Исинбаева Елена Гаджиевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Елена Исинбаева
Шәхси мәғлүмәт
Енесе

ҡатын-ҡыҙ

Тулы исеме

Елена Гаджиевна Исинбаева

Клуб

ЦСКА

Тыуған ере

СССР, РСФСР,
Волгоград ҡалаһы

Спорт карьераһы

1998—2016

Тренеры

Трофимов Евгений Васильевич,
Петров Виталий Афанасьевич

Буйы

174

Ауырлығы

65

[[commons:Category: Yelena Isinbayeva Викимилектә|Аудио, фото, видео]] на Викискладе

Исинбаева Елена Годжаевна (3 июнь 1982 йыл, Волгоград, РСФСР, СССР) — Рәсәйҙең ҡолға менән һикереүсеһе. Ике тапҡыр Олимпия чемпионы (2004, 2008), 2012 йылғы Олимпия уйындарының бронза миҙалын яулаусы. Асыҡ һауала өс тапҡыр донъя чемпионы һәм бинала 4 тапҡыр донъя чемпионкаһы, асыҡ һауала, шулай уҡ бинала Европа чемпионы.Ҡолға менән һикереү буйынса ҡатын-ҡыҙҙар араһында донъяла 28 тапҡыр рекорд ҡуйған[1] .Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры.

22 июль, 2005 йыл. Лондондағы ярыштарҙа донъя тарихында беренсе тапҡыр ҡатын-ҡыҙҙар араһында ҡолға менән һикереү буйынса биш метр бейеклекте алды.

6 март, 2012 йыл. Иң уңышлы эш итеүсе Рәсәй спортсыһы тип танылды. Армияның Үҙәк спорт клубында еңел атлетика буйынса инструктор, Рәсәй армияһы[2] майоры[3].

Ғаиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Еленаның атаһы — Гаджи Гафанович Исинбаев — табасаран милләтле, Дағстандың[4] Хив районы Чувек ауылында тыуған, әсәһе — Наталья Петровна Исинбаева — рус. Апаһы Инесса цирк артисы Михаил Голевта кейәүҙә.

Оҙаҡ ваҡыт Монте-Карлола(Монако)[5] йәшәгән. Үҙенең һүҙҙәре буйынса, күп ваҡытын ғаиләһе, дуҫтары менән үткәрергә уйлап, Исинбаева 2011 йылдың мартында Волгоградҡа[6] ҡайта[7]. 2013 йылда Исинбаева кире Монакоға[8][9] әйләнеп ҡайтыуҙы планлаштырғанын әйткән. 2014 йылдың 28 июнендә Елена Исинбаева Рәсәйҙең йыйылма командаһының[10] һөңгө сөйөү спортсыһы Никита Петиновтан (тыуған 1990) Ева исемле ҡыҙ таба[11] тапты.

12 декабрь, 2014 йыл. Никита Петиновҡа[12] кейәүгә сыға.

Спорт карьераһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1998—2003[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Еленаға 5, ә уның бәләкәй һеңлеһе Иннаға 4 йәш булғанда, ата-әсәһе уларҙы спорт гимнастикаһы клубына шөғөлләнергә бирә. 15 йәшендә Ленаны олимпия резервы училищеһынан, перспективаһыҙ спортсы тип, сығарып ебәргәндәр. Уның тренеры Александр Лисовой, телевидениела ҡолға менән һикереп сығыш яһаған ҡыҙҙы күреп, Ленаны еңел атлетика буйынса тренер Евгений Трофимовҡа күрһәткән. Ярты йылдан һуң, 1998 йылда, Елена Исинбаева Мәскәүҙә Бөтә Донъя үҫмерҙәр уйындарында 4 метр бейеклеккә һикерә. Киләһе йылында ул үҫмерҙәр араһында донъя күләмендә рекорд ҡуйып, 4,10 метр бейеклекте яулай. Шул уҡ йылда Европа чемпионатында юниорҙар араһында 5-се урынды ала.

2000 йылда 18 йәшлек Рәсәй спортсыһы йәнә «донъя чемпионы» исеменә лайыҡ була, 4,20 метр бейеклеккә һикереп, юниорҙар араһында донъя рекорды ҡуя. Сиднейҙағы Олимпиадала донъя тарихында беренсе тапҡыр ҡатын-ҡыҙҙар араһында ҡолға менән һикереү буйынса ярыш була. Елена квалификация буйынса иҫәпкә кергән бер генә һикереү эшләй алмай һәм финалға сыҡмай (квалификацияны күрһәтеү өсөн 4,30 метр бейеклекте алырға кәрәк була). Сиднейҙа 4,60 метр һөҙөмтә менән донъя рекордсыһы Стэйси Драгила чемпион була (донъя рекордынан ни бары 3 сантиметрға түбәнерәк). Көмөш миҙалды Австралия өсөн сығыш яһаған элекке Рәсәй спортсыһы Григорьева Татьяна яулай (4,55 метр).

