Эстәлеккә күсергә

СССР Дәүләт именлеге комитеты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(КГБ СССР битенән йүнәлтелде)
СССР Дәүләт именлеге комитеты
КГБ СССР
Девиз:
«Верность Партии — Верность Родине»
Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Барлыҡҡа килгән

12 март 1954

Таратылған (үҙгәртелгән)

3 декабрь 1991

Юрисдикция

КПСС Үҙәк Комитеты
(1954—1990)
СССР Президенты (1990—1991)

Штаб-фатир

Мәскәү, Дзержинский майҙаны, д. 2 (хәҙер Лубянка майҙаны)

Бюджет

Ябыҡ

Уртаса һаны

Ябыҡ

Бынан алдағы
хеҙмәт

СССР-ҙың Дәүләт именлеге министрлығы

Күсәгилешле
хеҙмәт

Межреспубликанская служба безопасности СССР[d], Центральная служба разведки СССР[d], Комитет по охране государственной границы СССР[d], Комитет государственной безопасности РСФСР[d], Комитет государственной безопасности Белорусской ССР[d], Служба безопасности Украины[d], Комитет государственной безопасности Республики Беларусь[d] һәм Комитет национальной безопасности Казахстана[d]

Етәкселек
председатель Комитета государственной безопасности СССР[d]

СССР Дәүләт именлеге комитеты рәйесе

КГБ-ның үҙәк аппаратының Лубянкалағы бинаһы
СССР Юғары Советы Президиумының СССР Министрҙар Советы ҡарамағындағы Дәүләт именлеге комитетынын ойоштороу тураһындағы Указы

Совет Социалистик Республикалар Союзының Дәүләт именлеге комитеты[1] (рәсми аббр.: КГБ СССР) — дәүләт именлеген тәьмин итеү өлкәһендә СССР дәүләт идаралығының 19541991 йыл дарҙа эшләгән үҙәк союз-республика органы.

1990 йылдың 14 мартына тиклем туранан-тура КПСС Үҙәк Комитеты етәкселеге һәм контроле аҫтында[2]эшләй.

1991 йылдың 3 декабренән Вадим Бакатин етәкселегендә СССР-ҙың республика-ара именлек хеҙмәте итеп үҙгәртелә[3].

КГБ-ның төп функциялары: тышҡы разведка, контрразведка, оператив-эҙләү эшмәкәрлеге, СССР-ҙың дәүләт сиктәрен һаҡлау, КПСС (1990 йылға тиклем) һәм ил Хөкүмәте етәкселәрен һаҡлау, хөкүмәт элемтәһен ойоштороу һәм тәьмин итеү, шулай уҡ милләтселек, башҡа төрлө фекер, енәйәтселек һәм советтарға ҡаршы эшмәкәрлек менән көрәш.

КПСС Үҙәк Комитетын (1990 йылдың 14 мартына тиклем) һәм СССР-ҙың юғары дәүләт власы һәм идара органдарын илдең дәүләт именлегенә һәм оборонаһына, Советтар Союзындағы социаль-иҡтисади хәлгә, совет дәүләтенең һәм Коммунистар партияһының тышҡы сәйәси һәм тышҡы иҡтисади эшмәкәрлегенә ҡағылған мәғлүмәт менән тәьмин итеү шулай уҡ КГБ бурыстары була.

КГБ системаһына СССР-ҙың союздаш республикалары биләмәләрендәге ун дүрт[4] республика дәүләт именлеге комитеты; автономиялы республикаларҙа, крайҙарҙа, өлкәләрҙә, айырым ҡалаларҙа һәм райондарҙа, хәрби округтарҙа, армия, флот һәм СССР Эске эштәр министрлығының эске ғәскәрҙәрендә, транспорттағы дәүләт именлегенең урындағы органдары; сик буйы ғәскәрҙәре; хөкүмәт элемтәһе ғәскәрҙәре; хәрби контрразведка органдары; уҡыу йорттары һәм ғилми-тикшеренеү учреждениелары; шулай уҡ күп кенә совет учреждениелары, ойошмалары һәм предприятиеларындағы "Беренсе бүлек"тәр инә. Төрлө йылдарҙа КГБ дәүләт идаралығының үҙәк органдары системаһында төрлө рәсми исемдәргә һәм статусҡа эйә була:

Тулы атамаһы Аббревиатура Статус Йылдар
«СССР Министрҙар Советы ҡарамағындағы Дәүләт именлеге комитеты» КГБ СССР министрлығы хоҡуҡтары менән 13 март 1954 йыл — 5 июль 1978 йыл
«СССР Дәүләт именлеге комитеты» КГБ СССР Дәүләт комитеты 5 июль 1978 йыл — 1 апрель 1991 йыл
«СССР Дәүләт именлеге комитеты» КГБ СССР Дәүләт идаралығының министрлыҡ хоҡуҡлы үҙәк органы 1 апрель — 3 декабрь 1991 йыл

«Оператив-чекист идаралыҡтарын һәм бүлектәрен» СССР Эске эштәр министрлығы составынан үҙ аллы ведомствоға бүлеү башланғысы[5] ул саҡтағы эске эштәр министры Сергей Никифорович Кругловтыҡы тип һанала. 1954 йылдың 4 февралендә ул ошондай яҙма тәҡдим менән КПСС Үҙәк Комитетына рәсми мөрәжәғәт итә. Был мәсьәлә КПСС Үҙәк Комитеты Президиумының 1954 йылдың 8 февралендәге ултырышында тикшерелә һәм тулыһынса хуплана. С. Круглов тәҡдим иткән «СССР Министрҙар Советы ҡарамағындағы Дәүләт именлеге эштәре буйынса комитет» атамаһынан «эштәре буйынса» тигән ике генә һүҙ алып ташлана[6].

