Эстәлеккә күсергә

Карина Ари

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Карина Ари
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ[1][2][3]
Гражданлыҡ  Швеция[2]
Тыуған ваҡыттағы исеме ингл. Maria Karina Viktoria Jansson
Тыуған көнө 14 апрель 1897({{padleft:1897|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})[3][4]
Тыуған урыны Стокгольм, Швеция
Вафат булған көнө 24 декабрь 1970({{padleft:1970|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})[5] (73 йәш)
Вафат булған урыны Буэнос-Айрес, Аргентина
Ерләнгән урыны Вестервелд[d][5]
Хәләл ефете Энгельбрехт, Дезире-Эмиль[d]
Һөнәр төрө хореограф, бейеүсе, скульптор, балет артисы
Эшмәкәрлек төрө бейеү[6], хореография[6] һәм Скульптура[6]
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы 1939[7]
Вики-проект Project Svenskt kvinnobiografiskt lexikon[d]
Хеҙмәттәре тупланмаһы Милли һынлы сәнғәт музейы[d]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]
 Карина Ари Викимилектә

Карина Ари (швед. Carina Ari; 14 апрель 1897 йыл24 декабрь 1970 йыл), артист исеме Мария Виктория Карина Янссон (Maria Jansson Viktoria Karina) — швед бейеүсеһе. Бейеүсе карьераһы 1939 йылдан 1913 йылға тиклем башлыса Парижда үтә. Ауырыу сәбәпле сәхнәне ҡалдырып, ул кейәүгә сыға һәм Аргентинаға китә һәм унда скульптор булып эшләй. Күренекле сәнғәт эшмәкәрҙәренең бюсын булдыра. 1951 йылда хәйриә эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә, ҡарт бейеүселәргә ярҙам итә, Швецияла яңы китапханалар аса.

Мария Карина Виктория Янссон 1897 йылдың 14 апрелендә Швецияла Стокгольмда тыуған. Йәш сағында бейеүсе булырға хыялланған ҡыҙ 1911 йылда швед Король операһының бейеү мәктәбенә уҡырға инә һәм уны 1913 йылда тамамлай.

1913 йылда уҡыуҙы тамамлағандан һуң, Янссон швед Король балетының кордебалетына эшкә инә. Балеттың художество етәксеһе булып шул саҡта рус хореографы Михаил Михайлович Фокин тора. Хореограф артистарҙың һәләтен хөрмәт итә һәм Янссонды Шопениана спектакле кордебалетына ала, ә киләһе йылда Шахерезада спектаклендә уға ҙур булмаған роль бирә.

Карина Ари Серж Перетти һәм Сюзанна Лорсия менән Елисей һарайында «Ода розе» («Ode à la rose») балетынан күренештә. Париж, Франция, 1927 й.

Балет труппаһы эшмәкәрлеге 1918 һәм 1919 йылдарҙа Беренсе донъя һуғышы ваҡытында туҡтап ҡала. Мария Янссон «Парк Тиволи» театрында Фокин спектаклдәрендә шөғөлләнә. Сығыштарының береһендә Янссон исемен Карина Ари тип үҙгәртә.

1919 йылда Карина Ари Король балеты труппаһын ҡалдыра һәм Копенгаген янындағы Данияның Шарлоттенлунд ҡалаһына китә, унда Фокинда балет сәнғәтен өйрәнә. Уҡыуҙы тамамлап, хореографтан үҙенең хореография оҫталығына ыңғай баһа алғас, Стокгольмға ҡайта. 1920 йылда Мориц Стиллерҙың Schaname балеты мотивтары буйынса фильм төшөрөүҙәрендә ҡатнаша. Балет күренештәрен төшөрөүҙә Король балеты артистары йәлеп ителә. Төшөрөүҙәр тамамланғандан һуң, Ари Стокгольмға, шунан һуң Парижға китә.

Карина Ари. Рәссам Герхард Карл скульптураһы, 1968 й. Гетеборг

Артабан Ари Опера-Комик труппаһында балет солисы була. Труппаның музыкаль директоры Дезире-Эмиль- Энгельбрехт (Désiré-Émile Inghelbrecht) була. 1925 йылда Ари уға кейәүгә сыға. 1928 йылда Ари Париж операһының Rayon de Lune балетында бейей. Киләһе йылда үҙенең балет труппаһын ойоштора, хорегораф булып унда Монтренан Fête des Narcisses тора. 1929—1930 миҙгелендә Алжир милли театрында балетмейстер-репетитор булып эшләй. Парижға ҡайтып, 1933 йылға тиклем Опера-Комикта балет труппаһы етәксеһе була. 1935 йылдан 1937 йылға тиклем Стокгольмда Король операһында сығыш яһай. Уның һуңғы сығышы Опера-комикта 1939 йылдың 30 мартында үтә.

1940 йылда ул Аргентинаға Буэнос-Айрес ҡалаһына күсеп китә, унда скульптор эшен үҙләштерә. Мәҙәниәт эшмәкәрҙәре Серж Лифарь, Рольф де Мареның бюстарын башҡара. 1951йылда икенсе ире Ян Хенрик Мольцер (Jan Henrik Molzer) үлгәндән һуң, хәйриә эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә, ауырыуҙарға һәм ҡарттарға, сәхнәне ҡалдырған бейеүселәргә матди ярҙам күрһәтә.

1961 йылда ул йыл һайын бирелә торған стипендия булдыра, ул йәш талантлы бейеүселәргә тапшырыла, ә 1969 йылда Швецияла бейеү үҫешенә ҙур өлөш индергәндәргә миҙал булдырыла[8][9].

Карина Ари 1970 йылдың 24 декабрендә Буэнос-Айреста вафат була. Уның исемен Стокгольмдағы Dansmuseet швед бейеү музейының китапханаһы йөрөтә, унда Төньяҡ Европаның бейеү әҙәбиәте тупланған. 1973 йылдан «Карина Ариана» фонды йылына 2000 самаһы стипендия тапшыра.

  • Carina Ari 1897—1970 : en resa genom Carina Aris liv i dans, bild och film. Stockholm: Operan, Kungl. baletten. 1997. Libris 9705373.
  • Näslund, Erik (1984). Carina Ari : ett lysande liv. Stockholm: Interpublishing. Libris 7758143. ISBN 91-86448-07-2.
  • Mosesson, Mikael (2014). Offentlig konst i Göteborg (in Swedish). Göteborg, Sweden: Mimer bokförlag. ISBN 978-91-87593-36-9.
  • Näslund, Erik (2005). «Ari, Carina». In Cohen, Selma Jeanne. International encyclopedia of dance (1st paperback ed.). New York: Oxford University Press. ISBN 978-0-19-517369-7. — via Oxford University Press’s Reference Online (subscription required)
  • Näslund, Erik (Autumn 1989). «Carina Ari». Dance Research. Edinburgh, Scotland: Edinburgh University Press. 7 (2): 70-80. ISSN 0264-2875.
  • «Archives of the Dance: The Dance Museum, Stockholm». Dance Research. Edinburgh, Scotland: Edinburgh University Press. 4 (2): 78-80. Autumn 1986. ISSN 0264-2875.
  • «Carina Ari». Svensk Filmdatabas (in Swedish). Stockholm, Sweden: Svenska Filminstitutet. 2014. Archived from the original on 22 September 2014.
  • «Medaljer och guldregn för danskonstnärer» [Medals and golden rain for Danish artists]. Dans Tidningen (in Swedish). Stockholm, Sweden: Stockholm Economic Association. 2015.