Йомран иле
Йомран иле | |
Жанр | шиғриәт |
---|---|
Автор | Өмөтбаев Мөхәмәтсәлим Ишмөхәмәт улы |
Нәшер итеүсе | Китап |
Әҫәрҙең теле | татар теле |
Ваҡиға ваҡыты | 27 февраль 1887 |
Нәшер ителеү ваҡыты | 1897 һәм 1984 |
«Йомран иле» (27 сентябрь 1887 йыл) — шиғыр, башҡорт шағиры, публицисы, тарихсы, этнограф Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев яҙған. Тәү башлап 1897 йылда Ҡазанда «Йәдкәр» китабында баҫылып сыға. Уҡытыу туған (башҡорт) телдә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының башҡорт әҙәбиәте буйынса 9-сы класы өсөн тәғәйенләнгән хрестоматияға индерелгән[1].
Яҙылыу тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]М. Өмөтбаев был шиғырын Ҡырымда вәҡеф (йәмәғәтселек, халыҡ файҙаһына васыят ителгән мөлкәт) эштәрен тикшереү комиссияһында эшләгән сағында, 1887 йылдың 27 сентябрендә, Симферополдә ижад иткән. 1888 йылдың 1 декабрендә ғаиләһенә яҙған хатында бер өҙөгөн дә килтерә. Йомран иле тигәнде шағир башҡорт ырыуҙарының береһе Йомран-Табын биләгән ерҙәрҙе күҙ уңында тотҡан. Йомран-Табындар ун ике ырыу менән бергә Табын тигән башҡорт ҡәбиләһен тәшкил иткән. Шиғырҙа телгә алынған йылға-күлдәр Башҡортостандың хәҙерге Ҡырмыҫҡалы районына ҡарай[2]. Ҡырым тәбиғәтенең бәрхәт миҙгеле тыуған яғының йәмле йәйҙәрен, Йомран ерҙәрен иҫенә төшөрә. «Вәҡеф эштәрен яҙа торғас, хәтергә төштө», — ти ул[3].
Әҫәрҙең идея-йәкмәткеһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шиғыр Йомран иленең ҡайһы тирәлә ятҡанлығы һәм шул тирәләрҙең тәбиғәтен тасуирлауҙан башланып китә.
Беҙҙе Йомран иле тирҙәр,
Ағиҙелдең буйы, тирҙәр.
Беҙҙең дә бар гүзәл ерҙәр,
Ҡолаҡ тот, тыңла беҙҙәрҙән.
Ауылдың һул яғында Ҡыҙылғы күле буйынан Сайлы, Янбулат,Ярғазы яҡтарына ҡара урман тартыла. Уң яҡта тигеҙ типһен йәйрәй.Ҡамыш араларынан кемдеңдер кеҫәһенән төшөп ҡалған көҙгө кеүек Талпаҡ, Тәрәүеш, Ҡаракүл, Кәсүән, Һүмәле күлдәре йылтырап күренә[4].
…Ҡыҙылғыны сығып буйлап,
Ыласын-үрҙәк көйөн көйләп,
Уҫаҡлы уя менән һыулап,
Тәрәүеш, Ҡара күлдәрҙән…
Шиғыр матурлыҡ артынан матурлыҡ асып үҙенә эйәртә.
…Һаман үтһәң Ағиҙелгә,
Етешһәң Табыҙай күлгә,
Ҡара ғибрәтле күҙ менән:
Был йәннәттён мәр — зарларҙан.
Шағир был юлдарҙағы күлдәрҙең үҙ исемдәре менән, шулай уҡ матурлыҡтың да үҙ атамаһы менән тасуирлаған. Артабан матур тәбиғәт — ҡырағайлыҡ ҡапма- ҡаршы күренеш:
Балапан һәм кесе Талпаҡ
Яталар миҫеле¹ аҡ ҡалпаҡ.
Ағастары бөгөн ваҡ-ваҡ,
Улар ҙа һәм һирәкләнгән.
Шағирҙың иңрәүе көсәйгәндән-көсәйә барып бер әрнеүгә әйләнә:
…Көйәрһең һин тирәк өсөн,
Табалмаҫһың кәрәк өсөн.
Бөгөн, ахры, яраҡ өсөн,
Көйәрһең, булһаң ирҙәрҙән.
Башҡорт ерҙәрен колонизаторҙарҙың аяныс хәлгә төшөрөүҙәрен кешелеккә еткерер өсөн ошондай юлдар килтерә;
Әгәр күл булһа ағасһыҙ,
Шулай ил ҡала башһыҙ.
