Йәнекәев Вил Ғүмәр улы
Йәнекәев Вил Ғүмәр улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 16 октябрь 1936 (88 йәш) |
Тыуған урыны | Өфө, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | университет уҡытыусыһы |
Эш урыны |
Башҡорт дәүләт аграр университеты Санкт-Петербург дәүләт аграр университеты[d] |
Биләгән вазифаһы | профессор[d], кафедра мөдире[d] һәм проректор[d] |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт аграр университеты |
Ғилми дәрәжә | техник фәндәр докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Йәнекәев Вил Ғүмәр улы (рус. Еникеев Виль Гумерович; 16 октябрь 1936 йыл) — ғалим-инженер-механик. 1962—1964 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институты, 1967 йылдан — хәҙерге Санкт-Петербург аграр университеты (Пушкин ҡалаһы) уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1984—2003 йылдарҙа фәнни эштәр буйынса проректор, бер үк ваҡытта 1985—2013 йылдарҙа хисаплау техникаһы һәм АСК-ны мәғлүмәт менән тәьмин итеү кафедраһы мөдире. Дуҫлыҡ (2001) һәм Почёт (2006) ордендары кавалеры. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1994),Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (1996), Дворян Йәнекәевтәр нәҫеленән[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Вил Ғүмәр улы Йәнекәев 1936 йылдың 16 октябрендә Өфө ҡалаһында тыуған.
1959 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлай, 1962—1964 йылдарҙа шул уҡыу йортонда эшләй.
1967 йылдан башлап Санкт-Петербургтың аграр университетында[2] (Пушкин ҡалаһында) уҡытыусы, 1984—2003 йылдарҙа ошо уҡ уҡыу йортоноң фәнни эштәр буйынса проректоры. 1985—2013 йылдарҙа хисаплау техникаһы һәм АСК-ны мәғлүмәт менән тәьмин итеү кафедраһы мөдире вазифаһында (башҡалары менән рәттән).
Фәнни эшмәкәрлеге һәм хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фәнни тикшеренеүҙәре ауыл хужалығы производствоһын автоматлаштырыуға арналған.
Вил Ғүмәр улы тарафынан агрегаттарҙың эшен күҙәтеү һәм уларҙың сифатлы эшләүенә идара итеү системалары төҙөлә һәм ҡулайлаштырыла;
Ауыл хужалығы производствоһын техника менән йыһазландырыуҙы иҫәпләү программаларын тәҡдим итә һәм уны тормошҡа ашыра, улар Рәсәй Федерацияһында һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәрендә индерелгән. 220-нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 37 уйлап табыу авторы[1].
1986 йылдан Йәнекәев Вил Ғүмәр улы етәкселегендә 40 фән кандидаты һәм 16 фән докторы әҙерләнә[3].
- «Сельскохозяйственные машины» /1998 йыл, (авторҙаш);
- «Информационные технологии в агропромышленном комплексе» / 1999 йыл, (авторҙаш);
- «Становление агроинженерной науки и образования в России (XIX—XX вв.)» / 1999 йыл, (авторҙаш).
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Дуҫлыҡ ордены (2001);
- Почёт ордены (2006);
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1994);
- Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиналь белем биреү хеҙмәткәре (1996);
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Йәнекәев Вил Ғүмәр улы
- ↑ Санкт-Петербургский государственный аграрный университет/ Еникеев Виль Гумерович 2021 йыл 28 ноябрь архивланған.
- ↑ Кафедра ВК и ИО АПК/ Еникеев Виль Гумерович 2021 йыл 28 октябрь архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Йәнекәев Вил Ғүмәр улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Санкт-Перебургский государственный университет /Еникеев Виль Гумерович 2021 йыл 28 ноябрь архивланған.
- Кафедра ВК и ИО АПК /Еникеев Виль Гумерович 2021 йыл 28 октябрь архивланған.
- 16 октябрҙә тыуғандар
- 1936 йылда тыуғандар
- Өфөлә тыуғандар
- Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлаусылар
- Дуҫлыҡ ордены (Рәсәй) кавалерҙары
- Почёт ордены кавалерҙары
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәрҙәре
- Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәрҙәре
- Техник фәндәр докторҙары
- Ғалимдар
- Алфавит буйынса шәхестәр