Бер айҙан һуң СССР Юғары Советы Президиумының 1954 йыл дың 13 март Указы менән СССР Министрҙар Советы ҡарамағындағы Дәүләт именлеге комитеты ойошторола[7]. Яңы комитет составына СССР Эске эштәр министрлығынан бүленеп сыҡҡан дәүләт именлеген тәьмин итеү мәсьәләләре менән шөғөлләнгән идаралыҡтар, хеҙмәттәр һәм бүлектәр инә. Комитет рәйесе итеп СССР эске эштәр министрының элекке беренсе урынбаҫары генерал-полковник Иван Александрович Серов тәғәйенләнә. Шул уҡ йылдың 26 апрелендә КГБ рәйесе СССР Министрҙар Советы составына индерелә[8].

Шуныһы иғтибарға лайыҡ: яңы КГБ быға тиклем булған СССР Дәүләт именлеге министрлығы һәм СССР Эске эштәр министрлығы кеүек дәүләт идаралығының үҙәк органы сифатында түгел, ә бары тик СССР Хөкүмәте ҡарамағындағы ведомство статусында ғына барлыҡҡа килә. Ҡайһы бер тарихсылар фекеренсә, дәүләт идараһы органдары иерархияһында КГБ статусын түбәнәйтеү илдең юғары партия һәм дәүләт етәкселегенең, именлек органдары эшмәкәрлеген тулыһынса коммунистар партияһы аппаратына бойһондороп, уларҙы үҙаллылыҡтан мәхрүм итергә ынтылыуы сәбәпсе була[9]. Шуға ҡарамаҫтан, КГБ рәйестәре вазифаға ил хөкүмәте ҡарамағындағы ведомство етәкселәре өсөн ул саҡта ҡабул ителгән тәртип буйынса СССР Министрҙар Советы акттары менән түгел, ә СССР Юғары Советы Президиумы Указдары менән тәғәйенләнә.

Ойошторолғандан һуң уҡ КГБ ҙур структур үҙгәртеп ҡороуға һәм хеҙмәткәрҙәрен ҡыҫҡартыуға дусар ителә – был Иосиф Сталиндың үлеменән һуң йәмғиәттәге һәм дәүләттәге сталинизмдан арыныу процесы менән бәйле була. Рәсәй Федерацияһы Дәүләт архивының йәшерен грифынан асылған документтарынан күренеүенсә, 1950-се йылдар аҙағына КГБ-ның шәхси составы 1954 йыл менән сағыштырғанда 50 проценттан ашыуға кәмей. 3,5 меңдән ашыу ҡала һәм район аппараты бөтөрөлә, ҡайһы бер оператив һәм тәфтиш подразделениелары берләштерелә, тәфтиш бүлектәре һәм оператив подразделениеларҙағы тәфтиш бүлексәләре бөтөрөлә һәм берҙәм тәфтиш аппараттарына берләштерелә. Особый отделдарҙың һәм транспорттағы КГБ органдарының структураһы һиҙелерлек ябайлаштырыла. 1955 йылда өҫтәмә рәүештә 7,5 меңдән ашыу хеҙмәткәр ҡыҫҡартыла, бер уҡ ваҡытта 8 меңгә яҡын КГБ офицеры граждан хеҙмәткәр итеп күсерелә[7].

