Эстәлеккә күсергә

Норвегия Олимпия уйындарында

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Норвегия Олимпия уйындарында
Флаг, использовавшийся на Играх
Код МОК

NOR

НОК

Норвегия Олимпия комитеты
Официальный сайт

Йәйге Олимпия уйындарында ҡатнашыу
Ҡышҡы Олимпия уйындарында ҡатнашыу
См. также
Ошибка Lua в Модуль:Navbar на строке 27: Invalid title Норвегия Олимпия уйындарында.

Норвегия беренсе тапҡыр Олимпия уйындарында 1900 йылда (Парижда үтә) ҡатнаша һәм шул ваҡыттан алып, 1904 йылғы Сент-Луистағы уйындарҙан һәм 1980 йылғы Мәскәү уйындарынан тыш, һәр йәйге Олимпия уйындарында ҡатнаша. Норвегия спортсылары ҡышҡы Олимпия уйындарында тәүге тапҡыр 1924 йылда Шамониҙа сығыш яһай һәм шул ваҡыттан алып һәр ҡышҡы Олимпия уйындарында ҡатнаша.

Норвегия Олимпия уйындарында ҡатнашҡан осорҙа ҡышҡы уйындарҙа Австрия һәм Лихтенштейн менән бер рәттән йәйге уйындарға ҡарағанда күберәк миҙал яулай.

Норвегия Ҡышҡы Олимпия уйындарын ике тапҡыр ҡабул итә. Олимпиадалар Ослола 1952 йылда һәм 1994 йылда Лиллехаммерҙа үтә.

Олимпия уйындарында сығыш яһау осоронда Норвегия спортсылары йәйге Олимпия уйындарында 152 миҙал яулай: 56 алтын, 49 көмөш һәм 47 бронза. Ҡышҡы Олимпия уйындарында — 368 миҙал (132 алтын, 125 көмөш һәм 111 бронза). Ҡышҡы Олимпия уйындарында яуланған миҙалдар һаны буйынса ул Америкаға ҡарағанда күпкә алда. Туғыҙ тапҡыр (1924, 1928, 1936, 1948, 1952, 1968, 2002, 2018, 2022) норвегтар ҡышҡы Олимпия уйындарының рәсми булмаған миҙал таблицаһында беренсе була.

Күпселек миҙалдарҙы норвегтар саңғы уҙыштары һәм конькиҙа йүгереү спорты буйынса ярыштарҙа яулай. Саңғы уҙышында һәм саңғы икебәйгеһендә алтын наградалар иҫәбе буйынса беренсе урында.

Норвегия милли олимпия комитеты 1900 йылда ойошторола.

Йәйге Олимпия уйындары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Уйындар Алтын Көмөш Бронза Барлығы
Франция 1900 Париж 0 2 3 5
Америка Ҡушма Штаттары 1904 Сент-Луис Ҡатнашмай
Бөйөк Британия 1908 Лондон 2 3 3 8
Швеция 1912 Стокгольм 4 1 4 9
Бельгия 1920 Антверпен 13 9 9 31
Франция 1924 Париж 5 2 3 10
Нидерланд 1928 Амстердам 1 2 1 4
Америка Ҡушма Штаттары 1932 Лос-Анджелес 0 0 0 0
Өсөнсө рейх 1936 Берлин 1 3 2 6
Бөйөк Британия 1948 Лондон 1 3 3 7
Финляндия 1952 Хельсинки 3 2 0 5
АвстралияШвеция 1956 Мельбурн/Стокгольм 1 0 2 3
Италия 1960 Рим 1 0 0 1
Япония 1964 Токио 0 0 0 0
Мексика 1968 Мехико 1 1 0 2
Германия Федератив Республикаһы 1972 Мюнхен 2 1 1 4
Канада 1976 Монреаль 1 1 0 2
Совет Социалистик Республикалар Союзы 1980 Москва Ҡатнашмай
Америка Ҡушма Штаттары 1984 Лос-Анджелес 0 1 2 3
Корея республикаһы 1988 Сеул 2 3 0 5
Испания 1992 Барселона 2 4 1 7
Америка Ҡушма Штаттары1996 Атланта 2 2 3 7
Австралия 2000 Сидней 4 3 3 10
Греция 2004 Афины 5 0 1 6
Ҡытай 2008 Пекин 3 5 1 9
Бөйөк Британия 2012 Лондон 2 1 1 4
Бразилия 2016 Рио-де-Жанейро 0 0 4 4
Япония 2020 Токио 4 2 2 8
Бөтәһе 60 51 49 160

