Йүвәйриә бинт әл-Харис
Йүвәйриә бинт әл-Харис | |
ғәр. جويرية بنت الحارث | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Тыуған көнө | 608 |
Тыуған урыны | Мәҙинә |
Вафат булған көнө | 1 апрель 676 |
Вафат булған урыны | Мәҙинә, Өмәүиҙәр хәлифәлеге[1] |
Ерләнгән урыны | Әл-Баҡый |
Хәләл ефете | Мөхәммәт (Пәйғәмбәр)[1] |
Йүвәйриә бинт әл-Харис Викимилектә |
Йүвәйриә бинт әл-Харис (ғәр. جويرية بنت الحارث; вафаты - 676 йыл, Мәҙинә) — Мөхәммәт (Пәйғәмбәр)ҙең хәләл ефеттәренең береһе, хаҡ мосолмандар Инәһе.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йүвәйриә бинт әл-Харис Бәни Мөстәлиҡ ҡәбиләһе башлығы Харис ибн Әбү Дирарҙың ҡыҙы була.Һижрәттең 5-се йылында мосолмандар Мүсталиҡ ҡәбиләһен еңә, шуның һөҙөмтәһендә Йүвәйриә әсирлеккә төшә. Уның атаһы Мөхәммәт Пәйғәмбәргә уны иреккә сығарыуҙы һорап, үтенес менән килергә мәжбүр була. Бының өсөн ул дөйәләр вәғәҙә итә. Йүвәйриәне азат итәләр, шунан һуң Пәйғәмбәр уның атаһы һәм яҡындары менән һөйләшә, һөҙөмтәлә улар Ислам ҡабул итә. Ошонан һуң Мөхәммәт с.ғ.с. Харис ибн Әбү Дирарҙан ҡыҙын үҙенә хәләл ефетлеккә биреүҙе һорай. Бының бер сәбәбе - Пөйғәмбәр Ғәрәп ярымутрауында ярайһы йоғонтоло Бәни Мөстәлиҡ ҡәбиләһе менән яҡшы мөнәсәбәттәр булдырырға тырышыуҙа ла. Никах уҡытылғандан һуң мосолмандар әсиргә төшкән 100 самаһы Мөстәлиҡ ҡәбиләһе кешеләрен азат итә.
Көндәше хаҡында Инәбеҙ Ғәйшәнең әйткәне лә иғтибарға лайыҡ: «Йүвәйриә тиклем үҙ ырыуына файҙа килтергән бер кем дә юҡтыр. Уның арҡаһында йөҙҙәрсә кеше ҡоллоҡтан ҡотолдо». Өҫтәп, йәнә шулай тиергә лә булалыр: «Улар ҡоллоҡтан ғына ҡотолманы, ә Ислам ҡабул итеп, үҙҙәренә күркәм яҙмыш һайланы».[2]
Йүвәйриә раҙыяллаһу ғәнһә Исламға мөккибән бирелә, бик күп ғибәҙәт ҡыла, йыш ҡына ураҙа тота. Уның бер мәл хатта ауыҙ асмай ураҙа тотҡанын күреп, Пәйғәмбәребеҙ ифтар эшләттерә һәм дауам итергә рөхсәт бирмәй.
Аллаһ Илсеһе менән 6 йыл бәхетле ғүмер кисерә Йүвәйриә р.ғ. һәм ғөләмәләргә 7 хәҙис тапшыра. Ул бик йомарт һәм шәфҡәтле була, хатта үҙенә тигән ризыҡты ла фәҡир-фоҡараға саҙаҡа итеп таратып торғаны мәғлүм.
Сәхих Бохари яҙып алған хәҙистәр араһында ошондайы бар: «Ярты хөрмә саҙаҡа ҡылып ҡына булһа ла, уттан (йәғни тамуҡ утынан) һаҡланығыҙ, быны тапмаһағыҙ, һораусыны яҡшы үә йомшаҡ һүҙ менән йыуатығыҙ». Мәҙинәлә был емеш күп булғанлыҡтан Рәсүлебеҙ «ярты хөрмә» тип әйткән, тимәк, хатта фәҡир генә кеше лә хәленән килгән тиклем саҙаҡа биреп, йәһәннәмдән ҡотола ала, тигән ул. Үҙе һәм ғаиләһе ошо ҡағиҙә буйынса йәшәгән дә инде.
Йүвәйриә игелекле һәм тәҡүә ҡатын була. 676 йылда Мәҙинәлә 65 йәшендә вафат була[3].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Али-заде А. Джувайрия бинт Харис (урыҫ) // Исламский энциклопедический словарь — М.: Ансар, 2007.
- ↑ Ситдиҡова Гүзәл. Динебеҙҙә ҡатын-ҡыҙ//Башҡортостан ҡыҙы. — 2008, № 7—12
- ↑ Али-заде, А. А., 2007
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Али-заде, А. А. Джувейрия бинт Харис (архив ) // Исламский энциклопедический словарь. — М.: Ансар, 2007.
Был ислам шәхесе тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |