Искәндәров Марсель Бәғҙәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Марсель Искәндәров
Тыуған көнө:

1 ғинуар 1961({{padleft:1961|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Көйөргәҙе районы Яҡшымбәт ауылы

Вафат булған көнө:

2004({{padleft:2004|4|0}})

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Рәсәй

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

башҡортса

Марсель Бәғҙәт улы Искәндәров (1 ғинуар 1961 — 2004) — башҡорт яҙыусыһы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Марсель Бәғҙәт улы Искәндәров 1961 йылдың 1 ғинуарында Башҡорт АССР-ы Күмертау районы (хәҙер Көйөргәҙе районы) Яҡшымбәт ауылында тыуа.
  • Ата-әсәһе 1967 йылда әсәһенең тыуған ауылы Таймаҫҡа күсеү сәбәле, яңы ауылда башланғыс класҡа уҡырға төшә.
  • Таймаҫ урта мәктәбенең 8-се класын тамамлағас, Мәләүез ҡалаһының 63-сө профтехучилищеһында уҡый.
  • Хеҙмәт юлын Мәләүез химия заводында башлай.
  • 1984—1989 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында уҡый.
  • 1985 йылда «Совет Башҡортостаны» гәзите редакцияһына эшкә килә.
  • 1997 йылда «Аманат» журналында әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеге мөхәррире вазифаһын башҡара.
  • 2004 йылда вафат була һәм Көйөргәҙе районының Таймаҫ ауылы зыяратында ерләнә.

Ижады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Марсель Искәндәр мәктәптә, училищела, университетта уҡыған ваҡытта хикәйәләр, мәҡәләләр яҙа. Өфөлә уҡыған, эшләгән сағында проза менән ныҡлап шөғөлләнә башлай, шуның һөҙөмтәһе булараҡ уның «Ҡомаҡтар» исемле роман һәм «Юл сатында» исемле хикәйәләр йыйынтыҡтары донъя күрә. Был әҫәрҙәрендә уның геройҙары үҙҙәренең яҡты хыялдары өсөн көрәшеп, әхлаҡ һынауҙары аша үтә, көслө рухлы кешеләрҙең яҙмыш ауырлыҡтарына бирешмәүҙәрен күрһәтә. Автор шулай уҡ милли рух өсөн көрәшергә кәрәклеген һүрәтләй.

Марсель Искәндәров күренекле яҙыусы Ғәли Ибраһимовтың «Кинйә» романын уҡыусыларға еткереүҙә ҙур тырышлыҡ һала.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)