2001 йылда Европа юниорҙар чемпионатында, 4,40 метр бейеклекте алып, Исинбаева тағы ла беренсе була. Шул уҡ йылда, Берлиндағы Халыҡ-ара фестивалдә (ISTAF) ҡатнашып, 4,46 метр бейеклеккә һикерә һәм юниорҙар араһында яңы донъя рекорды ҡуя. Уны немец спортсыһы Сильке Шпигельбург, Исинбаева күрһәткесенән 2 сантиметрға бейегерәк һикереп, бары тик 2005 йылда ғына яңырта ала. 2002 йылда Мюнхендә үткән Европа чемпионатында Елена, 4,55 метр бейеклек күрһәтеп, икенсе урын яулай. Рәсәй спортсыһы Светлана Феофанова чемпион исемен ала.

2003 йылда Европа чемпионатында бина эсендәге ярыштарҙа 23 йәшкә тиклемге спортсылар араһында ул 4,65 метр һөҙөмтә менән алтын миҙал яулай. 2003 йылдың 13 июлендә Гейтсхедта Британияның Grand Prix ярышында Елена яңы донъя рекорды ҡуя — 4,82 метр. 2003 йылда Парижда үткәрелгән еңел атлетика чемпионатында ул ярыштың фавориты булып иҫәпләнһә лә, Светлана Феофанова һәм немец ҡыҙы Аннике Бекерҙән ҡалыша һәм бронза миҙал яулай.

2004—2009[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

30 июль, 2008 йыл. Монакола Супер Гран-при ярыштарының сираттағы этаптарының серияһында Исинбаева сираттағы донъя рекорды ҡуйҙы — 5,04 метр (был рекорд үткәндәгеһенән бер см артығыраҡ була). Үҙ ҡаҙаныштары тураһында спортсы ошоларҙы әйтте[13]:

«Мин Монакола йәшәйем. Өйҙәге стадионда үткәрелгән был ярыш миңә ҙур көс бирҙе».

18 август, 2008 йыл. Пекинда үткәрелгән Олимпия уйындарында ул, бер-бер артлы башта олимпия (4,95 метр), унан һуң донъя (5,05 метр) рекордтары ҡуйып, алтын миҙал яуланы.

2010 — бөгөнгө көндә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

15 февраль, 2009 йыл . Донецкиҙә үткәрелгән XX халыҡ-ара «Ҡолға йондоҙҙары» турнирында ул бина эсендә 2 донъя рекордын ҡуя, башта 4,97 метр һәм унан һуң 5,00 метрға һикерә[14] (һөҙөмтә әлегә рәсми рәүештә раҫланмаған).

Бөтә Донъя спорт даны Laureus академияһының версияһы буйынса Елена 2007 һәм 2009 йылдарҙа планетаның иң яҡшы спортсыһы булып һанала.

</gallery>

2009 йыл. Берлинда үткән донъя чемпионатында ул бер ниндәй ҡыйынлыҡһыҙ финалға үтеп инһә лә , финалда еңеүгә өлгәшә алмай. Ярыштан һуң Исинбаева быны быға тиклем бер туҡтауһыҙ ярыштарҙа еңеп килгәнгә күрә концентрацияһын юғалтыу менән аңлатты. Ысын күҙ йәштәре түгеп, ул тренеры алдында оятҡа ҡалғанын белдерҙе.

28 август, 2009 йыл. Цюрихта "Алтын лиганың « бишенсе этабында ул 27-се тапҡыр донъя рекорды ҡуйҙы (5,06 метр)[15].

10 апрель 2010 йыл. Биналарҙа үткән Дохалағы донъя чемпионатындағы уңышһыҙ сығышынан һуң ул билдәһеҙ ваҡытҡа үҙенең спорт карьераһында тәнәфес яһарға булды[16].

2010 йылдың апрелендә Елена Сингапурҙа үткәрелгән Йәш үҫмерҙәр Олимпиадаһында Рәсәйҙең илсеһе булып һайланды.[17].