Ҡышҡы Олимпия уйындары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Уйындар Алтын Көмөш Бронза Барлығы
Франция 1924 Шамони 4 7 6 17
Швейцария 1928 Санкт-Мориц 6 4 5 15
Америка Ҡушма Штаттары 1932 Лейк-Плэсид 3 4 3 10
Өсөнсө рейх 1936 Гармиш-Партенкирхен 7 5 3 15
Швейцария 1948 Санкт-Мориц 4 3 3 10
Норвегия 1952 Осло 7 3 6 16
Италия 1956 Кортина д’Ампеццо 2 1 1 4
Америка Ҡушма Штаттары 1960 Скво-Вэлли 3 3 0 6
Австрия 1964 Инсбрук 3 6 6 15
Франция 1968 Гренобль 6 6 2 14
Япония 1972 Саппоро 2 5 5 12
Австрия 1976 Инсбрук 3 3 1 7
Америка Ҡушма Штаттары 1980 Лейк-Плэсид 1 3 6 10
Югославия 1984 Сараево 3 2 4 9
Канада 1988 Калгари 0 3 2 5
Франция 1992 Альбервиль 9 6 5 20
Норвегия 1994 Лиллехаммер 10 11 5 26
Япония 1998 Нагано 10 10 5 25
Америка Ҡушма Штаттары 2002 Солт-Лейк-Сити 13 5 7 25
Италия 2006 Турин 2 8 9 19
Канада 2010 Ванкувер 9 8 6 23
Рәсәй Федерацияһы 2014 Сочи 11 5 10 26
Корея Республикаһы 2018 Пхёнчхан 14 14 11 39
Ҡытай 2022 Пекин 16 8 13 37
Бөтәһе 148 133 124 405


Йәйге спорт төрҙәре буйынса миҙалдар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Спорт төрө Алтын Көмөш Бронза Барлығы
Елкән спорты 17 11 4 32
Атыу 13 8 11 32
Еңел атлетика 9 6 8 23
Байдарка һәм каноэла ишеү 6 4 4 14
Академик ишеү 3 7 7 17
Гандбол 2 2 3 7
Көрәш 2 2 2 6
Велоспорт 2 0 2 4
Бокс 1 2 2 5
Спорт гимнастикаһы 1 2 1 4
Футбол 1 0 2 3
Пляж волейболы 1 0 0 1
Ауыр атлетика 1 0 0 1
Триатлон 1 0 0 1
Тхэквондо 0 2 0 2
Йөҙөү 0 1 1 2
Ат спорты 0 1 0 1
Фехтование 0 1 0 1
Теннис 0 0 1 1
Бөтәһе* 60 49 48 157

*Таблицаға 1920 йылғы йәйге Олимпия уйындарында фигуралы шыуыу буйынса ярыштарҙа алынған 3 миҙал индерелмәгән.

Ҡышҡы спорт төрҙәре буйынса миҙалдар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Спорт төрө Алтын Көмөш Бронза Барлығы
Саңғы ярыштары 47 42 32 121
Конькиҙа йүгереү 27 29 28 84
Биатлон 16 15 10 41
Лыжное двоеборье 13 10 8 31
Тау саңғыһы спорты 11 13 12 36
Трамплиндан һикереү 11 10 14 35
Фристайл 3 2 4 9
Фигуралы шыуыу 3 2 1 6
Кёрлинг 1 1 2 4
Сноуборд 0 3 1 4
Бөтәһе* 132 127 112 371

*Исемлеккә 1920 йылғы йәйге Олимпия уйындарында фигуралы шыуыу буйынса ярыштарҙа алынған 3 миҙал индерелгән.

Бынан тыш, Осло ҡалаһында үткән 1952 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындарында туплы хоккей уйындарында ҡатнашҡан Норвегия йыйылма командаһы икенсе урын ала.

4 һәм унан күберәк олимпия алтын миҙалы яулаусы Норвегия спортсылары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Саңғы ярышы буйынса 8 тапҡыр олимпия чемпионы Бьёрн Дели
Тау саңғыһы спорты буйынса 4 тапҡыр олимпия чемпионы Хьетиль Андре Омодт
Спортсы Спорт төрө Уйындар 1 2 1 Бөтәһе
1 Марит Бьёрген Саңғы ярыштары 2002—2018 8 4 3 15
2 Уле-Эйнар Бьёрндален Биатлон 1998—2014 8 4 1 13
3 Бьёрн Дели Саңғы ярыштары 1992—1998 8 4 0 12
4 Йоханнес Тиннес Бё Биатлон 2018—2022 5 2 1 8
5 Йоханнес Хёсфлот Клебо Саңғы ярыштары 1992—1998 5 1 1 7
6 Томас Альсгорд Саңғы ярыштары 1994—2002 5 1 0 6
Оле Лилле-Ольсен Атыу 1920—1924 5 1 0 6
8 Отто Ольсен Атыу 1920—1924 4 3 1 8
Эмиль Хегле Свендсен Биатлон 2010—2018 4 3 1 8
10 Хьетиль Андре Омодт Тау саңғыһы спорты 1992—2006 4 2 2 8
11 Ивар Баллангруд Конькиҙа йүгереү спорты 1928—1936 4 2 1 7
Эйнар Либерг Атыу 1908—1924 4 2 1 7
13 Йёрген Гробак Саңғы икебәйгеһе 2014—2022 4 2 0 6
14 Тереза Йохауг Саңғы ярыштары 2010—2022 4 1 1 6
15 Йохан Олав Косс Конькиҙа йүгереү спорты 1992—1994 4 1 0 5