Ишкинин Таһир Хабрахман улы
| Ишкинин Таһир Хабрахман улы | |
| Тыуған көнө: | |
|---|---|
| Тыуған урыны: | |
| Гражданлығы: | |
| Эшмәкәрлеге: |
журналист |
| Премиялары: | |
Ишкинин Таһир Хабрахман улы (17 август 1964 йыл) — журналист, дәүләт хеҙмәткәре. Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Журналистар союзы ағзаһы (1999). Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (2009).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Таһир Хабрахман улы Ишкинин 1964 йылдың 17 авгусында Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Үрге Таулыҡай ауылында тыуған.
1984 йылдан алып Силәбе өлкәһе һәм Баймаҡ районының район һәм ауыл мәҙәниәт йорттары директоры, художество етәксеһе, 1991 йылдан — «Йәшлек» гәзите хәбәрсеһе. 1995 йылдан башлап Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) башҡарма комитетында (2000 йылдан алып яуаплы секретарь). 2001 йылдан башлап Өфө ҡала хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегендә баш белгес.
Социаль-иҡтисади һәм ижтимағи-сәйәси темаларға памфлеттар һәм публицистик мәҡәләләр авторы.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (2009).
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ишкинин Таһир Хабрахман улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.