Ихсанов Рафиҡ Рәшит улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ихсанов Рафиҡ Рәшит улы
Зат ир-ат
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 27 сентябрь 1965({{padleft:1965|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (58 йәш)
Тыуған урыны Түбәнге Әүрез, Әлшәй районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө офицер
Хәрби звание полковник[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһы Геройы орден «За службу Родине в Вооружённых Силах СССР» III степени

Ихсанов Рафиҡ Рәшит улы (27 сентябрь 1965 йыл) — хәрби хеҙмәткәр, запастағы полковник. Афған һуғышында һәм Төньяҡ Кавказдағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы. Башҡортостан Республикаһынан Федерация Советы ағзаһы ярҙамсыһы. «Берҙәм Рәсәй» партияһы ағзаһы. Рәсәй Геройы (2000).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рафиҡ Рәшит улы Ихсанов[1] 1965 йылдың 27 сентябрендә БАССР-ҙың Әлшәй районы Түбәнге Әүрез ауылында тыуған.

Вертолетсы. Полковник (2002). Рәсәй Федерацияһы Геройы (21.04.2000).

1982 йылдың сентябренән Ҡораллы Көстәрҙә. 1986 йылда Һарытау юғары хәрби авиация (вертолет) летчиктары училищеһын тамамлай.

Афғанстанда бер йыл хеҙмәт итә. Хәрби бурысын үтәгән ваҡытта күрһәткән батырлығы өсөн III дәрәжә «СССР Ҡораллы Көстәрендә Ватанға хеҙмәте өсөн» ордены менән бүләкләнгән. Аҙаҡ Украинала Львов өлкәһендә хеҙмәт итә. Советтар Союзы тарҡалғандан һуң Рафиҡ Рәшит улы Украина антын ҡабул итергә теләмәгән офицерҙар араһында була һәм хәрби хеҙмәт урынынан китә.

1992 йылда Ю. А. Гагарин исемендәге Хәрби-Һауа көстәре академияһына уҡырға инә. Академияны тамамлағандан һуң үҙ теләге менән Төньяҡ Кавказда хеҙмәт итә.

Осоу әҙерлеге буйынса эскадрилья командиры урынбаҫары вазифаһынан полк командиры урынбаҫары вазифаһына тиклем ете йыл хеҙмәт итеү осоронда ике чечен кампанияһында ҡатнаша. Һуңынан Хәрби-Һауа көстәренең Байкал аръяғы округында полк командиры вазифаһында хеҙмәт итә.

2000 йылдың 21 апрелендә Рәсәй Федерацияһы Президентының указы менән Төньяҡ-Кавказ төбәгендәге законһыҙ ҡораллы формированиеларҙы бөтөрөү ваҡытында күрһәткән ҡаһарманлығы һәм батырлығы өсөн Ихсанов Рафиҡ Рәшит улына «Рәсәй Геройы» исеме бирелә.

2006 йылдан запаста. 2004 йылдан ғаиләһе менән Мәскәүҙә йәшәй. Рәсәй Федерацияһы юстиция министрлығы янындағы хәрби, махсус һәм ике яҡлы тәғәйенләнештәге интеллектуаль эшмәкәрлек һөҙөмтәләрен хоҡуҡи яҡлау буйынса Федераль агентлығының генераль директоры урынбаҫары булып эшләй. 90-сы йылдар аҙағында булдырылған Советтар Союзы Геройҙары һәм Рәсәй Геройҙары ярҙам Фондының (Мәскәү ҡалаһы) йәмәғәтселек башланғысында вице-президенты булып тора.

Батырлыҡ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Чечен республикаһында һауа тактик десантын төшөргәндә эйәреүсе вертолеттарҙың береһе бәреп төшөрөлә. Вертолет һауала яна башлай. Ихсанов Рафиҡ Рәшит улы экипажға һикерергә команда бирә. Ергә төшкәндән һуң ике минут эсендә экипаж парашюттары менән боевиктарҙың танау аҫтынан эвакуациялана».

Наградалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«СССР ҡораллы көстәрендә Ватанға хеҙмәте өсөн» III дәрәжә орден (05.05.1988), миҙалдар менән бүләкләнә.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Герои нашего времени (О Героях России — уроженцах и жителях Республики Башкортостан) / авт.-сост. Е. А. Смирнов. — Уфа : Китап, 2016. — 327 с. : илл. ISBN 978-5-295-06554-5.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Ихсанов Рафик Рашитович | Герои России | Наши знаменитости - 450 лет в составе России. Дата обращения: 20 март 2013. Архивировано 8 апрель 2013 года. 2013 йыл 16 апрель архивланған.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ихсанов Рафиҡ Рәшит улы. «Герои страны» сайты.

  • Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов; науч. изд. Башкирская энциклопедия, г. Уфа.