Исаев Дмитрий Дмитриевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Исаев Дмитрий Дмитриевич
Рәсем
Заты ир-ат
Тыуған көнө 6 ноябрь 1956({{padleft:1956|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})
Тыуған урыны Санкт-Петербург, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 19 май 2022({{padleft:2022|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (65 йәш)
Вафат булған урыны Санкт-Петербург, Рәсәй
Һөнәр төрө психиатр, психолог
Эшмәкәрлек төрө психиатрия[d]
Эш биреүсе Санкт-Петербургский научно-исследовательский психоневрологический институт[d]
Уҡыу йорто С. М. Киров исемендәге хәрби-медицина академияһы
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре кандидаты[d]

Исаев Дмитрий Дмитриевич (6 ноябрь 1956, Ленинград, СССР) — совет һәм Рәсәй психиатры, психотерапевы, сексологы. Медицина фәндәре кандидаты (1989), доцент.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1956 йылдың 6 ноябрендә Ленинградта балалар психологияһы һәм психиатрияһы буйынса билдәле белгес Д. Н. Исаев ғаиләһендә тыуған.

1973 йылдан 1979 йылға тиклем С. М. Киров исемендәге хәрби-медицина академияһының диңгеҙ факультетында уҡый[1][2][3].

1979—1984 йылдарҙа Төньяҡ флотта һыу аҫты кәмәһендә медицина хеҙмәте начальнигы һәм гарнизон психоневрологы булып хеҙмәт итә[3][4], 1979 йылда Мурманскиҙа беренсел стажировкала дөйөм хирургия һөнәре ала, ә 1980 йылда Хәрби-диңгеҙ госпиталендә — психиатрия буйынса махсуслаша[1].

1984—1985 йылдарҙа И. И. Скворцов-Степанов исемендәге ҡала психиатрия дауаханаһында табип-психиатр булып эшләгәндә, ситтән тороп В. М. Бехтерев исемендәге Санкт-Петербург ғилми-тикшеренеү психоневрология институты аспирантураһында уҡый[1].

1985—2003 йылдарҙа — В.M. Бехтерев исемендәге Санкт-Петербург ғилми-тикшеренеү психоневрология институтында үҫмерҙәр бүлегенең кесе ғилми хеҙмәткәре, ә һуңынан өлкән ғилми хеҙмәткәре[1][2][3][4].

Миннесота университетында (сексология буйынса), Линдау ҡалаһы клиникаһында (гомосексуаллыҡ психотерапияһы буйынса), Санкт-Петербург дипломдан һуң белем алыу медицина академияһында (балаларҙа һәм үҫмерҙәрҙә нервы-психик боҙолоуҙар психотерапияһы буйынса; балалар психотерапияһы; сексология буйынса) квалификацияһын күтәреү курстары үтә[1].

1989 йылда В.M. Бехтерев исемендәге Санкт-Петербург ғилми-тикшеренеү психоневрология институтында медицина фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеп «Патологические девиации сексуального поведения у подростков мужского пола» темаһына диссертация яҡлай[5]. Диссертацияһы йәштәр гомосексуализмына арналған була[3][4].


1989—1999 йылдарҙа — СПИД-ты иҫкәртеү һәм көрәшеү буйынса Ҡала үҙәгендә табип-сексолог[1].

1998 йылда Исаев Д. Д. ришүәт алыуҙа ғәйепләнә һәм ҡулға алына. Алдан үткәрелгән тикшереүҙәр, шул иҫәптән Исаев артынан күҙәтеүҙәр һөҙөмтәләре буйынса, хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыларға «ысын гомосексуалист» диагнозы ҡуйылған фиктив таныҡлыҡ биреүе, уларҙы хәрби хеҙмәттән азат итеүе асыҡлана[2][3][4][6]. Избежал уголовной ответственности, поскольку был признан городским судом Санкт-Петербурга невменяемым[3][4][7] Был йәһәттән Исаевты махсус клиникаға мотлаҡ дауаланырға ебәрәләр[8].

И. И. Мечников исемендәге Санкт-Петербург дәүләт медицина академияһының Ленинград санитар-гигиена институтында, Санкт-Петербург дәүләт университетының психология факультетында, Санкт-Петербург дипломдан һуң белем алыу медицина академияһында сексология кафедраһында медицина психологияһы, психиатрия һәм сексология буйынса уҡыта[1].

2003 йылда Санкт-Петербург дәүләт педиатрия медицина академияһының клиник психология факультетының клиник психология кафедраһы мөдире итеп һайлана. Төрлө ғилми конференцияларҙа ҡатнашыусы һәм ойоштороусы[9][10][11]. 2015 йылдың июлендә «Народный собор» православие йәмәғәт хәрәкәтенең сығышынан һуң үҙ ирке менән эштән бушатыла, ә үҙе етәкләгән гендерҙы ҡайтанан тәғәйенләү буйынса комиссия ябыла[12].

