Йәйәүлеләр өсөн үткәүел

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Лондонда Эбби-роудта йәйәүлеләр өсөн үткәүел. The Beatles төркөмөнөң Abbey Road альбом тышындағы һүрәтенән

Йәйәүлеләр өсөн үткәүел — юлдарҙың күп хәрәкәтле урындарында, юлдың был сигенән икенсе сигенә йәйәүлеләр уҙһын өсөн махсус билдәләнгән ара йәки яһалма ҡоролма. ЮХҠ (юл хәрәкәте ҡағиҙәләре) буйынса махсус билдәләр менән билдәләнә.

Йәйәүлеләр өсөн үткәүелдәр юл киҫелештәре алдынан, йәмәғәт транспорты туҡталыштары яндарында, шулай уҡ башҡа урындарҙа, кешеләр хәрәкәте күп булған урындарҙа ЮХҠ ҡағиҙәләрен үтәү һәм хәрәкәтте тәртипкә һалыу өсөн тәғәйенләнә. Һәр үҙгәртеүҙәр ДАИ (автоинспекция) тарафынан конституция закондарына буйһоноп бойомға ашырыла.

Йәйәүлеләр өсөн үткәүелдәрҙе классификациялау[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ер өҫтө үткәүеле[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ер өҫтө үткәүеле — йөрөй торған юл йәки тимер юлы аша юлдың был яғынан икенсе яғына үтеү өлкәһе. Ул торошонә һәм төрөнә ҡарап «зебра» менән йәки башҡа ысулдар ярҙамында билдәләнә.

Тәртипкә һалынмағандары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мурманск ҡалаһындағы көйләнгән үткәүел

Тәртипкә һалынмаған үткәүелдәр - иң арзаны һәм ябайы. Был урындарҙа машина һәм башҡа техника йөрөтөүселәр йәйәүлеләргә мотлаҡ юл бирергә тейеш. Ул үткәүелдәр ҙур булмаған урамдарҙа, машиналар ағымы аҙ булған юлдарҙа ҡулланыла. Рәсәйҙә ул урындар 5.19 «Йәйәүлеләр өсөн үткәүел‎» юл билдәһе менән билдәләнә. Светофор янында ла ул билдәләр ҡуйылырға мөмкин. Был әгәр светофор эшләмәһә йәки һары төҫ емелдәп торғанда.

2010 йылдан алып тәртипкә һалынмаған үткәүелдәрҙә, бигерәк тә ҡур ҡалаларҙа, автомобиль хәрәкәте көсөргәнешле урындарҙа өҫтәлмә саралар ҡулланыла башланы.

  • «Йәйәүлеләр өсөн үткәүел‎» юл билдәһенең һары-йәшел төҫ менән уратылыуы
  • Йөрөй торған юл ситендә ҡабатлап ҡуйыу
  • Билдәнең төҫлө анимацияһы
  • үткәүелдең яҡтыртылыуы
  • Емелдәп тороусы һары уттар
  • үткәүел алдынан “ятҡан полиция” яһау
  • Тауышлы һыҙаттар ( 4-5 “ятҡан полиция” ҡуйыла, уларҙың араһы үткәүел яҡынлаашҡан һайын йышая.
  • Зебраны өҫтәмә һары-ҡыҙыл төҫтәр менән буяу( аҡ һәм һары-ҡыҙыл төҫтәр аралаша)
Мәскәү-Түбәнге Новгород трассаһында яҡтылыҡ менән йыһазландырылған йәйәүлеләр үткәүеле
Санкт-Петербург ҡалаһындағы ҡояш батареяларынан эшләүсе тәүлектең ҡараңғы осоронда аша үтеү өсөн эшләнгән үткәүел һәм билдәһе.

Көйләнгәндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Көйләнгән үткәүелдәр — төҙөк светафорҙар һәм уның теүәл тәртиптә эшләгәндәре.

Урамһыҙ үткәүелдәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Үткәүелдәр шулай уҡ ер аҫтынан һәм ер өҫтөнән дә эшләнергә мөмкин.

Ер аҫты үткәүелдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Был үткәүелдәр оло юл ағымында йәки тимер юлы аша ер аҫтынан төҙөлә.

Ер өҫтө үткәүелдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Был үткәүелдәр юл ағымы аша йәки тимер юлдарында күпер формаһында төҙөлә.

Ҡағиҙәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Йәйәүлеләр өсөн үткәүел» юл билдәләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]