Ирназар Хоҙайназаров
Ирназар Хоҙайназаров | |
Тыуған ваҡыты | |
---|---|
Тыуған урыны |
Ырымбур губернаһы, Үҫәргән улусы, Муйнаҡ ауылы |
Үлгән ваҡыты |
билдәһеҙ |
Вафат урыны |
билдәһеҙ |
Хеҙмәт иткән урыны | |
Хеҙмәт итеү йылдары |
1807—? |
Хәрби звание |
зауряд-есаул |
Хәрби алыш/һуғыш |
1812 йылғы Ватан һуғышы, |
Ирназар Хоҙайназаров (1789—?) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы Рус армияһының сит илгә походтарында ҡатнашыусы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ирназар Хоҙайназаров Ырымбур губернаһы Үҫәргән улусы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ейәнсура районы) Муйнаҡ ауылында йәшәгән[1].
1807 йылдың 12 февраленән казак булып хеҙмәт итә.
1812 йылғы Ватан һуғышы башланғас, 1814 йылдың аҙағына тиклем8-се Башҡорт атлы полкы составында француздарға ҡаршы алыштарҙа ҡатнаша[1]. 8-се Башҡорт атлы полкы Яңы Воздвиженка ҡәлғәһендә 9-сы кантон башҡорттарынан ойошторола һәм 1812 йылдың 6 октябрендә Һамар аша Түбәнге Новгородҡа бара[2]. Кострома ополчение корпусы составында 8-се Башҡорт полкы Калиш ҡәлғәһенә һөжүм итеүҙә ҡатнаша[3]. 1813 йылдың 9 сентябрендә 8-се полк Глогауҙы блокадалау өсөн тәғәйенләнгән Польша армияһының корпусына индерелә һәм ҡәлғә бирелгәнсе уның составында һуғыша[2][4]. 1814 йылдың 19 мартында союздаш ғәскәрҙәре составында 8-се Башҡорт атлы полкы Парижға инә. 1814 йылдың декабрендә полк туған яғына юл тота.
1815 йылдың 22 февралендә зауряд-есаул званиеһын ала.
1807, 1819 һәм 1831 йылдарҙа Ырымбур сик һыҙығында хеҙмәт итә.
Бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡатындары — Алмасбикә һәм Алмабикә; улдары — Ауазбәней һәм Ирғәли; ҡыҙҙары — Ғәбиҙә һәм Гөлйөҙөм[1].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Сулейманов Ф. М. Юго-восточный Башкортостан: малоизученные страницы истории и этнографии. — Уфа: Гилем, Башкирская энциклопедия, 2013. — С. 112. — 272 с. — ISBN 978-5-88185-122-4.
- ↑ 2,0 2,1 Рахимов Р. Н., 2012, с. 400-401
- ↑ Усманов А. Н., 1964, с. 79
- ↑ Усманов А. Н., 1964, с. 82
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Асфатуллин С. Г. Северные амуры в Отечественной войне 1812 года. — Уфа: Уфимский полиграфкомбинат, 2000. — 160 с. — ISBN 5-85051-181-4.
- Вклад Башкирии в победу России в Отечественной войне 1812 года. Сборник документов и материалов / сост. Р. Н. Рахимов [и др.]. — Уфа: Китап, 2012. — 488 с. — ISBN 978-5-295-05476-1.
- Гатиятуллин З. Г. Башкиры 9-го и 10-го кантонов в Отечественной войне 1812 г // Ватандаш : журнал. — 2013. — № 4. — С. 110-133. — ISSN 1683-3554.
- Усманов А. Н. Башкирский народ в Отечественной войне 1812 года. — Уфа: Башкнигоиздат, 1964. — 136 с.