Эстәлеккә күсергә

Ишмөхәмәтов Альберт Зәйнетдин улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ишмөхәмәтов Альберт Зәйнетдин улы
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 25 июль 1948({{padleft:1948|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (76 йәш)
Тыуған урыны Ишембай, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө ғалим
Эшмәкәрлек төрө математика
Эш урыны Вычислительный центр им. А. А. Дородницына РАН[d]
Уҡыу йорто факультет вычислительной математики и кибернетики МГУ[d]
Ғилми дәрәжә физика-математика фәндәре докторы[d]

Ишмөхәмәтов Альберт Зәйнетдин улы (25 июль 1948 йыл) — СССР һәм Рәсәй математик-ғалимы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Физика-математика фәндәре докторы (1996), профессор (1997).

Мәскәүҙә йәшәй һәм эшләй[1], Рәсәй фәндәр академияһы Иҫәпләү үҙәгенең һыҙма булмаған анализ ысулдары бүлеге етәксеһе була[2]

Альберт Зәйнетдин улы Ишмөхәмәтов 1948 йылдың 25 июлендә Башҡорт АССР-ының Ишембай ҡалаһында тыуған. Бында 1-се урта мәктәпте, 1972 йылда М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының иҫәпләү математикаһы һәм кибернетика факультетын тамамлай.

1972—1978 йылдарҙа Мәскәү радиотехник заводының махсус конструкторлыҡ бюроһында инженер, өлкән инженер булып эшләй. 1978 йылдан — кесе ғилми хеҙмәткәр, 1980 йылдан — Мәскәү дәүләт университеты Иҫәпләү үҙәгенең өлкән ғилми хеҙмәткәре.

1985 йылда «физика-математика фәндәре кандидаты» ғилми дәрәжәһенә, 1996 йылда «физика-математика фәндәре докторы» ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай[3].

1988 йылдан алып Рәсәй Фәндәр академияһында эшләй:

  • 1988—1994 йылдарҙа — Рәсәй фәндәр академияһының кибернетика проблемалары институтының математик физика бүлегенең өлкән ғилми хеҙмәткәре.
  • 1994—1997 йылдарҙа — Рәсәй фәндәр академияһының юғары етештереүсәнле иҫәпләү системаһы институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре
  • 1997 йылда — һыҙма булмаған анализ ысулдары бүлегенең төп ғилми хеҙмәткәре, ә 2002 йылдан алып — Рәсәй фәндәр академияһының А. А. Дородницын исемендәге Иҫәпләү үҙәгенең һыҙма булмаған анализ ысулдары бүлеге мөдире.
  • 2009—2011 йылдарҙа — баш ғилми хеҙмәткәр.

Бер үк ваҡытта уҡытыусылыҡ эше менән дә шөғөлләнә:

  • 1986—1991 йылдарҙа — Мәскәү автомеханик институты
  • 1991 йылдан — Мәскәү авиация институты.
  • 1995—2010 йылдарҙа — Мәскәү энергетика институты.
  • Методы решения задач оптимизации: Учеб. пособие по курсу «Мат. методы оптимизации» / А. З. Ишмухаметов ; М-во общ. и проф. образования Рос. Федерации, Моск. энергет. ин-т (техн. ун-т), 80 с. 21 см, М. Изд-во МЭИ 1998[4]