Йәнекәйева Дилә Дәрд ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Йәнекәйева Дилә Дәрд ҡыҙы
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй
Flag of the Soviet Union.svg СССР
Тыуған көнө 28 ғинуар 1951({{padleft:1951|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (68 йәш)
Тыуған урыны СССР, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, Өфө
Яҙма әҫәрҙәр теле рус теле
Һөнәр төрө яҙыусы, психиатр, психолог, ғалим
Эш биреүсе Санкт-Петербургский научно-исследовательский психоневрологический институт[d]
Н. И. Пирогов исемендәге Рәсәй милли тикшеренеү медицина университеты[d]
Уҡыу йорто Мәскәү дәүләт медик-стоматология университеты[d]
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре кандидаты[d]
Эш урыны Второй Московский государственный университет[d] һәм Санкт-Петербургский научно-исследовательский психоневрологический институт[d]
Рәсми сайт enikeeva.ru

Йәнекәйева Дилә Дәрд ҡыҙы (28 ғинуар 1951 йыл) — Рәсәй психиатры, медицина фәндәре кандидаты (1981), яҙыусы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йәнекәйева Дилә медиктар ғаиләһендә (ата-әсәһе — психиатрҙар) тыуа. Атаһы — медицина фәндәре докторы, профессор Йәнекәев Дәрд Ғәли улы (19252016[1]), Бөйөк Ватан һуғышында[2] ҡатнаша, 19731996 йылдарҙа — Ҡазан дәүләт медицина академияһының психиатрия, наркология һәм психотерапия кафедраһы мөдире, шизофрения ваҡытында ремиссияны баһалауҙың Авруцкий-Йәнекәев шкалаһы авторҙашы (1957)[3][4][5]. Әсәһе — медицина фәндәре кандидаты Ғәлиева Рәйсә Нәби ҡыҙы (19272000), Татарстандың атҡаҙанған табибы[6]. Ағаһы — Йәнекәйев Искандер Дәрд улы — психиатр.[7]

Йәнекәйева 1974 йылда Мәскәүҙең 3-сө медицина институтын тамалай.

19761989 йылдарҙа Мәскәүҙең 2-се медицина институтының Психиатрия кафедраһы эшләй.

1981 йылда М. Бехтерев исемендәге Ленинград психоневрологик институтында «Дөйөм медицина практикаһында йоҡо дарыуы һәм транквилизаторҙы саманан артыҡ ҡулланыуҙы диагностикалау» темаһы буйынса, медицина фәндәре кандидаты дәрәжәһенә диссертация яҡлай.

Дилә Йәнекәйева фәнни-популяр китаптар һәм «хисле детективтар» авторы.

Тәнҡит[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дмитрий Быков Дилә Йәнекәйева тураһында былай ти[8]:

Дилә Йәнекәйева «Аншлаг» тапшырыуын ҡараусылар кеүек аудиторияны хеҙмәтләндерә. Ул кешеләргә психолог кәрәкмәй тип уйлау бөйөк ғәҙелһеҙлек булыр ине. Мин хатта уларға психиатр кәрәк тип әйтергә йөрьәт итер инем, әммә улар үҙҙәре икенсе төрлө уйлай... Ғәмәлдә Дилә Дәрт ҡыҙы ысынлап та ғалим, ҡайһы бер сексологтар бер нәмә лә белмәгән Рәсәй сексологтары ассоциацияһы рәйестәше мкәненә һис кенә лә шикләнмәйем.


«Новый мир» журналында әҙәби тәнҡитсе Е. А. Ермолин, «психолог булараҡ ул ябай ғына», тип яҙа[9].

М. Бейлькин ңҙенең авторҙаштары менән уны гомофоб[10], ә Рәсәй сексологы И. С. Кон, Йәнекәева — сексолог түгел, ә « ғауғасыл бульвар яҙыусыһы», ти. Уның раҫлауынса, Йәнекәйеваны ғилми дәрәжәһе лә, ғалим исеме лә юҡ, сөнки Рәсәйҙә «психология докторы» дәрәжәһе бирелмәй, ә уның профессор дәрәжәһе ғилми түгел, коммерция ойошмаһынан бирелгән. Кон Йәнекәйеваны наҙанлыҡта ғәйепләй, «онанизм» һүҙҙең килеп сығышын ул Онандан — «Тәүрат аллаларының береһенең исеменән» алынған тип аңлата[11], ти.

Төп хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «Плохой характер или невроз?» М., 1997.
  • «Сексуальная патология» (1997)
  • «Секс: Гармония и дисгармония. Серия: Беседа с доктором» (1997)
  • «Пограничные состояния у детей и подростков: основы психиатрических знаний: пособие для студентов средних и высших педагогических учебных заведений». — М.: Academia, 1998. — 299 с.
  • «Любовный приворот» (2004) в соавторстве с Валерием Розановым

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Ушёл из жизни Еникеев Дэрд Галиевич Архивная копия на Wayback Machine Республиканская клиническая психиатрическая больница им.акад. В. М. Бехтерева, 15 апреля 2016
  2. Победители — Солдаты Великой Отечественной войны
  3. Профессор Дэрд Галиевич Еникеев. Тәүге сығанаҡтан архивланған 23 февраль 2010. 5 март 2010 тикшерелгән.
  4. «Половое влечение мужчины и его нарушения» (совместно с Искандером Дэрдовичем Еникеевым). М.: РИА «Юго-Запад», 1999
  5. История кафедры психиатрии, наркологии и психотерапии Казанской государственной медицинской академии(недоступная ссылка). Д. Г. Еникеев — ученик профессора Г. Я. Авруцкого.
  6. Сайт Яны Еникеевой. Тәүге сығанаҡтан архивланған 16 март 2011. 5 март 2010 тикшерелгән.
  7. http://www.rkpbtatar.ru/about/news/ushel-iz-zhizni-enikeev-derd-galievich/
  8. Быков Д. Психфактор // Огонёк. — 2005. — № 50.
  9. Ермолин Е. Книжная полка Евгения Ермолина // Новый мир. — 2004. — № 10.
  10. М. Бейлькин, В. Буйков, М. Пашков. Ятрофобия гомосексуалов как сексологическая проблема. // Мат-лы конф. «Совр. тенденции организации психиатр. помощи: клинич. и соц. аспекты». / Прил. к журн. «Соц. и клинич. психиатрия». — 2004. — С. 330.
  11. Война компроматов

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]