Спортта алған паузанан һуң матбуғатта Елена спортҡа 2011 йылда ҡайтасаҡ тигән хәбәрҙәр сыҡһа ла, рәсми рәүештә был мәғлүмәт бары тик 2010 йылдың 1 декабрендә генә дөрөҫләнә. Бөтә Рәсәй еңел атлетика федерацияһының сайтында Еленаның „рус ҡышы“ ярышында сығыш яһаясағы тураһында мәғлүмәт бирелә[18].

6 февраль, 2011 йыл . „рус ҡышы“ турнирында карьераһындағы бер йыллыҡ паузанан һуң Исинбаева һикереүҙәр секторына сыҡты, бейеклеккә 4,81 м һикереп, ярыштарҙың донъялағы иң яҡшы сезон нәтижәһен күрһәтте һәм еңеүсе булды.[19]. 2011 йылдың 30 авгусында Көньяҡ Кореяның Тэгу ҡалаһында үткән еңел атлетика чемпионатында миҙалһыҙ ҡалды.[20]

2012 йылдың 6 февралендә Рәсәй Федерацияһының Президентына кандидат итеп күрһәтелгән, шул ваҡытта Рәсәй Федерацияһының Хөкүмәт Рәйесе булып торған, Владимир Путиндың ышаныслы кешеһе ителеп рәсми рәүештә теркәлгән[21].

23 февраль, 2012 йыл. Стокгольмдағы гран-при ярыштарында Елена бина эсендә яңы рекорд ҡуйҙы— 5,01. м. 2012 йылдың 6 авгусында Лондонда үткән Олимпия уйындарында ярыштарҙың төп фавориты булһа ла, бейеклеккә 4,70 м һикереп, бары тик бронза миҙалына лайыҡ булды. Олимпиаданың алтын миҙалын америкалы Дженнифер Сур 4,75 м нәтижәһе менән (2008 йылда Исинбаева ҡуйған рекордҡа ҡарағанда 30 см түбәнерәк күрһәткес менән) алды, көмөш миҙал шулай уҡ 4,75 м бейеклегенә һикергән Куба спортсыһы Ярислей Сильвегә эләкте.

18 май, 2013 йыл. Shanghai Golden Grand Prix ярышында, 4,70 м күрһәтеп, еңеүсе булды.

13 август, 2013 йыл. Мәскәүҙә үткән донъя чемпионатында, 4,89 м бейеклеккә һикереп, алтын миҙал яуланы[22].

2013 йылдың Донъя чемпионаты алдынан Елена Исинбаева бер нисә тапҡыр үҙенең спорт карьераһын тамамларға йә булмаһа туҡтатып торорға теләгәнен әйтте. Бының сәбәбе уның әсә булырға теләүҙә ине[23][24][25]. Әммә чемпионатта еңеү нәтижәһе тренер тарафынан планлаштырғандан байтаҡ түбән булғанлыҡтан, тренер Еленаның бер нисә коммерциялы ярыштарҙа[26] һәм 2016 йылдағы Олимпиадала ҡатнашыу мөмкинлеген аныҡлап әйтте[27].

2013 йылдың октябрендә Исинбаева Сочиҙағы Олимпия ауылының мэры вазифаһын үтәй башланы[28].

2015 йылдың 12 февралендә спорт карьераһын дауам итәсәген иғлан итте.[29].

2015 йылдың 6 майында Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығы Елена Исинбаева менән биш йыл контракт төҙөнө. Был контракт буйынса уға Армияның Үҙәк клубында еңел атлетика буйынса хәрби инструктор вазифаһы йөкләтелә[2].

2016 йылдың 8 февралендә Халыҡ-ара еңел атлетика федерацияһының ассоциацияһы (IAAF) Елена Исинбаеваға, Бөтә Рәсәй еңел атлетикаһы федерацияһының IAAF-тағы ағзалығынан сығыу сәбәпле, халыҡ-ара ярыштарҙа ҡатнашыуҙы тыйҙы..