1956 йылда КГБ хеҙмәткәрҙәре Венгриялағы ихтилалды баҫтырыуҙаы һәм унда ҡатнашыусыларҙы эҙәрлекләүҙә әүҙем ҡатнаша. КГБ рәйесе И. А. Серов Генштаб начальнигы урынбаҫары Михаил Сергеевич Малинин менән Венгрияла килеп тыуған хәлгә баһа биреү өсөн КПСС Үҙәк Комитеты етәкселәре менән берлектә Будапештҡа юллана. Планын СССР Оборона министрлығы әҙерләгән «Өйөрмә» операцияһы барышында КГБ хеҙмәткәрҙәре тарафынан Венгрияның оборона министры генерал-лейтенант Пал Малетер ҡулға алына. Был Венгрия хәрби етәкселеген нейтралләштерергә һәм совет артиллерия, танк һәм пехота подразделениеларының фетнәне тиҙ баҫтырыуҙа һәм Венгрияла СССР-ға лояль режимды тергеҙеүҙә уңышын тәьмин итергә мөмкинлек бирә. Ихтилал баҫтырылғандан һуң тәүге көндәрҙә КГБ хеҙмәткәрҙәре ярҙамында Венгрияның махсус хеҙмәттәре 5 меңгә яҡын венгрҙы — Венгрия партиялары активистарын, хәрбиҙәрҙе һәм студенттарҙы ҡулға ала, уларҙың 846-һы СССР төрмәләренә оҙатыла[10]. Ҡайһы бер мәғлүмәтәр буйынса, ҡулға алынғандарҙың 350-гә яҡыны һуңғараҡ язалап үлтерелә[11], улар араһында Венгрияның премьер-министры Имре Надь та була. Ихтилалды баҫтырыу буйынса операцияла ҡатнашҡаны өсөн КГБ рәйесе И. А. Серов 1-се дәрәжә Кутузов ордены менән бүләкләнә. Ихтилалды баҫтырыуҙа СССР-ҙың Венгриялағы илсеһе Юрий Владимирович Андроповтың әүҙем ролен айырым билдәләргә кәрәк. Был тәжрибәнең уға һуңыраҡ, 1968 йылда КГБ рәйесе вазифаһында Чехословакиялағы «Дунай» операцияһында совет дәүләт именлеге органдары хеҙмәткәрҙәре менән етәкселек иткәндә ярҙамы тейә.

И. А. Серовтың СССР Ҡораллы Көстәре Генераль штабының Баш разведка идаралығы начальнигы вазифаһына күсерелеүенән һуң, 1958 йылдың 25 декабрендә КПСС Үҙәк Комитетының союздаш республикалар буйынса партия органдары бүлегенең элекке мөдире Шелепин Александр Николаевич КГБ рәйесе итеп тәғәйенләнә. Комитет аппараты структураһын ябайлаштырыу һәм хеҙмәткәрҙәр һанын ҡыҫҡартыу маҡсатында ул кардиналь үҙгәртеп ҡороуҙар серияһы үткәрә[7].

1959 йылдың 9 апрелендә, КГБ ойошторолғандан һуң биш йыл үткәс, ҡаты йәшеренлек шарттарында «СССР Министрҙар Советы ҡарамағындағы Дәүләт именлеге комитеты һәм уның урындарҙағы органдары тураһында положение» раҫлана. Унда Дәүләт именлеге комитетының СССР Хөкүмәте ҡарамағындағы һәм министрлыҡ хоҡуҡтарына эйә булған ведомство статусы нығытыла, шулай уҡ КГБ-ның КПСС Үҙәк Комитеты Президиумына һәм СССР Министрҙар Советына бойһоноуы билдәләнә.

«Әүҙем ғәмәлдәр» үткәреү өлкәһендә КГБ үҙенән алда эшләгән — СССР Именлек министрлығының Павел Анатольевич Судоплатов етәкселегендәге сит илдәрҙә диверсия эштәре буйынса 1-се Бюро һәм СССР территорияһында махсус заданиелар үтәү буйынса Виктор Александрович Дроздов етәкселегендәге 2-се Бюро — практикаһын дауам итә. Был капиталистик илдәр эшмәкәрҙәре, айырыуса хәүефле сит ил разведчиктары, советтарға ҡаршы эмигрант ойошмалары етәкселәре һәм Тыуған ил хыянатсылары араһынан партия органдары һәм совет махсус хеҙмәттәре тарафынан Советтар Союзының иң әүҙем һәм яуыз дошмандары булараҡ билдәләнгәндәргә ҡарата ил эсендә һәм сит илдәр территорияһында шәхси террор акттары ойоштороуҙы үҙ эсенә ала[12]. Бындай операциялар үткәреү КГБ-ның Беренсе баш идаралығына йөкмәтелә. Мәҫәлән, 1959 йылдың октябрендә КГБ агенты Богдан Сташинский тарафынан Мюнхенда Украина милләтселәре ойошмаһы (ОУН, бандеровсылар хәрәкәте) лидеры Степан Бандера үлтерелә. ОУН-дың икенсе лидеры — Лев Ребет шундай уҡ яҙмышҡа дусар була. Бынан алдараҡ, 1957 йылда элекке совет разведчигы Николай Хохловты юҡ итергә маташыу була. Ул Рәсәй солидаристары Халыҡ-хеҙмәт союзы (НТС) лидерҙарҙың береһен — Георгий Околовичты үлтереүҙе планлаштырыу тураһында асыҡ ғариза менән сығыш яһағандан һуң Көнбайыштан ҡайтмай. Хохлов радиоактив изотоп (таллий йә полоний) ярҙамында ағыулана, әммә иҫән ҡала.

1961 йылдың декабрендә, КПСС Үҙәк Комитетының беренсе секретары Н. С. Хрущев башланғысы менән А. Н. Шелепин партия эшенә - КПСС Үҙәк Комитеты секретары вазифаһына күсерелә. КГБ етәкселеген Шелепиндың ВЛКСМ Үҙәк Комитетындағы хеҙмәттәше Владимир Ефимович Семичастный ҡабул итә.[13]. Семичастный именлек органдарында үҙенә тиклем башланған структур үҙгәртеп ҡороу сәйәсәтен дауам итә.

