Эстәлеккә күсергә

Казанцев Юрий Васильевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Казанцев Юрий Васильевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 7 декабрь 1935({{padleft:1935|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})
Тыуған урыны Мәләүез, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 25 март 2011({{padleft:2011|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})[1] (75 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Хәләл ефете Казанцева Тамара Тимофеевна
Һөнәр төрө ғалим
Эшмәкәрлек төрө тау эше
Уҡыу йорто Кривой Рог милли университеты[d]
Ғилми исеме профессор[d] һәм профессор[d]
Ғилми дәрәжә геология-минералогия фәндәре докторы[d] (1983)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Казанцев Юрий Васильевич (7 декабрь 1935 йыл — 25 март 2011 йыл) — ғалим-геолог-нефтсе, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1995), геология-минералогия фәндәре докторы (1983). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1983).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Юрий Васильевич Казанцев[2] 1935 йылдың 7 декабрендә Башҡорт АССР-ының хәҙерге Мәләүез ҡалаһында тыуған.

1959 йылда Криворог тау тоҡомдары институтын тамамлай һәм артабан Красноярск геология идаралығының геология- күсермә эштәре алыу партияһының начальнигы (1959—1965), «Башнефть» берекмәһенең Стәрлетамаҡ геология-эҙләнеүҙәр контораһының баш геологы (1965—1975), лаборатория мөдире (1975—2006), Рәсәй фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Геология институтының төп ғилми хеҙмәткәре (2006) булып эшләй.

Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының Ер тураһында фәндәрҙең бүлеге (секторы) буйынса ағза-корреспонденты (1995).

Юрий Казанцевтың эштәренең фәнни йүнәлештәре: структуралы геология, тектоника, нефть һәм газ геологияһы, сейсмотектоника. Ул Урал алды сите бөгөмөнөң тәңкәле-батынҡы төҙөлөшөн билдәләй; ситке бөгөмдәрҙең структураһы формалашыуының яңы моделен эшләй, был нефть һәм газдың урынлашыу законлылыҡтарын асыҡларға, эҙләнеү-разведка эштәренең алымдарын үҙгәртергә мөмкинлек бирә, улар ярҙамы менән бер нисә нефть ятҡылығы асыла (Бакрах, Архангель, Бөркөт һ.б. ятҡылыҡтар).

Ғалим шулай уҡ бөгөмдәрҙең фронталь өлөштәрендә мәғдән һәм нефть ятҡылыҡтарын урынлаштырып Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының геологик һәм тектоник карталарын төҙөй; Магнитогорск мегасинклинорийы тектоникаһының синформ стилен билдәләй һәм нефть-газлы өлкәләрҙәге тоҙло тектониканың барлыҡҡа килеү механизмын яңыса аңлата. Ул тәүгеләрҙән булып нефть һәм газ ятҡылыҡтарының юлдашы — ләм вулкандарының барлыҡҡа килеүенең һәм эшмәкәрлегенең яңы моделен тәҡдим итә.

Казанцев «Шарьяж һәм Волга-Урал өлкәһендә һәм Көнбайыш Себерҙә нефть һәм газ ятҡылыҡтарын эҙләү» һәм оҙайлы «Надвиг-2005» программалары авторҙарының береһе була.

«Геология. Известия Отделения наук о Земле АН РБ» журналының баш мөхәррире (1997).

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Казанцев Ю. В. — автор более 250 научных работ, в том числе 15 монографий.

  • Казанцев Ю. В. Структурная геология Предуральского прогиба. — М.: Наука, 1984.
  • Казанцев Ю. В. Структурная геология Магнитогорского синклинория. — М.: Наука, 1992.
  • Казанцев Ю. В. Структурная геология юго-востока Восточно-Европейской платформы. — Уфа: Гилем, 2001.
  • Вклад геологов-нефтяников в развитие нефтедобывающей промышленности Башкортостана. Уфа: ДООО «Башнипинефть» ОАО АНК «Башнефть», 2003.
  • Казанцев Ю. В. Строение Нефтекамско-Артинской зоны восточной окраины Восточно-Европейской платформы Уфа.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Башкирская энциклопедия (урыҫ)Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с.
  2. КАЗАНЦЕВ Юрий Васильевич. Дата обращения: 14 ғинуар 2013. Архивировано 28 ғинуар 2013 года. 2013 йыл 28 ғинуар архивланған.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]