Йософ бей
Уҡыу көйләүҙәре
| Йософ | ||
| ||
|---|---|---|
| 1549 — 1554 | ||
| Алдан килеүсе: | Шейх-Мамай-бей | |
| Дауамсы: | Исмәғил | |
| Дине: | Ислам | |
| Тыуған: | билдәһеҙ | |
| Үлгән: | 1554 | |
| Атаһы: | Муса-бей | |
| Балалары: | ҡыҙы: Сөйөмбикә улдары: Юнус-мурза, Ибрагим-мурза и Эль-мурза | |
Йософ, Йосоп (?—1554), Нуғай Урҙаһы бейе (1549—54).
Мәғлүмәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҙеүкәй нәҫеленән. Кенәз Йосоповтар нәҫелен башлап ебәреүсе.
- 1530—40‑сы йылдарҙа нураддин (Урҙала уң ҡанат хакимы).
- 1546 йылда Сафагәрәйгә Ҡазан ханлығы тәхетен кире ҡайтарыуҙа ярҙам итә. Идара итеү осоронда көнсығыш дәүләттәр сәйәсәтен хуплаған әһелдәр башында тора.
- 1549 йылда, 1551 йылда Ҡазан ханлығына сапҡындар ойоштора. Рәсәй сәйәсәте яҡлы ҡустыһы Исмәғил мырҙа менән үҙ-ара тартҡылашта үлтерелә. Уның улдары Ибраһим менән Ил Исмәғилгә ҡаршы көрәште дауам итә, һуңыраҡ рус батшаһына хеҙмәткә күсәләр.
Йософ бей // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йософ бей // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Был хәрби эшмәкәр тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып
Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.
| Был Азия тарихы буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |