Казанская станицаһы (Ростов өлкәһе)
Станица | |
Казанская | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Беренсе мәртәбә телгә алынған |
1647 |
Халҡы |
▼4 721 кеше (2010) |
Телефон коды |
+7 86364 |
Почта индексы |
346170 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Казанская — Рәсәй Федерацияһының Ростов өлкәһендәге станица.
Ростов өлкәһенең Үрге Дон (Верхнедонской) районы административ үҙәге һәм Ростов өлкәһенең Казанский ауыл биләмәһе административ үҙәге.
Халҡы — 4 721 кеше (2010).
Географиһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дон йылғаһының һул ярында, Вёшенская станицаһынан юғарыраҡ, Воронеж өлкәһе менән сиктәш урынлашҡан. Казанская станицаһы — казак ултыраҡтарының Дон йылғаһының иң үрендәгеһе. Ростов өлкәһенең төньяғында Дондағы Ростовтан 360 км алыҫлыҡта урынлашҡан.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Пётр I батшаның илсеһе — Ригельман, Дон Ғәскәре өлкәһен тикшереүсе, Казанская станицаһына нигеҙ 1647 йылда һалынған тип иҫәпләгән. Иван Яуыз (Грозный) батшаның Ҡазан ханлығын яулап алыуында казактар хәл иткес роль уйнағанлыҡтан, ул казактарға дон биләмәләрен биргән. Был ерҙәр балыҡҡа бай булған, игенселек, виноградсылыҡ (йөҙөмсөлөк), сауҙа шәп үҫешкән.
1690 йылда Пётр I тәҡдиме менән казактар ултыраҡтарын Дон йылғаһының үрге ағымына күсерергә ҡарар иткән. Әммә хәҙерге урынына Казанская станицаһы тик 1740 йылда ғына күсеп ултырған. Ул Донда иң боронғоһо булған. Үҙенең атамаһын Дон йылғаһының һул яҡ ярында, станицанан үрҙәрәк, урынлашҡан Казанец тигән ҡойо атамаһынан алған.[1]
Станица Дон Ғәскәре өлкәһенең Донецкий округына ингән булған[2].
Климаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡала климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
Уртаса температура, °C | −8,4 | −6,8 | −1 | 9,0 | 16,2 | 19,5 | 22,0 | 20,6 | 14,6 | 7,4 | 1,5 | −4,5 | 7,5 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 55,5 | 32,7 | 41,8 | 29,7 | 46,7 | 53,1 | 39,3 | 46,9 | 26,8 | 33,4 | 50,5 | 62,7 | 519,6 |
Сығанаҡ: World Climate |
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ иҫәбе | |
---|---|
2002[3] | 2010[4] |
4954 | ↘4721 |
Численность населения, чел. | |||||
---|---|---|---|---|---|
1959 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002 | 2010[5] |
2 436 | 3 779 | 4 427 | 5 215 | 4 954 | 4 721 |
Станицала тыуған билдәле кешеләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кумов Роман Петрович (1883—1919) — рус яҙыусыһы.
- Пешков Тимофей Иванович — 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусы, казак полкы вахмистры.
- Цыганков Иван Власович (1908—1988) — совет математигы.
Иҫтәлекле урындары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Станица территорияһында Изге Троицкий храмы, станица үҙәгендә Александр Сергеевич Пушкин исемен йөрөткән станица урынлашҡан.
- Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙарға бағышланған Билдәһеҙ һалдат һәйкәле.
- Станицаның Мәҙәниәт йорто.
- Бөгөнгө көндәргә саҡлы яҡшы һаҡланған Владимир Ильич Ленин һәйкәле.
- Дон йылғаһы буйындағы тарих-крайҙы өйрәнеү музейы (Пионер урамы, 1-се йорт)[6]. Музей бинаһы янында күҙәтеү манараһы, частоколы һәм суйын пушкаһы, таш балбалдары һәм скиф осорондағы скульптуралары булған боронғо казак ҡәлғәһе (заставаһы) урынлашҡан. Музейҙа казак көнкүреше предметтары, тотош ағас олонон соҡоп эшләнгән кәмә, ҡышҡы сана, боронғо йыһаз (мебель), һауыт-һаба, ҡорал, кейем, станицалар һәм утарҙар кешеләренең фотографиялары ҡуйылған.
Музей бинаһындағы экспонаттар осорҙарға бүленгән: казактарға тиклемге осор, революцияға тиклемге осор, икенсе донъя һуғышы осоро, һуғыштан һуңғы һәм СССР түңкәрелеүенә тиклемге совет эпохаһы.
Археология зонаһында төрлө осор, ташбыуаттан башлап урта быуаттарға тиклемге осор, һәйкәлдәре үрнәктәре, таш ҡоралдар һәм курильницаһы менән катакомба мәҙәниәте ҡәберлектәре күрһәтелгән. Бөтөн күрһәтелгән экспонаттар — Үрге Дон (Верхнедонской) районы территорияһында табылған ташбыуат осоро кешеһенең хеҙмәт ҡоралдары, әүәләп эшләнгән керамика, күсмә һуғышсан ҡәбиләләрҙең биҙәүес әйберҙәре һәм ҡоралдары. Айырым залда фронт хаттары, Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыларының фотографияһы, уларҙың шәхси әйберҙәре, хәрби трофейҙар ҡуйылған. Тышҡы экспозицияның байтаҡ экспонаттары һөнәрҙәргә һәм йорт хужалығына, тимерселек, туҡыусылыҡ һөнәрҙәренә, ауыл хужалығына һ.б. бағышланған.
Казак заставаһы — пушкалы бастионлы, хәүеф ҡыңғыраулы, усаҡлы, ат бәйләү урынлы һәм ҡойоло манараһы (вышка) менән «Ихата» экспозицияһы.
- Дон йылғаһы аша күтәрмәле күпер.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ История Верхнедонского района 2018 йыл 19 декабрь архивланған.
- ↑ Казанская, станица Области Войска Донского // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более . Архивировано 3 февраль 2012 года.
- ↑ Итоги Всероссийской переписи населения 2010 года. Том 1. Численность и размещение населения Ростовской области
- ↑ Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам по результатам переписи 2010 2013 йыл 2 июль архивланған.
- ↑ Фильм о музее
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тышҡы рәсемдәр | |
---|---|
Историко-краеведческий музей (Россия, ст. Казанская) |