Тәнҡит[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2013 йылдың 13 авгусындағы матбуғат-конференцияһындағы журналист Исинбаеванан швед спортсы ҡатын-ҡыҙҙарыынң ЛГБТ-Рәсәй берләшмәһен яҡлаған акцияһына ҡарата мөнәсәбәтен белдереүен һорағас, ул Рәсәйҙәге гомосексуализмды тыйыу тураһындағы законды яҡлап сыға[30]. Күп кенә сит ил киң мәғлүмәт саралары уның был фекерен гомофобиялы тип һанап, Елена Исинбаеваны Олимпия уйындарының илсеһе посынан төшөрөүҙе талап итә башлай. Исинбаеваның һүҙәрен күп кенә танылған спортсылар шелтәләп сыға[31][32][33]. Быны Исинбаева Еңел атлетика Федерацияһының матбуғат-хеҙмәте аша үҙ фекерен инглизсә бик үк дөрөҫ аңлата алмағанлығы менән бәйләй. Сексуаль ориентацияһына ҡарап кешене дискриминациялауға үҙенең ҡаршы торғанлығын, ләкин чемпионат ҡунаҡтарының Рәсәйҙәге закондарҙы хѳрмәт итергә һәм үтәргә тейешлеген әйтә.[30][34].

Рекордтар исемлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2006 йыл
Дата Высота Примечание
23 февраля 2012 5,01 м в помещении
28 августа 2009 5,06 м
15 февраля 2009 5,00 м в помещении
15 февраля 2009 4,97 м в помещении
18 августа 2008 5,05 м
29 июля 2008 5,04 м
11 июля 2008 5,03 м
16 февраля 2008 4,95 м в помещении
10 февраля 2007 4.93 м в помещении
12 февраля 2006 4.91 м в помещении
12 августа 2005 5,01 м
22 июля 2005 5,00 м
22 июля 2005 4,96 м
16 июля 2005 4,95 м
7 июля 2005 4,93 м
6 марта 2005 4,90 м в помещении
26 февраля 2005 4,89 м в помещении
18 февраля 2005 4,88 м в помещении
12 февраля 2005 4,87 м в помещении
3 сентября 2004 4,92 м
24 августа 2004 4,91 м
30 июля 2004 4,90 м
25 июля 2004 4,89 м
27 июня 2004 4,87 м
6 марта 2004 4,86 м в помещении
15 февраля 2004 4,83 м в помещении
15 февраля 2004 4,81 м в помещении
14 июля 2003 4,82 м

13 август .2013 г. Исинбаеваның тренеры Евгений Трофимов ағымдағы йылдың яҙы башында спортсы 5,11 метр бейеклекте алды тине . Шунда уҡ ул Исинбаеваның 5,15—5,20 м бейеклекте алырлыҡ көсө барлығын әйтте.[26][27].

Бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

„Тыуған ил алдындағы ҡаҙаныштары өсөн“ IV дәрәжә миҙалы менән бүләкләү, 8 сентябрь, 2009 йыл
  • Орден „За заслуги перед Отечеством“ IV степени (2 августа 2009 года) — за большой вклад в развитие физической культуры и спорта, высокие спортивные достижения на Играх XXIX Олимпиады 2008 года в Пекине[35].
  • Орден Почёта (18 февраля 2006 года) — за большой вклад в развитие физической культуры и спорта и высокие спортивные достижения[36].
  • Медаль ордена „За заслуги перед Отечеством“ II степени (13 августа 2012 года) — за большой вклад в развитие физической культуры и спорта, высокие спортивные достижения на Играх XXX Олимпиады 2012 года в городе Лондоне (Великобритания)[37].
  • Премия принца Астурийского (октябрь 2009 года)[38].
  • Почётный гражданин Донецка (2006 год)[39].
  • 31 января 2010 года Елена Исинбаева была признана лучшей легкоатлеткой десятилетия журналом Track&Field News[40].
  • Лучший легкоатлет мира по версии журнала Track & Field News в 2004 и 2005 годах.
  • Лучший атлет мира по версии ИААФ (2004, 2005, 2008).
  • 16 ноября 2013 года на церемонии награждения в Монако была удостоена наградой „За особые заслуги в спорте“.
  • Лучший легкоатлет Европы в 2005 и 2008 годах.
  • Фонтан, названный в честь неё, стоит около кинотеатра „Высота“ в районе Москвы Кузьминки.
  • По итогам 2013 года признана Спортсменкой года (её имя назвало большинство болельщиков путём голосования в интернете, а также делегаты отчетной конференции Всероссийской федерации легкой атлетики).[41]
  • „Серебряная лань“ — лучший спортсмен года (Федерация спортивных журналистов России, 18 декабря 2013 года)[42]
  • Спортсмен года в Европе (2013). По результатам голосования Международной федерации спортивных журналистов[43].

Белеме[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Волгоград дәүләт физик культура академияһын тамамлаған.
  • 2010 йылдың октябрендә педагогия фәндәре кандидаты дәрәжәһенә эйә булған.