Эске именлек һәм контрразведканың баш идаралығына (КГБ-ның Икенсе баш идаралығы) 4-се, 5-се һәм 6-сы идаралыҡтар ҡушыла. Дипломатик корпусты һаҡлау һәм тышҡы күҙәтеү менән шөғөлләнгән 7-се идаралыҡҡа 2-се баш идаралыҡтың ошо функциялы подразделениелары күсә. 3-сө баш идаралыҡ идаралыҡ статусына тиклем кәметелә. Союздаш һәм автономиялы республикаларҙың, край һәм өлкәләрҙең КГБ органдарында шундай уҡ структур үҙгәрештәр үткәрелә[14]. 1967 йылда ҡала һәм райондарҙағы КГБ уполномоченныйҙары аппараттар КГБ—УКГБ—ОКГБ-ның ҡала һәм район бүлектәре һәм бүлексәләре итеп үҙгәртелә[15] Күп һанлы структур звеноларҙың ҡыҫҡартылыуы һөҙөмтәһендә Дәүләт именлеге Комитеты аппараты оперативлығы күтәрелә. стал более оперативным[7], бер үк ваҡытта КГБ-ның яңы рәйесе Юрий Владимирович Андропов башланғысында диссиденттар менән көрәшеү өсөн ойошторолған яңы Бишенсе идаралыҡ именлек органдарын артабанғы ике тиҫтә йылда совет ҡоролошо дошмандары менән көрәшеү өсөн тулы әҙерлекле итә.

Совет ғәскәрҙәренең Чехословакияға баҫып инеүенә ҡаршы протест демонстрацияһында ҡатнашыусылар плакаты. КГБ-ның КПСС Үҙәк Комитетына доклад яҙмаһында телгә[16]

1962 йылдың йәйендә КГБ органдары Новочеркасск электровоздар эшләү заводы эшселәренең забастовкаһын баҫтырыу операцияһына йәлеп ителә. Булған мәғлүмәттәр буйынса, дәүләт именлеге хеҙмәткәрҙәре забастовщиктарҙы атыуҙа шәхсән ҡатнашмай, әммә «сыуалышты башлаусылар» артынан күҙәтеүҙә һәм уларҙы ҡулға алыуҙа әүҙем роль уйнай. Забастовка активистары КГБ-ның штаттағы хеҙмәткәрҙәре һәм йәшерен агенттары төшөргән фотографиялар ярҙамында асыҡлана һәм, бандитлыҡта, күп халыҡ ҡатнашлығында сыуалыштар ойоштороуҙа һәм совет власын ҡолатырға маташыуҙа ғәйепләнеп, суд хөкүменә тарттырыла. Забастовканы ойоштороусыларҙан ете кеше үлем язаһына хөкөм ителә һәм атыла, ҡалғандары оҙаҡ ваҡытҡа ҡаты режимлы колонияға ултыртыла[17].

1968 йылда КГБ органдары Чехословакия территорияһында илдең сәйәси етәкселеген алмаштырыу һәм Чехословакияла СССР-ға лояль режим булдырыу маҡсатында үткәрелгән «Дунай» операцияһында ҡатнаша. КГБ хеҙмәткәрҙәренең бурысы совет десантсыларына һәм урындағы дәүләт именлеге органдары хеҙмәткәрҙәренә Чехословакия коммунистар партияһы һәм ил хөкүмәте етәкселәрен ҡулға алыуҙа һәм уларҙы СССР-ға оҙатыуҙа ярҙам күрһәтеүгә ҡайтып ҡала. Операция башланғандан һуң бер нисә көн үткәс, 1968 йылдың 25 авгусында Мәскәүҙең Ҡыҙыл майҙанында бер төркөм диссиденттар тарафынан Чехословакияға совет ғәскәрҙәренең һәм Варшава килешеүе ҡораллы көстәренең баҫып инеүенә ҡаршы протест демонстрацияһы үткәрә. Демонстрацияла ҡатнашыусыларҙы милиция һәм КГБ хеҙмәткәрҙәре ҡулға ала һәм «тәртип боҙоусы төркөм эштәрен ойоштороуҙа һәм уларҙа әүҙем ҡатнашыуҙа»[16], совет йәмәғәт һәм дәүләт ҡоролошон хурлаусы һәм уға яла яғыусы уйҙырмалар таратыуҙа ғәйепләнә һәм судҡа бирелә. Демонстрацияла ҡатнашыусыларҙың күбеһе төрлө сроктарға төрмәгә ябыла һәм "илдең алыҫ райондарына һөргөнгә ебәрелә[16][18], ә Наталья Евгеньевна Горбаневская һәм Виктор Исаакович Файнбергтың суд эштәре буйынса медицина һығымталары уйлап сығарыла, һәм был ғәйепләнеүселәр аҡылға зәғиф тип танылып, махсус типтағы психиатрия дауаханаһына мәжбүри дауаланыуға ебәрелә[19].

