Кадышева Надежда Никитична
Надежда Кадышева | |||
Төп мәғлүмәт | |||
---|---|---|---|
Тулы исеме |
Надежда Никитична Кадышева | ||
Тыуған | |||
Тыуған урыны |
Татар АССР-ының Лениногорск районы | ||
Ил | |||
Һөнәрҙәре |
«Алтын балдаҡ» халыҡ музыкаһы һәм йыры милли театрының солисы | ||
Жанрҙар |
рус халыҡ йырҙары, | ||
Коллективтар |
«Алтын балдаҡ» ансамбле | ||
Наградалар |
| ||
Аудио, фото, видео Викимилектә | |||
Кадышева Надежда Никитична (эрзя Кадышень Надя; 1 июнь 1959 йыл) — СССР һәм Рәсәй йырсыһы, эрзя сығышлы[1] «Алтын балдаҡ» халыҡ музыкаһы ансамбле солисы. Бөгөлмәнең почётлы гражданы. Рәсәйҙең халыҡ артисы (1999)[2], Мордовияның халыҡ, Татарстандың атҡаҙанған артисы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Надежда Никитична Кадышева 1959 йылдың 1 июнендә (икенсе сығанаҡтар буйынса, 19 майҙа) Татар АССР-ы, Лениногорск районының Горки ауылында тыуған, артабан уларҙың ғаиләһе Ырымбур өлкәһе, Һамар өлкәһе һәм Татарстан киҫешкән урында урынлашҡан Клявлин районының Иҫке Маклауш ауылына күсеп килә.
Атаһы — Никита Михайлович (1923—1974), тимер юлында мастер булып эшләгән. Әсәһе — Анна Андреевна Кадышева (1927—1970) — хужабикә. Надежда дүрт ҡыҙҙың өсөнсөһө була (Вера, Мария, Надежда һәм Любовь)[3].
Йырсының бала сағы һәм йәшлеге еңелдән булмай. Әсәһе 43 йәшкә лә етмәй үлеп китә. Надежданың үҙенә лә ҡурҡыныс янай — 30 йәшендә унда яман шеш табыла. Ул ике йыл түш рагынан үлемен көтә. Ләкин операция ваҡытында диагноз раҫланмай. Табиптар уны 49 йәш, үтә ҡурҡыныс тахикардиянан алып ҡала, медиктар ниндәйҙер ҡөҙрәт менән инфарктты кисектерә.
Надеждаға 10 йәш сағына, атаһы тағы берҙе өйләнә. Өйгә үҙ балалары менән үгәй әсә килә, һәм ҡыҙҙарҙың тормошо насар яҡҡа үҙгәрә. Өлкән апаһы Вера ҡалаға сығып китә һәм заводҡа эшкә урынлаша; Марияны төньяҡта йәшәгән туғандарына ебәрәләр; Надежда менән Любовь Бөгөлмә интернат-мәктәбенә урынлаштырыла[4]. Атаһы хаттарында ҡыҙҙарына «һеҙ» тип өндәшә һәм үгәй әсәйҙән йәшереп кенә аҡса ла ебәрештерә. Бер нисә йылдан ул да үлеп ҡала.
Бер ваҡыт интернатта йыр конкурсы тураһында һөйләшкәндә, Кадышева Виктор Белыйҙың Яков Шведов һүҙҙәренә яҙған «Орлёнок йырын» башҡара һәм маҡтауҙарға лайыҡ була. 14 йәшендә Надежда Мәскәү өлкәһендә йәшәгән өлкән апаһына сығып китә; һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Лобнялағы «Ҡыҙыл Ялан» туҡыу фабрикаһына эшкә инә. Йәш туҡыусы үҙешмәкәр түңәрәктәре эшендә әүҙем ҡатнаша. 18 йәшендә Надежда Кадышева М. М. Ипполитов-Иванов исемендәге дәүләт музыка-педагогия институтына уҡырға инергә уйлай, тик был ниәте килеп сыҡмай. Буласак артист Тарасенко Николай Михайлович класына әҙерлек курстарына инә һәм киләһе йылында училищеға уҡырға инә.