2021 йылда яман щеш менән ауырып китә, шуның менән бәйле ЛГБТ активистары дауаланыу өсөн аҡса йыйыу тураһында иғлан итә[13].

Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Медицина психологияһы, психиатрия һәм сексология буйынса 140-тан ашыу ғилми хеҙмәт авторы. Фәнни тикшеренеүҙәр йүнәлештәре: психосексуаль үҫеш һәм уның тайпылыштары, мауығыуҙың гомосексуаль йүнәлешенең формалашыу механизмдары, гомосексуаль оҡшашлыҡтың психологик типологияһы, гомосексуалдарҙа һәм трансгендерҙарҙа гендер оҡшашлығын төҙөү үҙенсәлектәре, гомосексуалдар психик сәләмәтлек өсөн хәүеф төркөмө булараҡ, партнёрлыҡ мөнәсәбәтенең мөһим элементы булараҡ өҫтөнлөк-буйһоноусанлыҡ, саногенез механизмы булараҡ енси-эротик сфера, ВИЧ-инфекция хәүефен арттырыусы психологик һәм тәртип факторҙары, ауырыу барышын күҙаллаусы булараҡ ВИЧ-инфекциялы кешеләрҙең психологик хәле[14][15][16][17].

Ҡыҫҡаса библиография[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Исаев Д. Д. Подростковая сексология //Подростковая медицина: Руководство. / Под ред. Л. И. Левиной, А. М. Куликова — СПб.: Питер, 2006.
  • Исаев Д. Д., Тагильцева А. В. Сексуальное здоровье в обыденном сознании женщин // Ананьевские чтения — 2005/ Под редакцией Л. А. Цветковой, Л. М. Шипицыной. — СПб.: Издательство СПбГУ, 2005. — с. 189—191.
  • Исаев Д. Д. Суицидальная активность юношей с гомосексуальной ориентацией // Проблемы девиантного поведения молодежи в современном обществе. Сб. тезисов научной конференции с международным участием. — СПб., 2001. — С. 50.
  • Исаев Д. Д. Об особенностях сексуальности подростков мужского пола, больных шизофренией.— В кн.: Актуальные вопросы сексопатологии. М., 1986, с. 104—106.
  • Исаев Д. Д. О сексуальных девиациях и перверзиях при шизофрении, психопатиях и олигофрении у подростков мужского пола.— Журнал невропатологии и психиатрии, 1987, в. 10, с. 1522—1527.
  • Исаев Д. Д. Гомосексуализм и его этиологические модели // Обозрение психиатрии и медицинской психологии им. В. М. Бехтерева. — 1991. — № 2.
  • Исаев Д. Д. Гомосексуализм в Древней Греции. — Обозрение психиатрии мед. психологии им. В. М. Бехтерева. СПБ, № 66, 1992, с. 149—150
  • Исаев Д. Д. К проблеме аффективных нарушений у лиц с инверсией полового влечения // Аффективные расстройства (Диагностика, лечение, реабилитация). — Л., 1988. — С.24-30.
  • Исаев Д. Д. Особенности половой идентичности у лиц с гомосексуальной направленностью влечения // Обозрение психиатрии и медицинской психологии им. В. М. Бехтерева. — 1994. — № 2.
  • Исаев Д. Д. Система отношений к «значимым другим» у гетеро- и гомосексуальных мужчин // Теория и практика медицинской психологии и психотерапии / Ред. М. М. Кабанов. — СПб., 1994. — Т. 133.
  • Исаев Д. Д. Проблемы психотерапии лиц с гомосексуальной ориентацией // Психотерапия : ежемесячный рецензируемый научно-практический журнал. — 2008. — N 5 . — С. 50-52.
  • Исаев Д. Д. Различия гендерных установок у женщин с разным уровнем пренатальной маскулинизации/дефеминизации // Грани познания 2009. — № 3
  • Исаев Д. Д. Социально-психологические факторы гомосексуального поведения у заключенных // Социологические исследования. — 1990. — № 6. — С. 93-97.
  • Исаев Д. Д. Некоторые особенности сексуально-эротической сферы гомосексуальных мужчин // Ананьевские чтения — 2007. Матер. научн.-практ. конф. 23-25 октября 2007 г. — СПб., 2007. — С. 545—546.
  • Исаев Д. Д., Пирогов Д. Г. Копинг-поведение гомосексуальных подростков. Пособие для врачей. — СПб, 2001. — 20 с.
  • Исаев Д. Д. Модели гомосексуальной идентичности
  • Исаев Д. Д. Гомосексуалы как группа риска психического здоровья // Клинические павловские чтения. Выпуск первый. — СПб., 2000. — С.16-18.
  • Исаев Д. Д. Психологическое своеобразие женщин с гомосексуальной ориентацией. Тезисы юбилейной конференции 2005.- СПб.: ГПМА, 2005.-С. 145—146