Ю. В. Андропов, 1967—1982 йылдарҙа КГБ рәйесе

1967—1982 йылдарҙа Ю. В. Андропов етәкселек иткән дәүләт именлеге органдары дәүләт һәм йәмғиәт тормошоноң бөтә өлкәләренә контролде һиҙелерлек нығыта һәм киңәйтә. Партия номенклатураһында ла уларҙың сәйәси йоғонтоһо көсәйә (Ю. В. Андропов КПСС Үҙәк Комитеты Политбюроһы ағзаһы, артабан партия Үҙәк Комитеты секретары итеп һайлана һәм һуңынан иң юғары партия вазифаһын биләй — КПСС Үҙәк Комитетының Генераль секретары була), КГБ-ның дәүләт идараһы органдары системаһында позицияһы күтәрелә — 1978 йылдың 5 июлендә СССР Министрҙар Советы ҡарамағындағы ведомствонан СССР дәүләт идаралығының дәүләт комитеты хоҡуҡтарына эйә булған үҙәк органы итеп,[20] ә уның атамаһы СССР Дәүләт именлеге комитеты итеп үҙгәртелә[21]. Әйткәндәй, был үҙгәреш именлек органдарының дөйөм системаһы һәм структураһына туранан-тура бер нисек тә ҡағылмай[15].

СССР-ҙа советтарға ҡаршы күренештәр менән көрәш

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

КГБ-ның 1970-1980-се йылдарҙағы эшмәкәрлегенә илдә барған социаль-иҡтисади процестар һәм СССР-ҙың тышҡы сәйәсәтендәге үҙгәрештәр һиҙелерлек йоғонто яһай. Был осорҙа КГБ үҙ көстәрен милләтселек, урындағы һәм сит илдәрҙәге советтарға ҡаршы күренештәр менән көрәшкә туплай. Ил эсендә дәүләт именлеге органдары диссиденттар менән көрәште көсәйтә; әммә һөргәнгә ебәреү һәм һаҡ аҫтына алыу менән бәйле ғәмәлдәр нескәрәккә әйләнә. Диссиденттарға ҡарата психологик баҫым сараларын, шул иҫәптән йәшерен күҙәтеү, йәмәғәт фекере ярҙамында баҫым яһау, һөнәри үҫеште тотҡарлау, профилактик әңгәмә-һөйләшеүҙәр, СССР-ҙан ҡыуып сығарыу, психиатрия клиникаларына мәжбүри дауалауға һалыу, сәйәси суд процестары үткәреү, дискредитация, төрлө провокациялар ойоштороу һәм ҡурҡытыуҙы ҡулланыу көсәйә[22]. СССР-ҙың, союздаш республикаларҙың баш ҡалаларында сәйәси яҡтан ышанысһыҙ граждандарҙың йәшәүен тыйыу ғәмәлгә инә — уны халыҡ телендә «101-се километрға ҡыуыу» тип йөрөтәләр. Тәү сиратта йәмғиәттәге статусын һәм халыҡ-ара абруйын файҙаланып совет дәүләтенә зыян килтерерлек ижади интеллигенция вәкилдәре — әҙәбиәт, сәнғәт һәм фән әһелдәре КГБ-ның даими иғтибар үҙәгендә була.

КГБ-ның был йүнәлештәге эшмәкәрлеге совет яҙыусыһы, әҙәбиәт буйынса Нобель премияһы лауреаты Александр Солженицынды эҙәрлекләү миҫалында асыҡ күренә. 1973 йылдың йәйендә КГБ хеҙмәткәрҙәре яҙыусының ярҙамсыларының береһе Е. Воронянскаяны ҡулға ала һәм һорау алыу барышында уны Солженицындың «Гулаг архипелагы» әҫәренең бер дана ҡулъяҙмаһының һаҡланыу урынын асырға мәжбүр итә. Ҡатын өйөнә ҡайта ла аҫылына. Ошо хәлде белгәс, Солженицын "Архипелаг"ты Көнбайышта баҫтыра башларға күрһәтмә бирә. Совет матбуғатында яҙыусыны СССР-ҙың дәүләт һәм йәмәғәт ҡоролошона яла яғыуҙа ғәйепләгән ҡеүәтле пропаганда кампанияһы йәйелдерелә. Яҙыусының «Раковый корпус» повесын СССР-ҙа рәсми баҫтырып сығарыуҙа ярҙам вәғәҙәһенә алмашҡа КГБ-ның Солженицынды сит илдә "Архипелаг"ты баҫтырыуҙан баш тартырға элекке ҡатыны аша өгөтләргә маташыуы уңышһыҙ була, һәм әҫәрҙең беренсе томы 1973 йылдың декабрендә Парижда баҫылып сыға. 1974 йылдың ғинуарында Солженицын ҡулға алына, Тыуған илгә хыянат итеүҙә ғәйепләнеп, ул совет гражданлығынан мәхрүм ителә һәм СССР-ҙан ситкә ҡыуыла. Яҙыусыны депортациялау инициаторы Андропов була. Уның фекере Солженицындың «советтарға ҡаршы эшмәкәрлегенә сик ҡуйыу» сараһын һайлаған КПСС Үҙәк Комитеты Политбюроһы ултырышында өҫтөнлөк ала[23]. Яҙыусыны илдән ҡыуғандан һуң КГБ һәм шәхсән Андропов Солженицынды дискредитациялау кампанияһын һәм, Андропов һүҙҙәренсә, «Көнбайыш реакцион даирәләренең социалистик берләшмә илдәренә ҡаршы идеологик диверсияла әүҙем ҡулланылыуын фашлау»ҙы дауам итә[24].

