Эстәлеккә күсергә

Исхаҡов Гәрәй Усман улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Гәрәй Исхаков
Исхаҡов Миңлегәрәй Усман улы
Тыуған көнө:

25 ноябрь 1931({{padleft:1931|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Ейәнсура районы Ибрай ауылы

Вафат булған көнө:

24 июнь 1997({{padleft:1997|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (65 йәш)

Вафат булған урыны:

Сибай

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Жанр:

Драматургия

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

Башҡорт

Исхаҡов Гәрәй (Миңлегәрәй) Усман улы (25 ноябрь 1931 йыл24 июнь 1997 йыл) — башҡорт журналисы, яҙыусы-драматург. 1972 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы, 1993 йылдан Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союздары ағзаһы.

Исхаҡов Гәрәй (Миңлегәрәй) Усман улы 1931 йылдың 25 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Ейәнсура районы Ибрай ауылында тыуған.

  • 1952 йылдан алып Белорет районында мәҙәниәт йорто мөдире.
  • 1955—57 йылдарҙа Ейәнсура район мәҙәниәт йортоноң художесто етәксеһе.
  • 1958 йылдан башлап Сибай драма театрының режиссёр ярҙамсыһы.
  • 1962 йылдан алып Сибай ҡалаһы, гәзит фотохәбәрсеһе.
  • 1978 йыл — «Башфото „Нур“» ПБ‑ның Сибай филиалы начальнигы.
  • Башҡортостан Республикаһы һәм РФ театрҙарында сәхнәләштерелгән «Һайра, һандуғасым!» музыкаль драмаһы, «Яралы яҙмыш», «Аҫылташ», «Етеле шәм» һ.б. драмалар авторы.
  • Сибайҙа ул йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.