Рекламала төшөүҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • В 2010 году снялась в ТВ-ролике с рекламой „Lady Speed Stick“.
  • Снялась в 2016 году рекламном ролике сока.
  • С ноября 2015 года является рекламным лицом телеканала „Матч ТВ“

Телетапшырыуҙарҙа төшөүе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Елена 2013 йылда „КВН“, „Минута славы“ телетапшырыуҙарында жюри ағзаһы була һәм „Киске Ургант“ тапшырыуында төшә.

Ҡыҙыҡ факттар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ярыштар ваҡытында спортсы үҙенә генә хас булған тактиканы ҡуллана: уның беренсе һикереүе- тән яҙыу өсөн, икенсеһе-еңеү өсөн, өсөнсөһө — рекорд ҡуйыр өсөн. Еленаның үтенесе буйынса ҡолғалар эшләүсе „Спирит“ фирмаһы уларҙы төрлө төҫтә яһап сығара. Исинбаева үҙенең һикереүҙәрен алһыу төҫлө ҡолғалар менән башлай, еңер өсөн-зәңгәр төҫтө һәм рекорд ҡуйыр өсөн алтын төҫөндәге ҡолғаларҙы ҡуллана[44].
  • Ул Рәсәй армияһы сафында эшләүсе майор дәрәжәһендәге офицер[45].
  • Православие динендә[46].
  • Һикерерҙән алда Елена үҙенең ҡолғаһына ниндәйҙер һүҙҙәр әйтә, тик был һүҙҙәрҙе уның бер кемгә лә һөйләгәне юҡ.
  • Ике тапҡыр олимпия чемпионы үҙ исемен рәсми бренд итергә уйлай, шуның өсөн ул Роспатентҡа „Исинбаева“ исемле тауар тамғаһын теркәүҙе һорап ғариза биргән. Спортсының был шәхси тауар тамғаһы уның исеме менән генә аталмаҫ , ә һүрәтләмәле лә булыр тип көтөлә.[47].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Eurosport, 24.12.2012. Архивировано 28 ноябрь 2012 года.
  2. 2,0 2,1 Елена Исинбаева заключила 5-летний контракт с Минобороны — Иван Петров — Российская газета
  3. ТАСС: Спорт — Двукратной олимпийской чемпионке Елене Исинбаевой присвоено воинское звание майора
  4. Дагестанские олимпийцы получат премии от 50 до 5 тысяч рублей. ИА REGNUM (31 август 2004). Архивировано 3 февраль 2012 года.
  5. Би-би-си. Радио. Утро на Би-би-си. Спорт по утрам: среда. Архивировано 28 ноябрь 2012 года.
  6. Исинбаева — Трофимов: встреча в Прощеное воскресенье. Архивировано 28 ноябрь 2012 года. 2011 йыл 15 март архивланған.
  7. Елена Исинбаева вернулась к первому тренеру — Евгению Трофимову! Архивировано 28 ноябрь 2012 года.
  8. Кузьмина, Надежда «Всё, что у нас есть – шиш с маслом». Елена Исинбаева о господдержке спорта. Аргументы и факты (21 август 2013). — «Я думаю, что жить буду за границей. Сюда буду приезжать, тренера проведывать.» Дата обращения: 26 август 2013. Архивировано 14 сентябрь 2013 года.
  9. Исинбаева: в Волгограде у меня будет много обязательств, но жить хочу в Монако. Чемпионат.com (22 август 2013). Дата обращения: 26 август 2013. Архивировано 14 сентябрь 2013 года.
  10. Максим Кравченко. Исинбаева родила дочку от легкоатлета Петинова. «Советский спорт» — www.sovsport.ru (29 июня 2014). Дата обращения: 18 август 2014. 2014 йыл 19 август архивланған.
  11. Елена Исинбаева крестила дочь. Вокруг ТВ — www.vokrug.tv (18 август 2014). Дата обращения: 18 август 2014.
  12. Исинбаева вышла замуж за легкоатлета Петинова.
  13. Би-би-си: Спорт по утрам. Архивировано 28 ноябрь 2012 года.
  14. Isinbayeva volvió a tocar el cielo al superar los 5 metros bajo techo. Архивировано 28 ноябрь 2012 года. (исп.)
  15. Елена Исинбаева установила новый мировой рекорд. Архивировано 28 ноябрь 2012 года.
  16. Елена Исинбаева взяла паузу на неопределенный срок. Архивировано 28 ноябрь 2012 года.
  17. Исинбаева и Фелпс выбраны послами юношеской Олимпиады-2010.(недоступная ссылка)
  18. Возвращение Елены Исинбаевой в сектор. Архивировано 28 ноябрь 2012 года. 2016 йыл 22 март архивланған.