А. Д. Сахаров
Натан Щаранский

Күренекле фән эшмәкәрҙәре лә КГБ-ның күп йыллыҡ иғтибар объекты була. Мәҫәлән, совет ғалим-физигы, өс тапҡыр Социалистик Хеҙмәт Геройы, диссидент һәм хоҡуҡ яҡлаусы, 1970 йылғы Нобель тыныслыҡ премияһы лауреаты А. Д. Сахаров 1960-сы йылдарҙан КГБ күҙәтеүе аҫтында була, тентеүҙәргә дусар ителә. 1980 йылда советтарға ҡаршы эшмәкәрлектә ғәйепләнеп, Сахаров ҡулға алына һәм судһыҙ-ниһеҙ Горький ҡалаһына һөргөнгә ебәрелә, унда КГБ хеҙмәткәрҙәре ҡарамағында ете йыл өй һағы аҫтында була. 1978 йылда ғалим-философ, социолог һәм яҙыусы Зиновьев Александр Александровичты психиатрия дауаханаһына мәжбүри дауаланыуға ебәреү маҡсатында КГБ, советтарға ҡаршы эшмәкәрлектә ғәйепләп, уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатырға маташа. Әммә «Көнбайыштың СССР-ҙағы психиатрияға бәйле кампания йәйелдереүен иҫәпкә алып», «был иҫкәртеү сараһы» урынһыҙ тип табыла. Альтернатива сифатында, КПСС Үҙәк Комитетына доклад яҙыуында КГБ етәкселеге Зиновьевҡа һәм уның ғаиләһенә сит илгә сығырға рөхсәт итергә һәм СССР-ға инеүҙе ябырға тәҡдим итә.

Кеше хоҡуҡтарын һаҡлау буйынса Хельсинки килешеүҙәренең СССР-ҙа үтәлеүен контролдә тотоу өсөн 1976 йылда совет диссиденттары Мәскәү Хельсинки төркөмө (Московская Хельсинкская группа, МХГ) ойоштора, уның беренсе етәксеһе совет физигы, Әрмән ССР-ы Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты Юрий Федорович Орлов була. МХГ ойошторолыуынан алып КГБ һәм совет дәүләтенең башҡа көс органдары яғынан даими эҙәрлекләүҙәргә һәм баҫымға дусар була. Төркөм ағзалары даими янау ала, уларҙы эмиграцияларға мәжбүр итәләр, хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлеген туҡтатырға көсләйҙәр. 1977 йылдың февраленән ойошма активистары Юрий Федорович Орлов, Александр Ильич Гинзбург, Натан Щаранский һәм Ланда Мальва Ноевна ҡулға алына. Щаранский эше буйынса КГБ пропаганда мәҡәләләрен әҙерләү һәм баҫтырып сығарыуға, шулай уҡ уның ҡайныһынан Щаранскийҙың никах фактын инҡар иткән һәм уның әхлаҡи йөҙөн фашлаған шәхси хат яҙҙырыуға һәм уны АҠШ президенты Дж. Картерға тапшырыуға КПСС Үҙәк Комитетының рөхсәтен ала. КГБ баҫымы аҫтында 1976—1977 йылдарҙа МХГ ағзалары Алексеева Людмила Михайловна, Григоренко Петр Григорьевич һәм Рубин Виталий Аронович эмиграцияға китергә мәжбүр була. 1976 йылдан 1982 йылғаса төркөмдөң һигеҙ ағзаһы ҡулға алына һәм төрлө сроктарға төрмәгә йәки һөргөнгә хөкөм ителә (дөйөм алғанда — 60 йыл лагерь һәм 40 йыл һөргөн), тағы алтыһы СССР-ҙан күсеп китергә мәжбүр итәләр һәм совет гражданлығын юҡҡа сығаралар. 1982 йылдың көҙөндә, көсәйгән репрессиялар шарттарында, МХГ-ның иректә ҡалған өс ағзаһы төркөм эшмәкәрлеген туҡтатыу тураһында иғлан итергә мәжбүр була. Мәскәү Хельсинки төркөмө үҙ эшмәкәрлеген бары тик 1989 йылда, М. Горбачёв иғлан иткән үҙгәртеп ҡороуҙың ҡыҙған мәлендә генә тергеҙеү мөмкинлеген ала.

