барлыҡҡа килеүенә бәйле.

Флораһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ирландияның үҫемлектәр донъяһы сағыштырмаса ярлы. Дөйөм әйткәндә, Ирландия флораһы Европаның күп өлөшөндә осраған флораға оҡшаш, әммә ярайһы уҡ күп төрлө түгел. Утрауҙа үҫемлектәрҙең 1300 яҡын төрө үҫә, улар араһында төньяҡ һәм субтропик төрҙәре бар. Был Гольфстрим ағымы арҡаһында барлыҡҡа килтерелгән Ирландияның климатына бәйле. Бында имән, ҡарама, ҡайын, ерек, тал ағастарын осратырға мөмкин. XVII быуатта утрауҙың күп өлөшөн тәбиғи урмандар биләгән, әммә хәҙер Ирландия урмандары дөйөм территорияның яҡынса 10%-н ғына тәшкил итә, улар башлыса утрауҙың үҙәгендә һәм көнсығышында урынлашҡан.

Баррен ҡурсаулығында арктика-альп зонаһы төрҙәре үҫә, улар боҙланыу дәүеренән һаҡланып ҡалғандар. Был ҡурсаулыҡта бүҙәнә үләнен, пурпур сәскәле геранде, тура үҫеүсе фиалканы, курил ҡыуаҡлы сәйен һәм хатта орхидеяны осратырға мөмкин.

Килларни милли паркында уникаль тис урмандары, һәм шулай уҡ быуатлыҡ имән сауҡаулыҡтары урынлашҡан. Килларни милли паркында еләк ағасы, килларни көртмәлеһе, Изге Патрик кәбеҫтәһе, ирланд молочайы һәм грандифлор пингикулы осрай.

Фаунаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ирландияның хайуандар донъяһы сағыштырмаса ярлы. Ирландияла ер хайуандарының һәм һөйрәлеүселәрҙең 4 төрө (улар иҫәбендә бер йылан да юҡ), һөтимәрҙәрҙең 22 төрө һәм балыҡтарҙың 10 төрө теркәлгән. Ирландия яр буйҙарында треска, скумбрия, сельдь, камбала һәм сардин йәшәй.

Хайуандарҙың һирәк төрҙәре Ирландияның милли парктарында йәшәй. Мәҫәлән, Килларни милли паркында болан, урман сысҡандары, ҡарағай аҫтар, ҡыҙыл тейендәр, бурһыҡтар һәм төлкөләр көн итә. Шулай уҡ бында ҡоштарҙың 140-ҡа яҡын төрө осрай (Ирландия территорияһында барлығы ҡоштарҙың 380 төрө иҫәпләнә).

Халҡы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Карта плотности населения острова 2002 йылда утрау халҡының тығыҙлығы.

Утрауға тәүге кешеләр яҡынса 12500 йыл элек килеп урынлашҡан[1].

Утрауҙың ҙур өлөшөн (территорияһының 5/6 өлөшөн) Ирландия Республикаһы дәүләте биләй. Утрауҙың төньяҡ-көнсығышында Бөйөк Британия һәм Төньяҡ Ирландия Берләшкән Короллеге составына кергән Төньяҡ Ирландия урынлашҡан.

Утрау халҡы (ике өлөштәрҙең дә) — 6 399 105 кеше (2011)[2], уларҙың күп өлөшө көнсығыш яр буйында йәшәй. Мөһим ҡалалар — Дублин һәм Белфаст.

Ирландия Республикаһының халҡы башлыса кельт сығышлы 2006 йылғы дөйөм халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы 4,24 миллион кеше тәшкил итә[3]. Аҙ һанлы халыҡтар 420 мең кеше, йәки 10 процент тәшкил итә. Шуларҙың 275,8 меңе — Европа Берләшмәһе илдәренең (Польша, Латвия, Литва, Румыния) иммигранттары; ҡалғандары — Рәсәй, Ҡытай, Украина, Беларусь, Пакистан, Филиппин, Нигерия һ.б. илдәрҙән сыҡҡан. Халҡының яҡынса 58 % ҡалаларҙа йәшәй.

Төньяҡ Ирландия халҡының этник составы бер төрлө түгел: бында яҡынса 500 мең утрауҙың аҫаба халығы — ирланд-католиктар һәм яҡынса 1 млн инглиз-ирландтар һәм шотланд-ирландтар йәшәй.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Earliest evidence of humans in Ireland, BBC, 21 март 2016
  2. Historial Population Trends – 1841 – 2011, NISRA (PDF). Дата обращения: 20 октябрь 2013. 2013 йыл 10 октябрь архивланған.
  3. Данные департамента статистики Ирландии. Дата обращения: 12 март 2012. Архивировано 7 май 2009 года.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]