  19. Исинбаева вернулась. Архивировано 28 ноябрь 2012 года. 2011 йыл 16 август архивланған.
  20. Lenta.ru: Спорт: Исинбаева осталась без медали в прыжках с ҡолғаом на ЧМ-2011. Архивировано 28 ноябрь 2012 года.
  21. Постановление ЦИК России № 96/767-6, 6 февраля 2012. Архивировано 28 ноябрь 2012 года. 2012 йыл 26 декабрь архивланған.
  22. Исинбаева завоевала Алтын на прощальном чемпионате мира в Москве. Архивировано 16 август 2013 года.
  23. Легендарная прыгунья с ҡолғаом Елена Исинбаева готовится стать матерью. NEWSru.com (27 июнь 2013). Дата обращения: 18 август 2013. Архивировано 19 август 2013 года.
  24. Елена Исинбаева завершит карьеру на чемпионате мира в Москве. РИА Новости (23 июль 2013). Дата обращения: 18 август 2013. Архивировано 19 август 2013 года.
  25. Елена Исинбаева: «Этот чемпионат был последним в карьере». Спорт-Экспресс (13 август 2013). Дата обращения: 18 август 2013.
  26. 26,0 26,1 Евгений Трофимов: «Неудобно показывать запись прыжка Исинбаевой на 5,11». Спорт-Экспресс (13 август 2013). Дата обращения: 20 август 2013.
  27. 27,0 27,1 Исинбаева поделилась с журналистами планами на будущее. Аргументы и факты (13 август 2013). Дата обращения: 20 август 2013. Архивировано 24 август 2013 года.
  28. Е. 2013 йыл 8 сентябрь архивланған.
  29. Елена Исинбаева: „Будь я мужчиной, выступала бы до пятидесяти“ 2015 йыл 12 февраль архивланған.
  30. 30,0 30,1 Гей, атлеты! Фонтанка (16 август 2013). Дата обращения: 20 август 2013. Архивировано 24 август 2013 года.
  31. Russian pole vault champ Yelena Isinbayeva condemns homosexuality, supports new anti-gay law (ингл.). NYDaylyNews (13 август 2013). Дата обращения: 18 август 2013. Архивировано 19 август 2013 года.
  32. Isinbayeva speaks out against homosexuality (ингл.). BBC (15 август 2013). Дата обращения: 18 август 2013. Архивировано 19 август 2013 года.
  33. Запад ополчился на Исинбаеву. Спорт-Экспресс (16 август 2013). Дата обращения: 18 август 2013. 2013 йыл 18 август архивланған.
  34. Елена Исинбаева: «Меня неправильно поняли». Спорт-Экспресс (16 август 2013). Дата обращения: 18 август 2013.
  35. Указ Президента Российской Федерации от 2 августа 2009 года № 885
  36. Указ Президента Российской Федерации от 18 февраля 2006 года № 126
  37. Указ Президента Российской Федерации от 13 августа 2012 года № 1165 «О награждении государственными наградами Российской Федерации». Официальный интернет-портал правовой информации (15 август 2012). Дата обращения: 15 август 2012.
  38. Исинбаева получила премию принца Астурийского. Взгляд (24 октябрь 2009). Дата обращения: 24 октябрь 2009. Архивировано 25 август 2011 года. 2009 йыл 25 декабрь архивланған.
  39. Елене Исинбаевой присвоили звание «Почётный гражданин города Донецка». Архивировано 28 ноябрь 2012 года.
  40. Елена Исинбаева признана лучшей легкоатлеткой десятилетия. Архивировано 28 ноябрь 2012 года.
  41. Исинбаева и Меньков стали спортсменами года по версии ВФЛА — Иван Ильин — Российская газета
  42. Лучшие российские спортсмены 2013 года
  43. Радио ЭХО Москвы :: Новости / Россиянка Елена Исинбаева признана спортсменкой года в Европе
  44. Оружейник для Исинбаевой. Архивировано 28 ноябрь 2012 года. 2010 йыл 19 июнь архивланған.
  45. Сергей Шойгу вручил Елене Исинбаевой погоны майора (16 май 2015).
  46. Елена Исинбаева: „Я смелая в спорте, а не в жизни“. 2014 йыл 13 декабрь архивланған.
  47. Ъ-Новости — Елена Исинбаева регистрирует свою фамилию в качестве товарного знака

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]