  1. 1978 йылдың 5 июлендә «СССР Министрҙар Советы тураһында» Закон ҡабул ителгәнгә тиклем — «СССР Министрҙар Советы ҡарамағындағы Дәүләт именлеге комитеты».
  2. s:СССР Министрҙар Советы ҡарамағындағы Дәүләт именлеге комитеты һәм уның урындарҙағы органдары тураһында положение һәм СССР-ҙың 1977 йылғы Конституцияһының тәүге редакцияһындағы 6-сы статьяһы
  3. Леонид Млечин. «КГБ. Председатели органов госбезопасности. Рассекреченные судьбы». 2021 йыл 9 февраль архивланған. // books.google.ru
  4. 1991 йылдың 6 майынан РСФСР КГБ-һын индергәндән һуң — ун биш.
  5. Из записки МВД СССР в Президиум ЦК КПСС 4 февраля 1954 г. Источник: Коммерсантъ Власть : журнал. № 4 (808). 2 февраля 2009 г.
  6. Постановление Президиума ЦК КПСС «Об образовании Комитета государственной безопасности при Совете Министров СССР». Дата обращения: 1 июль 2013. Архивировано 15 июнь 2013 года.
  7. 7,0 7,1 7,2 7,3 Кокурин А. И., Петров Н. В. Лубянка. Органы ВЧК—ОГПУ—НКВД—НКГБ—МГБ—МВД—КГБ. 1917—1991: Справочник / Ред. Р. Г. Пихоя. — М.: Международный фонд Демократия (МФД. Фонд Александра Н. Яковлева), 2003. — 766 с. — (Россия. XX век. Документы). — 3000 экз. — ISBN 5-8564-6109-6.
  8. s:Закон СССР от 26.04.1954 Об утверждении Указов Президиума Верховного Совета СССР
  9. Пожаров, А. И. Некоторые аспекты деятельности органов безопасности СССР в 1950-е — первой половине 1960-х годов 2013 йыл 13 май архивланған. // Исторические чтения на Лубянке. 1997 год. Российские спецслужбы: история и современность. — Москва: Великий Новгород, 1999. с. 42-48.
  10. Иван Гринько. Расстрелянная революция : К 50-летию вторжения советских войск в Венгрию 2009 йыл 7 февраль архивланған. // Полит.ру
  11. COLD WAR Chat: Geza Jeszensky Hungarian Ambassador 2001 йыл 11 май архивланған. (инг.)
  12. Из письма МВД СССР от 20 ноября 1953 года на имя Маленкова и Хрущёва с предложением утвердить структуру, штат и положение о 12-м (специальном) отделе при 2-м Главном (разведывательном) Управлении МВД СССР.
  13. Һуңынан Хрущевҡа был тәғәйенләнештәр өсөн үкенергә тура киләсәк-1964 йылда нәҡ Шелепин менән Семичастный Хрущевты властан ситләтеүҙә хәл иткес роль уйнай.
  14. Постановление ЦК КПСС и Совета Министров СССР от 5 февраля 1960 года «О внесении изменений в структуру Комитета государственной безопасности при Совете Министров СССР и его органах на местах и сокращении их численности»
  15. 15,0 15,1 Колпакиди А. И., Серяков М. Л. Комитет государственной безопасности // Щит и меч. Руководители органов государственной безопасности Московской Руси, Российской империи, Советского Союза и Российской Федерации / Ред. В. А. Розенберг. — СПб.: Издательский дом «Нева»; М.: ОЛМА Медиа Групп, 2002. — С. 489. — 736 с. — (Россия в лицах). — 3000 экз. — ISBN 5-7654-1497-4..
  16. 16,0 16,1 16,2 Секретно. ЦК КПСС 2017 йыл 8 ноябрь архивланған. : (докладная записка № 2102-А от 5 сентября 1968 года) / КГБ, Министерство охраны общественного порядка СССР, Прокуратура СССР // Johns Hopkins University : сервер. — Режим доступа: http://psi.ece.jhu.edu/~kaplan/IRUSS/BUK/GBARC/pdfs/dis60/kgb68-5.pdf 2017 йыл 8 ноябрь архивланған.
  17. Бондарев В. А., Скорик А. П. Горькая память Новочеркасска: к 50-летию Новочеркасской трагедии 1962 года 2015 йыл 23 сентябрь архивланған. // Донской временник. Год 2012-й / Донская государственная публичная библиотека. Ростов-на-Дону, 1993—2015.
  18. Ермольцев, Д. «За нашу и вашу свободу!» 2009 йыл 21 октябрь архивланған. // Полит.ру : 25 августа 2008. — Режим доступа: http://www.polit.ru/institutes/2008/08/25/chehija.html 2009 йыл 21 октябрь архивланған..
  19. Горбаневская Н. Е. Психэкспертиза // Полдень: Дело о демонстрации 25 августа 1968 года на Красной площади. — Frankfurt/M: Посев, 1970. — С. 121. — 497 с.
  20. О Совете Министров СССР : закон СССР от 5 июля 1978 года (рус.) // Ведомости Верховного Совета СССР : сб. — 1978. — № 28. — С. 436. (с изм. и доп., внесёнными в 1981, 1985, 1989 и 1990 годах)
