Йозеф Стефан

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Йозеф Стефан
Joseph Stefan
Jozef Stefan.jpg
Тыуған көнө:

24 март 1835({{padleft:1835|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})

Тыуған урыны:

Австрия, Санкт-Пёльтен ҡалаһы

Вафат булыу көнө:

7 ғинуар 1893({{padleft:1893|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (57 йәш)

Вафат булған урыны:

Вена

Гражданлығы:

Flag of the Habsburg Monarchy.svg Австрия империяһы
Flag of Austria-Hungary (1869-1918).svg Австро-Венгрия

Ғилми өлкәһе:

физика

Эшләгән урыны:

Вена университеты

Уҡыу йорто:

Вена университеты

Ғилми етәксеһе:

Андре фон Эттингсхаус

Билдәле уҡыусылары:

Людвиг Больцман

Билдәләлек алған:

Стефан — Больцман законы авторы

Награда һәм премиялары

Йозеф Стефан (нем. Joseph Stefan, 24 март 18357 ғинуар 1893) — Австрия физигы һәм математигы. Австрия фәндәр академияһы ағзаһы (1865).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Стефан Санкт-Пёльтен ҡалаһында этник словендар ғаиләһендә тыуған. Клагенфуртта гимназия тамамлай һәм бенедиктылар орденына инеү тураһында уйлана башлай, әммә физика һәм математика менән шөғөлләнергә була һәм Вена университетына уҡырға инә. Университетты 1857 йылда тамамлай. Һуңынан университетта уҡыта (1863 йылдан алып юғары математика һәм физика кафедраһы профессоры), Эксперименталь физика институты директоры була (1866 йылдан), университет ректоры (1876—1877), Австрия фәндәр академияһы вице-президенты.

1893 йылдың 7 ғинуарында Вена ҡалаһында вафат була.

Стефан исемен Словенияла иң эре тикшеренеү институты йөрөтә.

1970 йылда Халыҡ-ара астрономия союзы Йозеф Стефан исемен Айҙың артҡы яғындағы кратерға ҡуша.

1985 йылдағы Австрия почта маркаһында һурәтләнгән.

Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Физиканың төрлө өлкәләрендәге эштәре менән — газдарҙың кинетик теорияһы, йылылыҡ нурланышы теорияһы, оптика, акустика, электромагнетизм һ. б. — билдәле Диффузия һәм газдарҙың йылылыҡ үткәреүсәнлеген өйрәнгән, йылылыҡ үткәреүсәнлегенең коэффициентарын тапҡан. 1879 йылда платин сымының төрлө температураларҙа йылы биреүен ул абсолют температураның дүртенсе күләмдәге энергияһын пропорциональ таратҡанын үлсәү юлы менән билдәләне. Ошо ҡанунилыҡтан файҙаланып, ул беренсе мәртәбә Ҡояштың йөҙө температураһына (6000 градус тирәһе) ышаныслы баһалама бирә. Стефан-Больцман законы булараҡ билдәле булған был закондың теоретик нигеҙләүе 1884 йылда Стефандың уҡыусыһы Людвиг Больцман тарафынан бирелә.

Математикала Стефандың мәсьәләһе һәм айырым сығарылмаларлы дифференциаль тигеҙләмәләр теорияһындағы Стефандың сиге хәрәкәт итеүсән кире мәсьәләһе билдәле.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Храмов Ю. А. Стефан Йозеф (Stefan Josef)//Физики: Биографический справочник / Под ред. А. И. Ахиезера. — М.: Наука, 1983. — Б. 38—39. — 400 б.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]