Эстәлеккә күсергә

Канада Олимпия уйындарында

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Канада Олимпия уйындарында
Флаг, использовавшийся на Играх
Код МОК

CAN

НОК

Канада олимпия комитеты
Официальный сайт

Йәйге Олимпия уйындарында ҡатнашыу
Ҡышҡы Олимпия уйындарында ҡатнашыу
Шулай уҡ ҡарағыҙ

Канада Олимпия уйындарында тәүге тапҡыр 1900 йылда Парижда үткән уйындарҙа сығыш яһай. Канада спортсылары Афиналағы тәүге Олимпия уйындарында һәм 1980 йылғы Олимпия уйындарында (көнбайыш илдәренең Мәскәүҙә үткән уйындарға бойкот иғлан итә) ғына ҡатнашмай. Канада шулай уҡ өс тапҡыр Олимпия уйындарын ҡабул итә: 1976 йылдың йәйендә Монреалдә һәм 1988 йылдың ҡышында Калгариҙа һәм 2010 йылда Ванкуверҙа.

Канада спортсылары иң ҙур уңышҡа еңел атлетикала, шайбалы хоккейҙа һәм саңғы фристайлында өлгәшә. Улар шулай уҡ миҙалдарҙы йөҙөүҙә, академик ишеүҙә, конькиҙа йүгереү спортында, шорт-тректа һәм кёрлингта күп яулай. Һәр Олимпиадала ла Канада спортсылары олимпия миҙалдары яуламай ҡалмай. Иң уңышлы уйындары булып 1984 йылда Лос-Анджелеста үткән Уйындар тора, унда төрлө кимәлдәге 44 миҙал яулана.

Канадала үткән Олимпия уйындары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Канада Олимпия уйындарын өс тапҡыр ҡабул итә.

УйындарҠалаҮткәрелеү
ваҡыты
Ҡатнашыусы
илдәр
һаны
Ҡатнашыусылар
һаны
Миҙал
комплекттары
һаны
Йәйге Олимпия уйындары 1976Монреаль17 июль — 1 август926028198
Ҡышҡы Олимпия уйындары 1988Калгари13 февраль — 28 февраль57142346
Ҡышҡы Олимпия уйындары 2010Ванкувер12 февраль — 28 февраль82276686

Миҙалдар таблицаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йәйге Олимпия уйындары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Уйындар Спортсылар Алтын Көмөш Бронза Бөтәһе Урын
Греция 1896 Афинаҡатнашмай
Франция 1900 Париж2101213
Америка Ҡушма Штаттары 1904 Сент-Луис5241164
Бөйөк Британия 1908 Лондон873310167
Швеция 1912 Стокгольм3732389
Бельгия 1920 Антверпен53333912
Франция 1924 Париж65031420
Нидерланд 1928 Амстердам694471510
Америка Ҡушма Штаттары 1932 Лос-Анджелес1022581512
Өсөнсө рейх 1936 Берлин97135917
Бөйөк Британия1948 Лондон118012325
Финляндия1952 Хельсинки107120321
Австралия 1956 Мельбурн92213615
Италия 1960 Рим85010132
Япония 1964 Токио115121422
Мексика 1968 Мехико138131523
Германия Федератив Республикаһы 1972 Мюнхен208023527
Канада 1976 Монреаль3850561127
Совет Социалистик Республикалар Союзы 1980 Мәскәүҡатнашмай
Америка Ҡушма Штаттары 1984 Лос-Анджелес407101816446
Корея республикаһы 1988 Сеул3283251019
Испания 1992 Барселона2957471811
Америка Ҡушма Штаттары 1996 Атланта30331182221
Австралия 2000 Сидней2943381424
Греция 2004 Афина2633631221
Ҡытай 2008 Пекин3323982019
Бөйөк Британия 2012 Лондон28125111827
Бразилия 2016 Рио-де-Жанейро31443152220
Япония 2020 Токио38176112411
Бөтәһе71108147326

Ҡышҡы Олимпия уйындары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Уйындар Спортсылар Алтын Көмөш Бронза Бөтәһе Урын
Франция 1924 Шамони1210018
Швейцария 1928 Санкт-Мориц2310015
Америка Ҡушма Штаттары 1932 Лейк-Плэсид4211574
Өсөнсө рейх 1936 Гармиш-Партенкирхен2901019
Швейцария 1948 Санкт-Мориц2820136
Норвегия 1952 Осло3910126
Италия 1956 Кортина-д’Ампеццо37012310
Америка Ҡушма Штаттары 1960 Скво-Велли4421147
Австрия 1964 Инсбрук55111310
Франция 1968 Гренобль70111313
Япония 1972 Саппоро47010117
Австрия 1976 Инсбрук59111311
Америка Ҡушма Штаттары 1980 Лейк-Плэсид59011214
Югославия 1984 Сараево6721148
Канада 1988 Калгари112023513
Франция 1992 Альбервиль10823279
Норвегия 1994 Лиллехаммер95364137
Япония 1998 Нагано144654154
Америка Ҡушма Штаттары 2002 Солт-Лейк-Сити150737174
Италия 2006 Турин1967107245
Канада 2010 Ванкувер2061475261
Рәсәй Федерацияһы 2014 Сочи22010105253
Корея республикаһы 2018 Пхёнчхан22611810293
Ҡытай 2022 Пекин21548142611
Бөтәһе777276225

Канада шулай уҡ Халыҡ-ара олимпия комитеты танымаған 1906 йылғы Уйындарҙа бер алтын һәм бер көмөш миҙал яулай.