Училищеның өсөнсө курсында уҡығанында уҡ, Кадышева Москонцерт янындағы яңынан тергеҙелгән «Россияночка» профессиональ квартетында сығыш яһай башлай. Квартет репертуары халыҡ йырҙарынан тора, ләкин эстрада йырҙарын башҡарыусылар конкурсына әҙерләнгәндә, Кадышеваға соло партияһын башҡарыу өсөн, композитор Монасыповтың «Оса ине аҡ ҡоштар…» йырын һайлайҙар. Ансамбль сығыштары һәр ваҡыт уңыш менән оҙатыла.
Йырсы Гнесиндар исемендәге Рәсәй музыка академияһы студенттар йәшәгән ятаҡта көн итә һәм ошонда үҙенең буласаҡ тормош иптәше — Костюк Александр Григорьевич менән таныша, ул Гнесинка студенты була. Александр менән бергә булыу өсөн, Надежда Кадышева Гнесиндар исемендәге Рәсәй музыка академияһына профессор Нина Константиновна Мешко класына күсә. 1983 йылда Александр, институтты тамамлағас, Надеждаға үҙенең туғандары менән танышып ҡайтырға һәм өйләнешергә тәҡдим яһай. Бер йылдан улдары Григорий тыуа. Әлеге көндә ул ата-әсәһе менән берлектә, концерт директоры вазифаһында эшләй. 1992 йылда Кадышева һәм Костюк христиандарҙың төп ғибәҙәтханаһы булған Сан-Францискола никахлашалар.
Надежд Кадышевының шөғөлө — картина коллекцияһы йыйыу.
Ҡыҙыҡлы хәҡиҡәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2005 йылдың 28 июнендә НК "ЮКОС"тың элекке етәкселәренә сығарылған хөкөм ҡарары менән бәйле мәҙәниәт, фән эшмәкәрҙәренең, йәмәғәтселек вәкилдәренең мөрәжәғәтендә Надежда Кадышеваның да ҡултамғаһы килеп сыға[5]. Әммә 2011 йылдың 9 февралендә ул ҡултамғанан баш тарта[6].
Надежда Кадышева һәм «Алтын балдаҡ» ансамбле
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Алтын балдаҡ — 1988 йылда барлыҡҡа килгән Рәсәйҙең халыҡ музыкаһы эстрада ансамбле.
1988 йылда Александр Костюк «Алтын балдаҡ» халыҡ музыкаһы ансамблен төҙөй, ул башта сит илдәр буйлап йыш ҡына гастролдәрҙә йөрөй һәм унда бик популяр була, ә Рәсәйҙә Германия һәм Япониянан килтерелгән яҙмалар буйынса ғына улар тураһында хәбәрҙәр булалар. Надежда Кадышева ансамбль солисына әйләнә. 1993 йылда «Союз» студияһында ансамблгә хеҙмәттәшлек тәҡдим итә, ошонан һуң ансамбль Рәсәйҙә лә танылыу яулай. Әлеге көндә Надежда Кадышева ансамбль менән Рәсәй буйлап та гастролдәрҙә йөрөй, сит илдәрҙә лә йыш ҡына сығыш яһай.
Рәсәй йырсыһы Надежда Кадышеваның дискографияһы үҙ эсенә 20-нән ашыу студия альбомын, шулай уҡ концерт яҙмаларын һәм йыйынтыҡтар индерә. Күп йырҙары буйынса видеоклиптар төшөрөлә. Надежда Кадышева күп кенә хиттарҙың башҡарыусыһы һанала. Мәҫәлән: «Аға шишмә», «Ауыл юлы», «Ҡар оса ла оса», «Мин сихырсы түгел», «Кит, ҡайғы», «Был йәй ниңә кәрәк?», «Ах, яҙмышым минең, яҙмышым», «Аҙашҡан бәхет», «Киң йылға».