  21. Постановление Верховного Совета СССР от 5 июля 1978 г. № 7766-IX «О порядке введения в действие Закона СССР о Совете Министров СССР». Дата обращения: 2 август 2016. Архивировано из оригинала 18 август 2016 года. 2016 йыл 18 август архивланған.
  22. KGB in the Baltic States: Documents and Researches. КГБ 1954—1991. Дата обращения: 22 июль 2012. Архивировано 30 ноябрь 2012 года. 2012 йыл 30 ноябрь архивланған.
  23. Травля Солженицына и Сахарова. Официальные публикации и документы (билдәһеҙ). Антология самиздата. Дата обращения: 23 август 2012. Архивировано 24 апрель 2018 года. 2018 йыл 24 апрель архивланған..
  24. Из письма Ю. В. Андропова Министру внутренних дел Чехословакии Я. Обзине от 10 августа 1978 года. Источник: Лемыш, А. Кто написал донос на Солженицына? Операция «Паук»(недоступная ссылка) // Проза.ру.
А
  • Алексушин Глеб Владимирович. История правоохранительных органов. — Самара: ВВС; Ретроспектива, 2005.
Б
  • Бакатин Вадим Викторович. Избавление от КГБ. — Новости, 1992. — ISBN 5-7020-0721-2.
  • Баррон, Дж. КГБ сегодня. Невидимые щупальца : пер. с англ. — СПб.: Петрополис, 1992. — 480 с. — ISBN 5-87328-009-6.
Д
  • Дегтярёв, К. СМЕРШ. — М.: Яуза Эксмо, 2009. — С. 559—644. — 736 с. — (Энциклопедия спецслужб). — 4000 экз. — ISBN 978-5-699-36775-7.
K
  • Колпакиди А., Север, А. КГБ. — М.: Яуза Эксмо, 2010. — С. 374—546. — 784 с. — (Энциклопедия спецслужб). — 3000 экз. — ISBN 978-5-699-37862-3.
  • Коровин, В. В. История отечественных органов безопасности. — М.: 1998.
Н
  • Некрасов, В. Ф. Тринадцать «железных наркомов». История НКВД — МВД от Рыкова А. И. до Щёлокова Н. А. (1917—1982). — М.: 1995.
О
  • Очерки истории российской внешней разведки (в 6 т.). — М.: 1996—1997.
Р
  • Рыбников, В. В., Алексушин, Г. В. История правоохранительных органов Отечества : учебн. пособ. для вузов. — М.: Щит-М, 2007. — ISBN 978-5-93004-254-2.
  • Рябчиков, С. В. Великий химик Д. И. Рябчиков // Вісник Міжнародного дослідного центру «Людина: мова, культура, пізнання». — 2008. — т. 18(3). — с. 148—153[1].
  • Рябчиков, С. В. (2011). Заметки по истории Кубани (материалы для хрестоматии) // Вісник Міжнародного дослідного центру «Людина: мова, культура, пізнання», 2011, т. 30(3). — с. 25-45. // Academia.edu. — Режим доступа: онлайн.
С
  • Север, А. История КГБ. — М.: Алгоритм, 2008. — 336 с. — (Щит и меч. К 90-летию ВЧК). — 5000 экз. — ISBN 978-5-9265-0545-7.
  • Север, А. Спецназ КГБ. Гриф секретности снят! — М.: Яуза Эксмо, 2008. — 800 с. — 5000 экз. — ISBN 978-5-699-30397-7.
  • Солженицын, А. И. Архипелаг ГУЛАГ: 1918—1956. Опыт художественного исследования. Т. 1-3. М.: Новый мир, 1990.
Ф
  • ФСБ России : сб. док. — М.: 1997.
Х
  • Хлобустов О. М. «Советское люди вправе знать … о деятельности органов КГБ». // Военно-исторический журнал. — 2005. — № 9, 11.
Ч
  • Чертопруд, С. Юрий Андропов: тайны председателя КГБ. — М.: 2006.
Ш
Э
  • Эндрю, К.; Митрохин, В. Архив Митрохина. История внешнеполитических операций от Ленина до Горбачёва = The Mitrokhin Archive: The KGB in Europe and the West. — 1-е изд. — Penguin Books, 2006. — 995 с. — ISBN 0140284877.
  • Эндрю, К.; Митрохин, В. Архив Митрохина II. КГБ и мировое сообщество = Mitrokhin Archive II: The KGB and the World. — Allen Lane, 2005. — 676 с. — ISBN 0713993596.
  • Эндрю, К. КГБ. История внешнеполитических операций от Ленина до Горбачёва = KGB. The Inside Story of its Foreign Operations from Lenin to Gorbachev. — 1-е изд. — Harpercollins, 1992. — С. 61. — 776 с. — ISBN 0060166053.
  • Эндрю, К.; Митрохин, В. Мир шёл нашим путём: КГБ и битва за третий мир = The World Was Going Our Way: The KGB and the Battle for the Third World. — 1-е изд. — Basic Books, 2005. — 736 с. — ISBN 0465003117.
Я
  • Яковлев, А. Н. Лубянка. Органы ВЧК-ОГПУ-НКГБ-МГБ-МВД-КГБ. 1917—1991. Справочник. — М.: 2003.
Викикитапхана логотибы
Викикитапхана логотибы
Ошо темаға Викикитапханала текстар бар
СССР Дәүләт именлеге комитеты
  1. Материалы об организации КГБ убийства русского учёного