Карапет Черновтың килем йорто
Карапет Черновтың килем йорто | |
Нигеҙләү датаһы | 1890 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Дондағы-Ростов |
Архитектура стиле | эклектика в русской архитектуре[d] һәм эклектика[d] |
Мираҫ статусы | Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d] |
Адрес | ул. Большая Садовая, 69 / пр. Ворошиловский проспект, 47, литер А, г. Ростов-на-Дону, Россия. |
Современное состояние | сохранено[d] |
Карапет Черновтың килем йорто Викимилектә |
Карапет Черновтың килем йорто — Дондағы Ростов ҡалаһындағы бина, Ҙур Баҡса урамы һәм Ворошилов проспекты сатында урынлашҡан. XIX быуат аҙағында төҙөлгән, һуңыраҡ реконструкцияланған[1]. Әлеге ваҡытта бинаны Ростов дәүләт иҡтисад университеты биләй. Йорт мәҙәни мираҫ объекты статусына эйә.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Өс ҡатлы килем йорто 1890 йылдарҙа сауҙагәр Карапет Чернов заказы буйынса төҙөлә. Һуңыраҡ йорт инженер Г.Г. Чорчопьян етәкселегендә архитектор Ф.С. Ясинский проекты буйынса биш ҡатҡа тиклем бейегәйтеп төҙөлә[1].
Килем йортоноң төҙөлөшө менән ат заводы хужаһы Карапет Чернов менән йөн сәнәғәтсеһе Гаврила Мелконов-Езековтың бәхәсе тураһында ҡала легендаһы бәйле. Кем уларҙың иң байы икәнен асыҡлау өсөн .сауҙагәрҙәр Ҙур Баҡса урамында һәм Ҙур проспектта (ул ваҡыттағы Ворошилов проспекты) бер-береһенә ҡаршы ике килем йорто төҙөргә ҡарар итә[2]). Бәхәстә кемдең өйө матур була, шул еңә. Башта килем йорттары өс ҡаттан тора, әммә XX быуат башында Ростовта төҙөлөш бумы башланыу менән, ике сауҙагәр ҙә йорттарҙы биш ҡатҡа тиклем бейегәйтеп төҙөй. Һөҙөмтәлә Мелконов-Езековтың йортоноң көмбәҙе бер нисә метрға бейек була. Чернов көмбәҙ өҫтәп төҙөй алмай, сөнки уның йортоноң ҡыйығында колонналар ҡуйылған була. Шуның арҡаһында ҡала халҡы уны «терәүестәрҙәге колонналар менән» йорт тип атай[1].
Революцияға тиклем килем йортондағы бүлмәләрҙе Санкт-Петербург халыҡ-ара коммерция банкы, үҙ-ара кредиттың Сауҙагәрҙәр йәмғиәте, Ауыл хужалығы банкы һәм теш табибы М.М. Сабсович ҡуртымға ала. 1920 йылдар башында Чернов йорто национализациялана. Беренсе ҡатта магазиндар асыла, ә ҡалған ҡаттарҙа Хеҙмәт һарайы, «Динамо» спорт йәмғиәте, «Севкавснабсбыт» һәм башҡа учреждениелар урынлаша. 1931 йылда бина финанс-иҡтисад институтына бирелә. Чернов йорто Бөйөк Ватан һуғышында ныҡ зыян күрә. 1950 йылдар аҙағында архитекторҙар М.Н. Ишунин һәм Г.А. Петров проекты буйынса яңынан тергеҙәләр[1], ләкин ҡыйығында колонналары булмай. Ҡаршы яҡта торған Мелконов-Езеков йорто тулыһынса емерелә һәм инде тергеҙелмәй[3]. 1970 йылда бинаның төньяҡ өлөшөнә ете ҡатлы корпус төкәтмәһе төҙөлә[1].
1964 йылда финанс-иҡтисад институты халыҡ хужалығы институты тип үҙгәртелә. Әлеге ваҡытта бинаны Ростов дәүләт иҡтисад университеты биләй.
Архитектураһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бинаның фасадтары Ҙур Баҡса һәм Ворошилов проспектына сыға. Килем йортоноң композицион үҙәге булып уның урам сатына сығып торған мөйөшлө ярым түңәрәк өлөшө тора. Мөйөш өлөшөнөң өҫтө колонналар менән лоджия рәүешендә. Бишенсе ҡатта метал рәшәткәләр менән оҙон балкондар бар. Килем йортоноң фасадтары декоратив штукатур менән биҙәлгән: беренсе ҡатында геральдик кәртәләр, икенсе ҡатта декоратив ҡапҡастар, венок, гирлянда һәм арыҫлан битлеге ҡиәфәтендә тәҙрә аҫты ялғауҙары[1].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 Есаулов Г. В., Черницына В. А. Архитектурная летопись Ростова-на-Дону. — 2-е изд.. — Ростов-на-Дону, 2002. — С. 98—101. — ISBN 5-8456-0489-3.
- ↑ Ворошиловский проспекты (Карл Маркс һәм шулай уҡ Столыпин) 2019 йыл 26 март архивланған.
- ↑ Осколки прекрасного . rostov-dom.info. Дата обращения: 21 сентябрь 2013.