А. Костюктың П. Черняев һүҙҙәренә яҙған «Аға шишмә» йыры бөтә халыҡтың һөйөүен яулаған хитҡа әүерелде. Александр Костюк халыҡ яратып өлгөргән күп кенә йырҙарҙың авторы ла. Мәҫәлән: «Киң йылға», «Бөтәһе лә ҡасандыр булды», «Мөхәббәткә килеү» һәм «Ҡасан да булһа» (Е. Муравьёв һүҙҙәре); «Илай ямғыр» (В. Степанов һүҙҙәре) һәм «Бүләк ит, ҡайынҡай» (А. Стефанов һүҙҙәре).
Рәсәй йырсыһы Надежда Кадышеваның «Алтын балдаҡ» менән берлектә сығарылған ижади мираҫы егерменән ашыу студия альбомын үҙ эсенә ала: «Баланҡай»; «Алтын балдаҡ»; «Ғәйеплеме ни мин?» (1995); «Аға шишмә» (1995); «Моңһоу ел» (1995); «Кит, ҡайғы» (1997); «һөйкөмлө баҫыу» (1998); «Илай ямғыр» (2003); «Тыуған көнөң менән» (2004); «Киң йылға» (2004); «Минең һөйөү» (2006); «Яңынан рухланабыҙ» (2008); «Тағы ла һөйөү» (2009); «Ханымҡай» (2010); «Тағы ла һөйөү (яңынан баҫтырылған)» (2011), «Күк урталай» (2012) — концерт яҙмалары һәм йырҙар тупланмаһы, уларҙың ҡайһы берҙәре буйынса видеоклип төшөрөлгән Бөтә альбомдар ҙа «Алтын балдаҡ» ансамбле менән берлектә сығарылған.
Надежда Кадышева гардеробында яҡынса 100-ләп сәхнә костюмы:
«Минең костюмдарым һәр саҡ матур һәм бай. Был минең стилем. Ирем, беҙ мотлаҡ музей асырға тейешбеҙ, ти. Ләкин мин көндәлек тормошта ябай ғына кейенәм».
Шәхси тормошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ире — Александр Костюк (1958 йылдың 7 апрелендә тыуған), украин сығышлы Рәсәй композиторы, «Алтын балдаҡ» ансамбленең нигеҙ һалыусыһы һәм етәксеһе.
- Улы — Григорий Костюк (1984 йылдың 27 майында тыуған)
- Ейәне — Алексей Костюк (2015 йылдың 12 июнендә тыуған)
- Килене — Анжелика Бирюкова (1977 йылдың 28 авгусында тыуған)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рәсәйҙең халыҡ артисы (1999)
- Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы
- Мордовияның халыҡ артисы
- Татарстандың атҡаҙанған артисы
- Бөгөлмәнең Почётлы гражданины
- «Алтын Граммофон» эйәһе (Николай Басков менән дуэттағы «Мөхәббәткә киләм» йыры өсөн, 2008)
- В. В. Путиндың «Рәсәйҙең иң яҡшы 20 ҡатын-ҡыҙы» премияһы.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ YouTube сайтында Видео
- ↑ Рәсәй Президенты Указы менән бүләкләнә № 786 1999 йылдың 17 июненән
- ↑ Кадышева Надежда | Биографос . biografos.ru. Дата обращения: 25 ноябрь 2016. 2016 йыл 2 декабрь архивланған.
- ↑ Биография - Надежда Кадышева һәм «Алтын балдаҡ» ансамбле author=Super User . www.kadisheva.ru. Дата обращения: 25 ноябрь 2016. 2015 йыл 5 октябрь архивланған.
- ↑ НК "ЮКОС"тың элекке етәкселәренә сығарылған хөкөм ҡарары менән бәйле мәҙәниәт, фән эшмәкәрҙәренең, йәмәғәтселек вәкилдәренең мөрәжәғәте
- ↑ «Илленең Хаты» тағы ике кешеһен юғалта — артистар Ходорковскиға ҡаршы яҙылған мөрәжәғәтте кире ҡағалар