Йә булһа ауыҙың тешһеҙ,
Ни файҙа шул ирендәрҙән!…
Ҡаты логикаға ҡоролған был йәнәшә ҡуйыу әҫәрҙең идеяһын үткерләндерә.Матурлыҡ менән яманлыҡты ҡапма-ҡаршы ҡуя, улар араһындағы айырмалыҡтарҙы аса. Уҡыусының күңелендә драматик тойғолар уята[4]:
…Камил булған бер ир ҡайҙа,
Булһа ник сыҡмай майҙанға?
һүҙ тәбиғәтте һаҡлар кешеләргә, ғилем-һөнәре камил заттарға күсә. «Ҡыуаҡты тәрбиә ҡылһаң», «ул тирәккә әйләнер», тигән кеүек, кешене йәшерәктән уҡытһаң, шәфҡәтле вә мәғрифәтле булыр, тигән фекер ярала[3]:
Ҡыуаҡты тәрбиә ҡылһаң,
Күрерһең һәм тирәктәрҙән.
Табырһығыҙ һәм ирәндәрҙән,
Уҡытһаң йәшерәктәрҙән.
Авторҙың был әҫәрендә социаль мотивтар көсәйә төшә, тыуған ерҙең йәме, туған халыҡтың тормошо, тойғо-кисерештәре сағыла. Уҡыусыла эстетик зауыҡ уята, һөйөнөү һәм көйөнөү хисен ҡеүәтләй[4].
Йомран иле
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Беҙҙе Йомран иле тирҙәр,
Ағиҙелдең буйы, тирҙәр.
Беҙҙең дә бар гүзәл ерҙәр,
Ҡолаҡ тот, тыңла беҙҙәрҙән.
Ғәжәп хозурлы ерҙәрҙән,
Ҡыҙылғыны ишет, берҙән.
Ишет һин Һымай күлен,
Тотар яҙ, бикләмеш юлын.
Ыласын уйнар яҫы болон,
Урай-урай тирәктәрҙән.
Балапан һәм кесе Талпаҡ
Яталар миҫеле¹ аҡ ҡалпаҡ.
Ағастары бөгөн ваҡ-ваҡ,
Улар ҙа һәм һирәкләнгән.
Әгәр күл булһа ағасһыҙ,
Шулай ил ҡала башһыҙ.
Йә булһа ауыҙың тешһеҙ,
Ни файҙа шул ирендәрҙән!…
Был ерҙә тапмаһаң ҡарар,
Бишул, Талпағыйҙан арар²,
Атың арымаһа, юҡ зарар,
Табырһың төрлө наҙҙарҙан.
Әгәр һыуғың ағышына,
Китерһең көнбайышына.
Күңелдәрең булыр шадкам³,
Кисерерһең яр ғазизарҙан^.
Һандуғастар һайрар әйям^,
Белерһегеҙ ҡәҙерен, эй, йән.
Ҡалыр ул белмәйенсә һәнкам^.
¹ миҫеле — төҫлө, кеүек
² арар — эҙләр
³ шадкам — шат. кәйефле
^ ғазизарған — үтерһең һуғышсыларҙай
^ әйям — көндәр
^һәнкам — йәмле, хозур, матур.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ [Ғ.С.Ҡунафин,Ғ.Б.Хөсәйенов. «Башҡорт әҙәбиәте.Хрестоматия.9-сы класс». — Өфө: «Китап», 2020 й. — С. 148-се б..]
- ↑ Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев. «Йәдкәр». — Өфө: «Китап», 1984 й. — С. 263-сө б..
- ↑ 3,0 3,1 Ғ.Хөсәйенов. «Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев». — Өфө: «Китап», 1991 й. — С. 212—214-се Б.Б..
- ↑ 4,0 4,1 4,2 Тимерғәле Килмөхәмәтов. «Халыҡсанлыҡ көсө» /«Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев — шағир». — Өфө: «Китап», 1998 й. — С. 245—246-сы б.б..
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Тимерғәле Килмөхәмәтов. «Халыҡсанлыҡ көсө» /«Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев — шағир». — Өфө: «Китап», 1998 й. — С. 245—246-сы б.б..
- Рәшит Шәкүр «Арҙаҡлы башҡорттар» Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев
- Ғ.С.Ҡунафин,Ғ.Б.Хөсәйенов. «Башҡорт әҙәбиәте.Хрестоматия.9-сы класс». — Өфө: «Китап», 2020 й. — С. 148-се.
- Ғ.Хөсәйенов. «Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев». — Өфө: «Китап», 1991 й. — С. 246-сы.
- Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев. «Йәдкәр». — Өфө: «Китап», 1984 й. — С. 35—37-сө б.б..
- Ә.И.Харисов. «Башҡорт халҡының әҙәби мираҫы: XVIII-XIX быуаттарҙа». — Өфө: «Китап», 1965 й. — С. 366-сы б..