Эстәлеккә күсергә

Исатай Тайманов ихтилалы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Исатай Тайманов ихтилалы
Төп конфликт: Ҡаҙаҡ ихтилалдары
Дата

1836—1838

Урыны

хәҙерге Ҡаҙағстан

Сәбәбе

ер өсөн бәхәс

Нәтижә

батша ғәскәрҙәренең еңеүе

Ҡаршы тороусылар

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы
Бүкәй Урҙаһы

Бүкәй Урҙаһы ҡаҙаҡтары

Командирҙар

Николай I
Жангир-Керей хан

Исатай Тайманов

Исатай Тайманов ихтилалы — Исатай Тайманов етәкселегендәге Кесе жүз (йөҙ) ҡаҙаҡтарының ихтилалы.

Исатай (Иҫәтәй) Тайманов һәм Мәхәмбәт Үтәмисов (Үтәмешов) етәкселегендәге Бүкәй Урҙаһында (Кесе жүздә) ихтилалдың төп сәбәбе — мал аҫрау өсөн көтөүлек ерҙәре етмәү арҡаһында ҡаҙаҡтарҙың һәм башҡа милләттәрҙең ҙур өлөшөнөң ярлыланыуы. Көтөүлек өсөн яраҡлы булған ерҙәрҙең майҙаны йылдам кәмей барған. Оло һәм Кесе Үҙән буйлап һәм Ҡамыш-Һамар күлдәре тирәһендәге игенселек өсөн яраҡлы ерҙәр даими рәүештә казак хуторҙары файҙаһына тартып алынған. Шуның һөҙөмтәһендә бында йәшәгән башҡорттар үҙ ерҙәрен ташлап китеп Ырғыҙ-Кәмәлек буйҙарына күсергә мәжбүр булған (бында уларҙы «яңы башҡорттар» тип атағандар). Артып ҡалған ерҙәр тигеҙ бүленмәгән, төп көтөүлектәр Бүкәй Урҙаһы ханы Жангир-Керей хан һәм уның ярандары ҡулына күскән. Үҙ ғаиләләре ас ҡалыуынан өмөтһөҙлөккә бирелгән һәм шаруа ерҙәрен тигеҙерәк бүлеүгә ирешеү өсөн ихтилалсылар солтан һәм хан көтөүлектәрендә асыҡ рәүештә малдарҙы урлай башлағандар.

Орловский А. О. «Казактарҙың ҡырғыҙҙар менән алышы»
(батша Рәсәйендә ҡаҙаҡтарҙы ҡырғыҙ тип атағандар)

1836 йылдың февраленән стихиялы сығыштар старшина Исатай Тайманов менән уға ҡушылған аҡын Мәхәмбәт Үтәмисов тарафынан хупланған. Улар хандың һәм Урал казак ғәскәренең ерҙәрен биләргә, Урал (Яйыҡ) буйына күсергә, малдарҙы урларға саҡырғандар. Ихтилалға старшиналар башлығында бер нисә ырыуҙар ҡушылған. Мәҫәлән, әлимула ҡәбиләһенең назар ырыуынан бей Жүсип Ҡуланулы ихтилалсыларға ярҙамға 500-гә яҡын яугирҙе ебәргән[1].

Башта рус хакимиәте ярҙамында ер мәсьәләһен сисеүгә өмөт һаҡланған. Исатай Тайманов Ырымбур генерал-губернаторы В. А. Перовскийға ошолай мөрәжәғәт иткән: «Беҙҙең үтенестәр һәм ялыуҙар бер кем тарафынан да ҡабул ителмәй, ғали йәнәптәре императорға тоғро подданыйлыҡҡа ант ҡабул итеүгә ҡарамаҫтан, беҙҙән милекте тартып алалар һәм беҙ сит ил кешеләре һымаҡ барлыҡ нәмәнән ҡурҡабыҙ. Әммә ғали йәнәптәре бында баш түрә булғанға күрә, мин һеҙҙең иғтибарға мәғлүмәттәр еткерергә һәм беҙҙең ауыр хәлде аңлаусы һәм беҙҙең ялыуҙар буйынса дөйөм халыҡ тикшеренеүҙәрен башҡарыусы ғәҙел чиновниктарҙы беҙгә ебәреү тураһында үтенергә уңайлыраҡ тип күрҙем. Беҙ бигерәктә беҙҙең ялыуҙарҙы әфәнде подполковник Даль тарафынан тикшеренелеүен теләйбеҙ». Әммә һөҙөмтәлә бер нисә йөҙ урал һәм әстерхан казактары менән Джангир ханға тоғро булған отрядтар менән бергә каратель экспедицияһын ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул ителгән. 1837 йылдың ноябрендә Тас-Түбә янындағы алышта ихтилалсылар тар-мар ителгән[2]. Таралған ихтилалсылар өлөшләтә Яйыҡ йылғаһының һул ярына сығып йәнә туплана алған.

1838 йылдың яҙында генерал-губернатор Перовский Санкт-Петербургҡа хәбәр итеүенсә, Таймановтың ғәскәре әкренләп ҙурайған, һәм Яйыҡ нығытмалы һыҙығына етеп килгән. Әгәр ике-өс меңлек кешенән торған отряд ҡапыл һөжүм итһә һыҙыҡтың ниндәй булһала нөктәһе аша улар үтә алып ҙур тәртиһеҙлектәр алып килә алған»[3]. Гуернатор ихтилалға башҡорттарҙың ҡушылыуынан хәүефләнгән, шунлыҡтан ихтилалсыларҙы Яйыҡ аша үткәрмәҫкә тырышҡан. Яйыҡ аръяғына регуляр ғәскәрҙәр, урал һәм ырымбур казактары составында экспедиция ебәрелгән һәм 1838 йылдың 12 июлендә баш күтәреүселәр тар-мар ителгәндәр, Исатай Тайманов үлтерелгән. Мәхәмбәт Үтәмисов иҫән ҡалған ихтилалсылар менән бергә көньяҡҡа ҡасҡан, әммә 1846 йылдың 20 октябрендә хәҙерге Атырау өлкәһе территорияһында һәләк булған — ялланған үлтереүселәр тарафынан үлтерелгән.