Фәнни-популяр баҫмалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Исаев Д. Д. «Сексология. Хрестоматия». Питер, 2001 г.
  • Исаев Д. Д. «Как избавиться от сексуальных проблем». Продолжение Жизни, 2003 г. Тираж 5000. ISBN 5-94730-048-6
  • Исаев Д. Д. «Заболевания, передающиеся половым путём, и как их избежать». Продолжение Жизни, 2004 г. Тираж 5000. ISBN 5-94730-060-5
  • Исаев Д. Д. «Ненормативный секс». Продолжение Жизни, 2003 г. Тираж 5000. ISBN 5-94730-043-5
  • Исаев Д. Д. «Сексуальная привлекательность глазами мужчин и женщин». Продолжение Жизни, 2003 г. Тираж 5000. ISBN 5-94730-021-4
  • Исаев Д. Д. «Сексуальные позиции». Продолжение Жизни, 2003 г. Тираж 7000. ISBN 5-94730-020-6
  • Исаев Д. Д. «Три возраста сексуальности». Продолжение Жизни, 2003 г. Тираж 5000. ISBN 5-94730-022-2
  • Исаев Д. Д. «Иллюстрированная энциклопедия сексуальности». Продолжение Жизни, 2002 г. Тираж 7000. ISBN 5-7654-1236-X
  • Самухина Н., Исаев Д. Д. «Сексуальные позиции. Практическое руководство». Продолжение Жизни, 2001/2002 г. Тираж 15000/5000. ISBN 5-7654-1167-3 ISBN 5-7654-1935-6
  • Самухина Н., Исаев Д. Д. «Способы возлежания». Продолжение Жизни, Нева 2004 г. Тираж 6000. ISBN 5-7654-3622-6

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 Психотерапевт, сексолог Исаев Дмитрий Дмитриевич (недоступная ссылка). Дата обращения: 27 декабрь 2015. Архивировано 5 ғинуар 2016 года.
  2. 2,0 2,1 2,2 Анна Стрельцова Гомосексуализм разоблачен // Газета «Коммерсантъ» № 28 от 19.02.2000, стр. 7
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4
  5. Исаев, Дмитрий Дмитриевич. Патологические девиации сексуального поведения у подростков мужского пола : автореферат дис. … кандидата медицинских наук : 14.00.18 / Ленингр. н.-и. психоневрол. ин-т им. В. М. Бехтерева. — Ленинград, 1989. — 22 с.
  6. Денис Сысоев Призыв не для всех // АиФ Петербург 15 (452)
  7. Мария Сладкова Психиатра признали невменяемым. Дело об «истинном гомосексуализме» поставило точку в карьере известного врача Архивная копия от 10 июль 2015 на Wayback Machine // Известия, 19.03.2002
  8. Александр Самойлов Психиатра признали психом // Газета «Коммерсантъ» № 18 от 04.02.2002, стр. 9
  9. I-й съезд психотерапевтов и консультантов Северо-Западного региона России
  10. V Ассамблея психотерапевтов и консультантов Санкт-Петербурга (недоступная ссылка). Дата обращения: 19 март 2011. Архивировано 19 май 2011 года.
  11. II съезд психотерапевтов и консультантов Северо-Западного федерального округа РФ (недоступная ссылка). Дата обращения: 19 март 2011. Архивировано 3 май 2010 года.
  12. Даниил Туровский Очередные успехи общественности // Meduza, 24.07.2015
  13. Грустные новости — начат сбор средств в поддержку нашего друга и врача-психиатра Дмитрия Дмитриевича Исаева в связи с тяжёлой болезнью (онкология). ЛГБТ-группа «Выход» (18 ноябрь 2021). Дата обращения: 24 ноябрь 2021.
  14. Словосочетание «пропаганда гомосексуализама» лишено смысла. Эхо Москвы. Дата обращения: 9 июнь 2013. Архивировано 9 июнь 2013 года.
  15. Положение ЛГБТ-подростков в России. Часть 1. Кинофестиваль «Бок о Бок». Дата обращения: 9 июнь 2013.
  16. Часть 2.. Кинофестиваль «Бок о Бок». Дата обращения: 9 июнь 2013.
  17. Д. Д. Исаев, Ф. А. Кузнецов. Мифы и факты о транссексуалах. Дата обращения: 9 июнь 2013. Архивировано 9 июнь 2013 года.