Эстәлеккә күсергә

Ишембай станоктар ремонтлау заводы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ишембай станоктар ремонтлау заводы
Нигеҙләү датаһы 2005
Ойоштороу-хоҡуҡ формаһы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт[d]
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Ишембай, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Хеҙмәткәрҙәр 500 кеше
Рәсми сайт isrz.ru

«Ишембай станоктар ремонтлау заводы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте— металл киҫеүсе һәм тимерсе-пресслау ҡорамалдарын ремонтлау заводы. Рәсәй баҙарында металл эшкәртеү ҡорамалдарының киң номенклатураһын модернизациялауҙы һәм ремонтлауҙы үҙләштергән берҙән-бер предприятие[1]. Башҡортостан Республикаһының Ишембай ҡалаһында урынлашҡан. Адресы: Индустриаль шоссе, 2б.

2005 йылдың апрелендә «Ишембай транспорт машиналары эшләү заводы „Витязь“» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенән (хәҙерге «„Витязь“ машиналар эшләү компанияһы») аукционда 40000 кв. м. биләмәһе менән производство һәм административ майҙандың бер өлөшө һатып алына, предприятиеның бер нисә тапҡыр банкротлығы һөҙөмтәһендә ул туҡтап торған була. Ҡыҫҡа ваҡыт аралығында яңы урынға һигеҙ мең тонна самаһы станок ҡорамалдары күсерелә, цехтарға йылылыҡ, яҡтылыҡ, газ үткәрелә, кешеләр эшләү өсөн нормаль шарттар булдырыла һәм етештереү эштәре башлана[2].

Элекке хужаларҙан ҡалған үҫешкән кран хужалығы булыуы, уңайлы географик урыны завод үҫешенең нигеҙе булып тора. Өҫтәл оҙонлоғо 14 метрға тиклем булған буй-шымартыу станогын алыу ауыр һәм ҙур габаритлы станоктарҙы ремонтлау буйынса яңы мөмкинлектәр аса.

2010 йылдың 24 һәм 25 февралендә «Башстанкоцентр» компанияһы "Ишембай станоктар ремонтлау заводы"на экскурсия ойоштора[3].

2011 йылдың мартында Өфөлә Инновацион-сәнәғәт салоны ҡатнашсылары завод буйынса экскурсияла була[4].

2011 йылдың 27 һәм 28 сентябрендә «Металл эшкәртеү: станоктар, инструмент һәм технологиялар — 2011» (27-30 сентябрҙә, Өфө) XIV Төбәк-ара махсуслаштырылған күргәҙмәлә ҡатнашыусылар өсөн Ишембай станоктар ремонтлау заводында күсмә конференция ойошторола[5].

Ахметов, Н. Уникальный завод: Ишимбайский станкоремонтный завод / Н. Ахметов // Восход.- 2010.- 2 марта.- С.1.